Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
25 Июль , 21:30

Бала сағынан Талҡаҫ үҙенә ылыҡтырҙы

Буш ваҡыты сығыу менән шунда ашыҡты. Яр буйында, күңеле булғансы уйнап, оҙаҡ итеп һыуға бағып ултырырға яратты. Шундай таҙа, үтә күренеп торған күлдең төбөндә нимә бар икән тигән уйҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Йылдан-йыл бындай теләк-тойғо арта барҙы. Инде ҙурайып, үҙ аллы һыу төшә башлағас, күл төбөнә тәрәнерәк сумды, эҙләнде. Байтимерҙе армияға оҙатып, бер йыл тирәһе уҙғас, сираттағы ялға ҡайтырға сыҡты. Ауылына яҡынайған һайын, сәйер тойғо биләй барҙы. Ҡабаланып, тиҙерәк өйөнә инде. Барыбер ташламаны күңеленә оялаған ул кисереш. Ахырҙа күл буйына йүнәлде. Ярға яҡынайған һайын бығаса кисермәгән тулҡынланыу солғап алды. Йөрәге дарҫлап туланы. Шул шауҡым үҙенә бойһондороп, күл тауға һыйынған яҡҡа әйҙәне. Унда барып еткәс, әлеге күренмәгән көс һыуға алып төштө. Ихтыярын һындырған арбау уны тәрәнгә сумдырып, бөтөнләй икенсе донъяға әйҙәне.

Бала сағынан Талҡаҫ үҙенә ылыҡтырҙы
Бала сағынан Талҡаҫ үҙенә ылыҡтырҙы

Күлдә ҡалған һөйөү

Мистик хикәйә

Уның күҙҙәре салт аяҙ көндәге күк йөҙөндәй зәп-зәңгәр. Ҡайһы берендә Талҡаҫтың өҫтөндә ҡояш нурына ҡойоноп уйнаған ваҡ тулҡындар кеүек шуҡ-шаян да, бәғзе ваҡытта, төҫөн үҙгәртеп, уҫал да булып китә ине.

Уҡыу йылы тамамланып, йылдағыса походҡа барыу тураһында һүҙ сыҡты. Уҡытыусының тәҡдиме менән Талҡаҫҡа барырға йыйындылар.
Байтимер ҙә әҙерләнде, әйберҙәрен рюкзагына тултырҙы. Иң кәрәклеһе, фотоаппаратын да, алырға онотманы. Уның Талҡаҫты бер ҙә күргәне булманы, тик китаптан уҡып, ишетеп кенә белә ине. Унда тиҙерәк барып еткеһе, күлде күргеһе килде, ниҙер көтөп торған кеүек тойолдо. Ошо тойғо йоҡлап киткәнсе тынғы бирмәне. Иртәгәһенә төштән һуңға барып еттеләр. Урынлашып, тамаҡ ялғап алғас, күл буйына йыйындылар.
Киске күл бигерәк матур. Байып барған ҡояш нурҙарына ваҡ ҡына тулҡындар, туҡтауһыҙ һикерешеп, йымылдаша. Күҙҙе ҡамаштыра. Оҙонса булып, тау ҡуйынына һыйынған күл ниндәйҙер серлелек, мөғжизә һаҡлай кеүек. Шау-гөр килеп күл буйында йөрөгәндә Байтимерҙең иғтибарын яр буйында торған үҙе тиҫтерҙәрендәге ҡыҙыҡай йәлеп итте. Ул алыҫҡа, күлдең тау менән тоташҡан ярына ҡарап тора ине. Сәстәре алтынһыу төҫөндә, яурындарына төшкән, унда-һаяҡ иҫкән елгә ебәктәй елпелдәп алалар. Байтимер ҡыҙыҡһыныуынан: “Сәләм, исемең кем?” - тип һораны.

Ҡыҙ әкрен генә уға табан боролоп ҡараны. Ҡараны тип әйтеүе генә. Ундай ҡарашты, дөрөҫөн әйткәндә, күҙҙәрҙе тәү тапҡыр күрә ине. Уның төпһөҙ зәңгәрлегенән, тултырып ҡарауынан бер аҙ өнһөҙ ҡалды. “Исемем Гөлмирә, ә һинеке?” - тип һораны ҡыҙ. Егет, ҡаушауын еңеп: “Байтимер”, - тип яуапланы. Гөлмирәнең үҙен иркен тотоуы, еңел генә аралашып китеүе уға ниндәйҙер өҫтөнлөк биргәндәй.
Уларҙың ҡайҙан килеүҙәре тураһында һорашҡас, ҡыҙ һаубуллашып китергә йыйынды. “Туҡтап тор әле, фотоға төшөрәйем”, - тип, егет фотоаппаратын көйләне. “Әйҙә һуң”, - тип көлөмһөрәп, боролоп баҫты ҡыҙ.

Хозур тәбиғәт ҡосағындағы күл буйынан бөтмәҫ тәьҫораттар алып, урындағы халыҡтан төрлө риүәйәттәр ишетеп, ҡайтып төштөләр ике көнлөк походтан. Байтимерҙең күңеленә, дөрөҫөрәге йөрәгенә Талҡаҫта күргән ҡыҙ тынғылыҡ бирмәне. Ҡайтыу менән фотоаппаратындағы пленканы алып эшкәртергә тотондо. Барыһы ла әҙер булғас, кисен фотоһон сығарып ҡарарға булды. Ҡорамалдарын әҙерләп, Гөлмирә төшкән кадрҙы күпме генә эҙләһә лә, тапманы. Береһе буш булһа, икенсеһендә ҡара төҫтәге тап ҡына ине.

Мәктәпте тамамлағас, ҡалаға уҡырға инде Байтимер. Ятаҡҡа урынлашты. Шау-шыулы студент тормошо башланды. Бер көн дәрестән ятаҡҡа ҡайтып, өҫкө ҡатҡа менеп барышлай, көлөшөп барған алтынһыу ебәк төҫлө ҡыҙыҡайҙың сәсенән үҙе лә һиҙмәҫтән шаярып тарта һалды. Боролоп ҡараусы ҡыҙҙың ҡараштары менән осрашты. Аптырауынан: “Һин?” - тип кенә өндәшә алды. - “Эйе, мин, исемемде онотманыңмы Байтимер?” “Юҡ, онотманым, Гөлмирә, һине яңынан осратырмын тип уйламағайным”, - тине ул, аптыраныуынан арынып.

Шулай тейеш булғандыр, яҙғас, күрештек бит. Уҡыу осоро - күңелле ваҡыт. Бик тиҙ үтеп тә китте. Ял көндәрендә бер-береһенең ауылына барып йөрөү, ата-әсәләре менән танышыу уларҙы тағы ла яҡынайтты. Йәй күл буйында йыш булдылар, һыу төшөп, Ирәндек һыртына менделәр. Тәбиғәттең матурлығына, күркәмлегенә һоҡландылар.
Яҙға уҡыуҙы тамамлап, диплом алғас, Байтимергә армияға барырға повестка ла килде. Хушлашыу көнөндә күл буйына төштөләр. Тәүге осрашыу урынына килеп, тын күлгә ҡарап торҙолар. Гөлмирәнең ҡараштары алыҫҡа, күлдең тау итәгенә һыйынған ергә төбәлгәйне. Салт аяҙ күк йөҙөндәй зәңгәр күҙҙәре тулҡын ярға ҡаҡҡанда ҡарағусҡыл төҫкә әйләнеп китә ине. Гөлмирәнең ҡулдарына ҡағылып: “Көтөрһөңме мин ҡайтҡанды?” - тип һораны Байтимер. “Көтөрмөн, тик күңелемдә тынғылыҡ юҡ ниңәлер”. “Барыһы ла яҡшы булыр, йәнем”, - егет уны ҡосағына алды...

Тымыҡ океандың тулҡындарын ярып барған кораблдең тынлығын боҙоп, команда яңғыраны: “Внимание! За бортом человек! Спустить шлюпки!” Матростар, команданы үтәп, йүгерешә башланы. Байтимер, урынына баҫып, бәләкәй кәмәне төшөрөргә әҙерләнде. Күп тә үтмәне, икенсе команда килде: “Отставитть, спуск шлюпки отменить, ложная тревога”. Шул ваҡыт, кемдеңдер ҡарашын тойоп, Байтимер боролоп ҡараны. Тулҡындар араһында алтынһыу төҫ күренеп ҡалғандай булды.
Кискә табан көслө шторм башланды. Тауҙай күтәрелгән тулҡындарҙың тымғанын көтөп, корабль төнгөлөккә дрейфҡа торҙо. Таң атыуға ажғырышҡан тулҡындар йыуашайып тымған, буръяҡланған һыу зәңгәрһыу төҫкә әйләнгәйне. Айға һуҙылған диңгеҙҙәге хәрби командировка ваҡытында бер-нисә тапҡыр шундай күренеш-тойғоға дусар булды Байтимер. Кемдеңдер ҡарашын тоя, әйләнеп ҡарауға, һис кем күренмәй. Йә нимәнелер хәтерләткән алтынһыу төҫөндәге шәүлә диңгеҙ тәрәнлегендә сағылып ҡала ине. Бер йыл дауамында килеп торған хаттар һирәгәйеп, бөтөнләй туҡтаны. Күпме яҙып ҡарамаһын, яуап булманы. Үҙенә тынғылыҡ тапманы Байтимер. Диңгеҙҙә булғанда, кораблдең палубаһына сығып, сикһеҙ һыу далаһына ҡарап торор булды. Һыу төпкөлөнән ниҙер килеп сығыр кеүек хис-тойғо сорнап ала башланы ҡай ваҡыт, аҙаҡҡы осорҙа күҙенә салынған шәүлә уйынан сыҡманы...

Гөлмирәне бала сағынан Талҡаҫ үҙенә ылыҡтырҙы. Буш ваҡыты сығыу менән шунда ашыҡты. Яр буйында, күңеле булғансы уйнап, оҙаҡ итеп һыуға бағып ултырырға яратты. Шундай таҙа, үтә күренеп торған күлдең төбөндә нимә бар икән тигән уйҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Йылдан-йыл бындай теләк-тойғо арта барҙы. Инде ҙурайып, үҙ аллы һыу төшә башлағас, күл төбөнә тәрәнерәк сумды, эҙләнде. Байтимерҙе армияға оҙатып, бер йыл тирәһе уҙғас, сираттағы ялға ҡайтырға сыҡты. Ауылына яҡынайған һайын, сәйер тойғо биләй барҙы. Ҡабаланып, тиҙерәк өйөнә инде. Барыбер ташламаны күңеленә оялаған ул кисереш. Ахырҙа күл буйына йүнәлде. Ярға яҡынайған һайын бығаса кисермәгән тулҡынланыу солғап алды. Йөрәге дарҫлап туланы. Шул шауҡым үҙенә бойһондороп, күл тауға һыйынған яҡҡа әйҙәне. Унда барып еткәс, әлеге күренмәгән көс һыуға алып төштө. Ихтыярын һындырған арбау уны тәрәнгә сумдырып, бөтөнләй икенсе донъяға әйҙәне.

Байтимер, хеҙмәтен тултырып, ҡайтып та төштө тыуған яғына. Ата-әсәһен, туғандарын, дуҫтарын күреү шатлығынан дәртләнеп, ҡыуаныстар кисереп бөтә алманы. Уны тағы ла ашҡындырып торған сәбәп - Гөлмирәһе янына барып килеү ине. Ни булған һуң, ниңә яуап хаттары яҙманы. Башында сыуалған ҡырҡ төрлө уйҙан тиҙерәк арынғыһы, асыҡлыҡ индергеһе килде. Икенсе көнөнә үк шунда юл тотто. Бөтәһе лә таныш урын, етәкләшеп менгән Ирәндек тауы, бергәләшеп һыу төшкән Талҡаҫ та алыҫтан ялтырап ята. Бына ауыл, күңелгә яҡын Гөлмирәнең өйө. Ишек шаҡыуға килеп сыҡҡан апаһы ихласлап күрешһә лә, ниндәйҙер һалҡынлыҡ һиҙелеп китте уның йөҙ-һыҙаттарынан. Хәҙер саҡырам, тип тип инеп китте. Йүгереп сығыр ҙа, матур йылмайып күрешер, иркә ҡараштары менән күҙ атыр ҙа, оҙон керпектәрен оялсан итеп аҫҡа төбәр, тип күҙ алдына килтереп, өмөтлө ҡараштарын ишеккә йүнәлтте егет...

Өйөрөлтмәккә әйләнгән тулҡындар Гөлмирәне аҫҡа, күл төбөнә табан һурып алдылар. Иҫенә килгәндә, яҡты, йылы нур бөркөп торған бүлмәлә, киң итеп йәйелгән карауатта ята ине. Ҡасандыр бында булған һымаҡ тойолдо уға. Бер ниндәй ҙә ятһыныу, ҡурҡыу булманы. Киреһенсә, үҙ мөхитенә әйләнеп ҡайтҡандай булды күңеленә.

...Гөлмирәнең ырыу-заты һыуҙа ла, ерҙә лә берҙәй йәшәй алыусылар тоҡомонан ине. Ҡасандыр элек, донъялар күркәмләнеп киткән саҡта, ер өҫтөндә тормош көтөп йәшәп киткәйнеләр. Әле бында, һыу аҫты йәшәйешенә кире саҡырыуҙарының сәбәбе бик сетерекле.
Ҡыҙҙы иркен, яҡты бүлмәгә алып инделәр. Уның һыу һәм ер аҫты донъяһында хакимлыҡ иткән ҡәрҙәштәре лә асыҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, алтынһыу төҫөндәге сәслеләр. Оҙаҡ ҡына ни өсөн бында алып килеүҙәрен аңлаттылар. Әлбиттә, ул ерҙә йәшәйәсәк, тик ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уның бында ла кәрәк буласағын аңғарттылар. Ер өҫтөндә тағы ла бик күп ҡәрҙәштәренең барлығын белде Гөлмирә. Уларҙы кәрәк булған осраҡта ғына саҡырасаҡтар.
Бындағы тормош бөтөнләй айырыла ерҙәгенән. Беренсенән, йөрөү тиҙлеге шул тиклем юғары, уйлап өлгөрмәйһең, теләгән ереңә шунда уҡ барып та етәһең. Икенсенән, бар ерҙә - иркен, мул тормош. Өсөнсөнән, барлыҡ йорт-йыһаздар алтын-көмөш һәм ҡиммәтле таштарҙан эшләнгән. Талҡаҫтан алып Ҡылтабан күленә тиклем арауыҡта шундай бай, зауыҡлы итеп тик затлы таштан төҙөлгән ер аҫты ҡалаһын күрһәттеләр. Уның киңлегенең осо-ҡырыйы күренмәй. Күлдәр ҙә бер-береһе менән һыу юлы аша тоташҡандар.

...Ишектән бөтөнләй үҙгәргән Гөлмирә килеп сыҡты. Ике йыл элек кенә шаян осҡон бөркөп торған күҙҙәр етдигә, хатта һалҡынлыҡҡа сорналғанын күреп, ни тип әйтергә белмәй өнһөҙ ҡалды Байтимер.
“Бына мин ҡайттым, биргән вәғәҙәмде үтәнем. Һуңғы ваҡытта һинән бер ниндәй ҙә хәбәр килмәне, ни булды һуң?”- тип, күрешергә ынтылған егетте ҡарашы менән шып туҡтатты ҡыҙ..

Бер килке һүҙһеҙ торғандан һуң: “Әйҙә, күл буйына барып киләйек”, - тип өндәште Гөлмирә. Һәр кем үҙ уйына сумып, Талҡаҫҡа табан атланылар. Байтимерҙе сыуалсыҡ уйҙар борсоно. Ни булған, ни өсөн ул тиклем үҙгәрештәр? Бер-береһен көтөргә тиеп һүҙҙәр биргәйнеләр бит! Үтә күренеп торған һыулы күл буйына килеп еткәс, Гөлмирә туҡтап, күкшелләнеп ятҡан Ирәндек һыртына ҡараштарын йүнәлтте. Ауыр һулап:

- Һиңә биргән вәғәҙәмде үтәй алманым... Нисек аңлатырға ла белмәнем. Шунлыҡтан һуңғы ваҡытта яуап хаттары яҙманым, ҡайтырыңды көттөм, шунда аңлатырмын тип уйланым. - тине. -
Икебеҙ йөрөгән һәр һуҡмаҡтан үтеп, күл буйында күңелле, бәхетле осорҙо иҫләп күп ваҡыттар үткәрҙем. Бергә була алмаясағыбыҙҙы аңлап, хыялыйҙар булыр, аҡылымдан яҙыр хәлгә еткән саҡтарым да булманы түгел... Ғәфү итерһеңме, юҡмы, әммә мин башҡаса булдыра алманым. Миңә ҙур миссия йөкмәттеләр. Киләсәгебеҙ, кешелек һәм ер йөҙөндәге имен тормош өсөн мин ошо юлды һайланым...

Бер ни аңламаған, башҡа һыймаҫлыҡ яңылыҡтан шаңҡыған Байтимер:

- Ни булды һуң, аңлатһаңсы? - тип уның яурындарынан тотоп һелкетте.

- Аңлай алырһыңмы икән? - тине Гөлмирә.

- Һине оҙатып, бер йыл үткәс, ауылға ҡайтып килгәндә мине сәйер бер тойғо биләп алды. Үҙ-үҙемә урын тапманым, аптырағас, күл буйына килдем.

- Иҫләйһеңме, һине оҙатҡанда, көтөрмөн, ләкин күңелемдә тынғылыҡ юҡ, тигән инем. Шул раҫҡа сыҡты. Мине һыу һәм ер аҫты донъяһына саҡырҙылар, унда минең ҡәрҙәштәр йәшәй.
Һыу аҫтындағы донъяла барлыҡ диңгеҙ, океанға юлдар бар. Һин хеҙмәт иткәндә, кораблең эргәһенә күп тапҡыр килдем. Һиҙгәнһеңдер, моғайын, оҙаҡ ҡына ситтән күҙәтә инем. Хатта, тәүгеһендә үтә яҡын килеп, тревога күтәрҙеләр. Ул ваҡытта мин башҡа бергә була алмау ғазабынан өҙгөләнә инем...

Әлеге көндә кешелеккә ҡурҡыныс янай. Сит планетала йәшәүселәр ерҙәге байлыҡҡа ныҡ ҡыҙығалар, бигерәк тә ер аҫтындағыһына. Ерҙәге алтынһыҙ улар йәшәй алмай. Үҙҙәренең планетаһында ҡояш булмағас, алтындан ҡояш яһап, йылыналар. Ергә туҡтауһыҙ һөжүм алып барыла, сыуалыш тыуҙыралар. Уларҙың ерҙәге халыҡ араһында үҙ кешеләре бар. Мәшхәрҙәр тик шуларҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Мин йәнем, тәнем менән Ергә һөжүм итеүселәргә ҡаршы көрәшеүселәрҙең береһемен. Икебеҙҙең оло һөйөүебеҙҙе киләсәк өсөн ҡорбан иттем. Беҙҙең арабыҙҙа аңлы кешеләр бихисап, улар ҙа тик дөрөҫлөк яҡлы., - тине Гөлмирә, һүҙен тамамлағандай итеп. - Минең бер генә теләгем бар: беҙҙең һөйөү ошо күлдә саф көйөнсә ҡалһын. Икебеҙҙең мөхәббәт, тыныслыҡ, татыулыҡ билгеһе булып балҡыһын.
Алда кешелекте яҡты, иркен тормош көтә, күп ҡалманы. Уның өсөн беҙҙең мөмкинселегебеҙ сикһеҙ, белемебеҙ ҙә, аңыбыҙ ҙа, байлығыбыҙ ҙа етәрлек. Мин хәҙер бер ҙә үкенмәйем.

Гөлмирәнең зәңгәр күк йөҙөндәй күҙҙәрендә аңлата алмаҫлыҡ һағыш ҡатыш ғорурлыҡ, ҡара көстәрҙе еңергә әҙер ут сатҡыһы сағыла ине...

Хәмит Әбүбәкеров.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: