Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
21 Июль , 16:00

Бауырға файҙалы

Пәйғәмбәр тырнағы (календула) һәм кишер орлоғонан эшләнгән сәй бауыр һәм үт ҡыуығы ауырыуҙарынан ярҙам итә, үт ҡыуыуҙы еңеләйтә һәм холестит һәм гепатиттан яндырыуҙы кәметә. Был сәй бик тәмле һәм хуш еҫле!   2 аш ҡалағы календула 

Бауырға файҙалы
Бауырға файҙалы

Пәйғәмбәр тырнағы (календула) һәм кишер орлоғонан эшләнгән сәй бауыр һәм үт ҡыуығы ауырыуҙарынан ярҙам итә, үт ҡыуыуҙы еңеләйтә һәм холестит һәм гепатиттан яндырыуҙы кәметә. Был сәй бик тәмле һәм хуш еҫле!

2 аш ҡалағы календула сәскәләре, 200 г ҡайнар һыу, 1 аш ҡалағы кишер орлоғо, 400 г эҫе һөт кәрәк була. 

 

Сәскәләр өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 2 сәғәт төнәтәбеҙ. Инде ҡайнап сыға яҙған һөткә кишер орлоҡтарын төшөрәбеҙ һәм 1 сәғәткә ҡараңғы урынға ултыртып торабыҙ.

Был ике төнәтмә лә әҙер булғас, һөҙөп, бергә ҡушып болғатабыҙ. 

Был сәйҙе 6 көн дауамында һәр иртә ашарҙан алда яртышар стакан эсер кәрәк. 

Унан 3 көн ял итеп алабыҙ ҙа курсты йәнә ҡабатлайбыҙ. 

Һау-сәләмәт булайыҡ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: