Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
22 Июль , 22:05

Йөрәккә бойороп булмай шул

Инергәме юҡмы? Туғандары ла бындалыр әле, ни әйтерҙәр? Сәриәне ғәйепләмәҫтәрме? Шулай ҙа булһа инергә кәрәк, хәлен белер кәрәк. Сәриә ауыр һуланы ла больница тупһаһын ашаҡлап утте. Ҡатын яңылышмаған ине - Рәшиттең ата-әсәһе лә, апайы ла бында ине. Улар Сәриәне йылы ҡаршы алды. “Килдеңме, ҡыҙым? Мин һине килмәҫ тип уйлаған инем” тип тәүҙә ҡәйнәһе ҡосаҡлап алды. Ҡатындың куҙ йәштәрен куреп “ҡайғырма, килен, бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй ти. Үҙеңде ғәйепле итеп күрмә, килен, үҙ ғәйебен, һинең, баланың күҙ йәшен күрә” тип ҡайныһы ла ҡосаҡлап алды Сәриәне йыуатып ҡына....

Йөрәккә бойороп булмай шул
Йөрәккә бойороп булмай шул

Күңел түренән

Сәриә был һүҙҙәрҙән ни эшләргә белмәй башын тотоп үкһей-үкһей диванға ауҙы. Булмаҫ, ышанмайым был һүҙгә, Рәшит бит һау-сәләмәт кеше нисек үлһен ул?! Уның берҙән-бер ғәзиз ҡыҙының атаһы бит. Юҡ ул тере-тере...

Ҡыҙының был һүҙҙе улай ауыр алырын белмәй ҡапыл ғара ысҡындырып ебәреүенә һуңлап төшөнгән Фәнисә апай ни әйтергә белмәне. Ысынында кем белгән ҡыҙының был һүҙҙе ауыр алырын? Ҡыҙы менән кейәүе күптәнән бергә тугел ине бит. Туйҙан һуң күп тә йәшәмәнеләр бит улар, күп тигәндә бер ярты йылдыр. Сөнки яңы ғаиләлә мөхәббәт яуапһыҙ ине. Һөйөү уты Сәриәлә дөрләп янһа, ә Рәшиттә бары ғаилә тигән төшөнсә генә ине. Эйе, Рәшит Сәриәне бер ҡасан да яратманы. Ҡыҙҙы ла бары ата-әсәһе өгөтө буйынса ғына алды. Бергә йәшәй башлағас эҫенермен тип уйланы. Юҡ, һөйөү уты тоҡанманы йөрәктә. Сөнки Рәшиттең күңелендә башҡа ҡыҙ урын алғайны. Тәүге мөхәббәте, тәүге һөйгән йәре.

Туй көнө лә үтте, ләкин тормош алға барманы. Ҡуйынында Рәшит өсөн йәнен бирер ҡатыны булһа ла, егеттең уйында тәүге һөйгән йәре ине. Тормош үҙ яйы менән алға тәгәрәне, ваҡыт үтеү менән Рәшит кәләшенең ауырға ҡалғанын белде. Буласаҡ атай булыу, киләсәктә бала һөйөү уйы Рәшитте бер аҙ ыңғай яҡҡа үҙгәртте. Бындай ыңғай яҡты күреү Сәриәне шатландырҙы, Рәшиткә ҡарата һөйөүе тағы ла нығыраҡ тоҡанды. Ни тиһәң дә буласаҡ балаһының атаһы бит. Эхх, белһә ине шул мәл ике йәш йөрәк, яҙмыш уларға тағын ниндәй әсе тормош вәғәҙәләгәнен!

Бөгөн минең дуҫ армияға китә, проводына барырға ине”,- тине Рәшит кәләшен наҙлы ғына итеп ҡосоп. “Рәшит, һин беләң бит минең ауырлы икәнде, бәлки, үҙең генә барырһың, Рәшит?”

Сәриә үҙенең ауырлы икәненә уңайһыҙланып. Ярар улайһа тип Рәшит бер үҙе генә сығып китте. Һиҙгәйне Сәриәнең йөрәге шул мәл. Нисек һиҙмәһен инде, Рәшитенең тәүге йәре шул ауылда йәшәй, хатта әрмегә китәсәк дуҫының синыфташы бит ул. Тимәк, ҡыҙ ҙа киләсәк. Осрашасаҡтар уның йән киҫәге Рәшит менән. Быныһы ла күренеп тора, атлыҡҡаны дуҫының проводы уға йәшенер өсөн сәбәп кенә. Ярар, осрашһындар ҙа ти, ни эшләй алһындар улар, ваҡыт үткән, Рәшит ғаиләле, балаһы булырға тора, моғайын да ташламаҫ тип Сәриә үҙ-үҙен йыуатты ла, йоҡларға ятты.

Дуҫының өйөнә кереү менән аңғарҙы Рәшит һөйгәнен. Ләкин һөйөү менән томаланған күңеле ҡыҙҙың күңелендә зәһәр сәсеп торған ҡыҙғаныу, көнләшеү ҡатыш мин-минлекте күрмәне. Бер төндә айырылған йөрәктәр ҡауышты. Йөрәктәр ҡауышһа ла, икеһе-ике төрлө ҡарашта ҡауышҡайны. Береһе - мин һинеке, һин – минеке тиһә, икенсе йөрәк ваҡытлыса ғына, ти ине эстән. Икенсе көн Рәшитте алыштырып ҡуйғандар инеме ни! Ҡайтыу менән тиктомалға енләнде, айырылышыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Хатта уны тыуасаҡ балаһы ла тота алманы. Әсә-атаһының туғандарының һүҙен ҡолағына ла элмәне. Айырылып ҡайтыу Сәриәнең ҡыҙына ла (ҡыҙ бала тыуҙы) ныҡ тәҫир итте. Әсә ҡайғыһы бала йөрәге аша үтте һәм ҡыҙ йөрәк сире менән тыуҙы. Ишетте аҙаҡ Сәриә Рәшитенең хәлен. Һөйгән йәре уны һәр ваҡыттағыса алдап, тағы ташлағанын.

Һәм бөгөн килеп йә Хоҙай ни ишетә? Сәриә урынынан ырғып торҙо ла Фәнисә апайға йәбеште “Әсәй, әсәй был дөрөҫмө??? Ышанмайым ышанмайым...”

Фәнисә апай бер аҙ аңына килгәс ҡыҙын ипләп кенә ҡосаҡлап урынына ултыртты ла, ипләп кенә һүҙ башланы. “Тыныслан, ҡыҙым, тыныслан, бәлки, үлмәгәндер ҙә. Минең ишетеүемсә үлем хәлендә больницаға алып киткәндәр ти. Әлеге мәлдә иҫенә килмәй тип әйттеләр, машинаһы менән осҡан тиҙәр бит”.

Сәриә әлеге мәлдә больницала тигән һүҙҙе ишеткәндән һуң бер ни ишетмәй, йән-тәслимгә кейенде лә ҡыҙын ҡосаҡлап, сығып йугерҙе. Ул хатта әсәһенең “Сәриә ҡыҙым, туҡта әле, ашыҡма” тигән һүҙен дә ишетмәне. Сәриә тик больница тупһаһында ғына аңына килде. Инергәме юҡмы? Туғандары ла бындалыр әле, ни әйтерҙәр? Сәриәне ғәйепләмәҫтәрме? Шулай ҙа булһа инергә кәрәк, хәлен белер кәрәк. Сәриә ауыр һуланы ла больница тупһаһын ашаҡлап утте. Ҡатын яңылышмаған ине - Рәшиттең ата-әсәһе лә, апайы ла бында ине. Улар Сәриәне йылы ҡаршы алды. “Килдеңме, ҡыҙым? Мин һине килмәҫ тип уйлаған инем” тип тәүҙә ҡәйнәһе ҡосаҡлап алды. Ҡатындың куҙ йәштәрен куреп “ҡайғырма, килен, бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй ти. Үҙеңде ғәйепле итеп күрмә, килен, үҙ ғәйебен, һинең, баланың күҙ йәшен күрә” тип ҡайныһы ла ҡосаҡлап алды Сәриәне йыуатып ҡына.

Көндәр үтте. Рәшит аңына килмәне, ләкин үлмәгән йәндә өмөт бар тигәндәй өмөт бар ине. Рәшиттең апайы менән Сәриә көн-төн сыҡмай ҡарауылланылар. Ул көн килде - Рәшит күҙен асты. Ләкин хәле үтә ауыр ине. Кемдер әйтте кеше булмаҫ тиеп, кемдер ышанды кеше буларына, Сәриә лә быға ышанды. Врачтар тырышлығы менән Рәшит аяғына баҫты. Ләкин Сәриәгә ҡарата ғына һөйөүе шул килеш ҡалды. Тик балаһына ғына үҙ һөйөүе ҙур ине уның. Хатта Сәриәнең рәнйеүле ҡарап әйткәне лә булды “Рәшит, минең ни ерем кәм һуң унан? Бәлки, оноторһоң уны? Ул бит һиңә ошо хәлдән һуң үҙең беләң башҡа ҡарамаясаҡ. Мин ялҡтым бер өйҙә ике күрше кеүек йәшәүҙән”.

Ләкин Рәшит был һүҙҙәргә ҡарата бер ни әйтмәй моңһоу ғына итеп йылмайыр булды. Ул бит үҙе лә белә ине: тәүге мөхәббәтенә һау саҡтағы егет кәрәкмәгәнде хәҙерге ярым инвалид егетте эшкә лә һанамаҫын. Ләкин йөрәккә бойороп булмай шул... Ярата шул уны, ярата...

 

 

 

Автор:
Читайте нас: