Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
19 Июль , 21:05

Бәхет ҡапҡалары ҡасан асылыр?

Йылы йәй үтте, һалҡын сентябрь ҙә оҙаҡҡа һуҙылып өшәндерҙе, һыуыҡ октябрь айы тыуғас ҡайҙа барып баш терәү тураһында күберәк уйланды. Фермер ауылда малсылыҡ һарайы янындағы өйҙә  йәшәргә ҡалыуын һораһа ла, уның ҡатыны аулаҡта осратып фермаға яҡын да юлатмаясағын асыҡ белдерҙе, хатта малсылар өйө менән бергә балаларын да ҡуша яндырасағын киҫәтте, көслөнөкө замана. Бер гонаһы булмаһа ла үҙенә күҙ һалған ирен көнләшеүенән ине быныһы,  көйәҙ ҡатынға үҙенең эш биреүсеһенә күтәрелеп тә ҡарарға ҡыймағанлығын нисек аңлатһын, сараһыҙҙан йәйләүҙә йәшәгәнлеген аңлаймы ул.    Үҙенә яҡынларға теләгән, йәйләүҙә бергә эшләгән моторист егеткә ым бирҙе, уның квартираһында бергә йәшәй башланылар. Үҙенән күпкә йәш егет фермерҙан ҡыҙғанып ҡатынын фермаға эшкә йөрөтмәне, белә ине фермерҙың уны ҡарауыллағанын, аулаҡ мәлдә тап килтерергә тырышҡанын.

Бәхет ҡапҡалары ҡасан асылыр?
Бәхет ҡапҡалары ҡасан асылыр?

Урындыҡта йөҙтүбән яҫтыҡһыҙ ятҡан ҡатын ыңғырашып башын борғолай. Иҫерекме, арып йоҡларға ятҡанмы, йонсоп ял итергә уйланымы, һәр хәлдә тигенгә түгелдер был ятыуы. Иламай ҙа, янындағы уйындан туймаған балаларына ла ихтибар итмәй, улары йә үҙ ара талашып китеп ошаҡлашалар, йә әсәһенән нимәлер һорап, уны тартҡылайҙар, әсәләре генә ишетмәй.     Ята-ята ойоп киткән ҡатын тағы әллә нисә тапҡыр ҡабатланған төшөн күрә, һыйыры йәш быҙауын ҡалдырырға теләмәй арҡанды өҙә яҙырҙай булып ысҡынырға тырыша, үҙен тейәгән машина арбаһынан һикерерҙәй булып ярһый, үкерә, ә һарайҙа быҙауы өҙгөләнә, үҙәктәрҙе өҙөп, айырылышыуҙарын һиҙенгәндәй баҡыра. Урталарында өҙгөләнгән ҡатын сараһыҙҙан бөгөлөп төшә, ни эшләргә белмәй алдағы билдәһеҙлеккә ташлана, төш өҙөлә.

Уны был хәленән уятырға тырышып арҡаһына менеп атланған һигеҙ айлыҡ ҡыҙғынаһы  сәстәрен йолҡоп тартҡылап ҡарай. Асығып имгеһе лә килгәндер, әсәһенең ҡосағына инеп йылынып йоҡларға ла теләйҙер, урындыҡта уйнаған тиң ике ир бала быныһын һыйҙырмайҙар, йә уйынсыҡтарына тейһә этеп ебәрәләр, сабыйҙы тупаҫ ҡына ситкә тибәреү ҙә уларға бер ни тормай.

    Донъялыҡҡа кире ҡайтҡандай булды ҡатын, баланың еүеш ыштанын һыпырып сисеп иҙәнгә ырғытты, уның һыуыҡ тәнен ҡосағында йылытырға маташты.
    Әммә үҙенең йәненә тынғылыҡ килмәне, ҡуш услап битен һыпырыштырҙы, янында ятҡан телефонындағы яҙыуҙы тағы бер тапҡыр күҙенән үткәрҙе.
    Ундағы күрше ауылда урынлашҡан ауылдар хакимиәте башлығынан килгән смс-хәбәрҙең мәғәнәһе башына инмәй, айышына төшөнмәй, йыуатыу һүҙҙәре, ауыр ҡайғыһын уртаҡлашҡан ҡалыплашҡан һүҙҙәр. Шартлы хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған тормош юлдашын һуңғы юлға оҙатыр өсөн ярҙам ҡулын һуҙасаҡтарын белдергәндәр.
    Өс балаһының урындыҡта уйнап ултырғанын күҙәтеп ҡулындағы бәйләмен дәртләнеп бәйләгән саҡта килде  телефондан хат. Йәшен һуҡҡандай көтөлмәгәндә булды тип тә әйтә алмай ҡатын был хәбәрҙе, ниңәлер күңеле алдан һиҙенде, ике йыл бергә йәшәгән иренә өйрәнеп тә, киләсәге ныҡлы булырына ышанып та бөтмәгәйне. Тәүҙә ҡәйнәһе яратманы, ҡабул итә алманы уйламағанда  ике бала менән бер әйберһеҙ эйәреп килгән киленен. Һаулыҡҡа туймаған әбей уңған килендең яуапһыҙ ҡәҙер-хөрмәтен, өнһөҙ буйһоноп тырышып донъя көтөргә маташыуын,  улынын тапҡан-таянғанын тәләф итмәй аш-һыу яраштырыуын, һәр эште таҙа, үҙе белеп эшләүен  күреп, аҙаҡ шөкөрана ҡылды. Бар донъяһын уға тапшырып үҙе күптәр хәҙер боҙоп ырғытҡан, аҫалы йөн балаҫ түшәлгән урындыҡ түренә менеп ултырып ҡул эштәре менән генә булышты.  Яратмаһа ла үгәй ейәндәрен үҙ итергә, улар менән түҙемле генә уртаҡ тел табырға тырышты, үҙенә ылыҡтырҙы, оҙаҡ үҙ яртыһын таба алмаған улының ҡәнәғәт йөҙөн,  айнығып кеше төҫөнә инеп алһыуланып тулыланған кәүҙәһен күреү уға ла ҡыуаныс ине.
    Ошоғаса илке-һалҡы йөрөгән улы кинәт яңыса йәшәй башларға теләне, ғаиләһе, машина тураһында уйланды, өй төҙөргә хыялланды, үҙе иллегә яҡынлашып килгәндә тыуған ҡыҙын һөйөп туйманы, барыһын да бер юлы тиҙ генә булдырырға өмөтләнде. Киләсәккә күпме пландар ҡорһаң да, бөтәһе лә аҡсаға килеп төртөлгәнен белә, ниңә һуң күп аҡсалар вәғәҙәләнгән махсус операцияға саҡырғанды файҙаланып ҡалмаҫҡа, ысын һуғыш түгел дә, шартлы ғына,  ваҡытлыса барыһы ла, үтер ҙә китер. Килешерҙәр тиҙҙән батшалар, солох төҙөлөр,  һуңынан етеш донъяла, ошоғаса хыялында булған ҡиммәтле ялтыр машинала алдағы ғүмерендә тыуасаҡ улын-ҡыҙын тейәп күренекле байрамдарға йөрөр, хөрмәтле һуғыш ветераны исемен алыр.
     Китергә ҡарар итте, әсәһенә генә аңлатыу ауыр булды, һуғышҡа барыуына ҡырҡа ҡаршы төштө, хатта әгәр бармаһа үҙенең пенсияһын тотошлайы менән уға тотторорға вәғәҙә итте. Ҡатыны  тура ҡарашын уға төбәне, мине ташлап китәһеңме, әллә ҡасып китеүең ошомо, өндәшмәһә лә бик ауыр кисереүен һиҙҙе буласаҡ яугир. Хәленән килгәнсә йыуатып маташты, барыһы ла  үҙҙәренең алдағы бәхетле киләсәк хаҡына икәнлеген аңлатырға тырышты, мул, бай тормошта үҫтерәсәктәр балаларын.
     Һуғыштан тәүге ялына ҡайтыуына алдан әҙерләнеп ҡәйнәһе никах ашы үткәрҙе, үҙенсә уларҙың тормошон хәләлләп ҡуйҙы. Улын ҡайтанан яуға оҙатҡанды бик ауыр кисерҙе, үҙ теләге менән киткән улының ниәтенән кире һүрергә тырышты, хәҙер күпте аңлаған ирҙең дә донъяға ҡараштары үҙгәргән ине, теләр-теләмәҫтән генә юлға сыҡты. Йөрәге һиҙенгәндер башҡаса осраша, күрешә алмаҫын, бына бер аҙна элек кенә ер ҡуйынына тапшырҙылар ҡәйнәһен, мәрхүмәнең  етеһенә бағышлап уҡытҡан аят ашын ашатып, ҡунаҡтарҙы оҙатып, ҡашығаяҡтарын йыуып урынлаштырыуға, күп тә үтмәй телефондан ошо ауыр хәбәрҙе алды ҡатын.
    Ауылда туғандары күп иренең, уларға нисек хәбәр итергә, йомарланып ҡына ятып, оло ҡайғынан йәшенеп ҡалғыһы килде ҡатындың, буш булһын ине был хәбәр, урап уҙһын ине был ҡайғы, ҡасып ҡалһаң ине ауыр яҙмышыңдан, инде кеше араһына сыҡтым тигәндә тағы сәсрәтә һуҡты күрәсәге.
    Ауыр булды ҡатындың үткән тормош юлы, эскән атай-әсәйҙән ғарыҡ булып тәү һоратыусыға кейәүгә сыҡты, ашаған ашының, кейгән кейеменең рәте булмағанлыҡтан оялып кәмһенеп үткән баласағын хәтерләгеһе лә килмәй хәҙер.
     Эскән ирҙең рәнйетеп туҡмауҙарына нисек тә түҙеп йәшәр ине лә, ире ҡырға эшкә тип сығып киткән еренән эҙһеҙ юғалды. Биш йылға яҡын эҙләтеү ҙә һөҙөмтә бирмәне, үле хәбәре булмағас балаларына ҡарауһыҙ ҡалған етемдәр өсөн түләнгән пенсияны ла, балаларға хөкүмәттән түләнгән ярҙам аҡсаһын да юллап алырға осона сыға алманы. Ҡәйнә йортонда ла тарһындылар, өҫтәүенә эскән атай-әсәй үҙҙәре йәшәгән йорттарында янғын сығарып икеһе лә бер төптән көпә-көндөҙ янып үлделәр. Ауыр ҡайғынан миктәгән ҡатындың барып терәлер бағанаһы ла, ҡайтып төпләнер нигеҙе лә ҡалманы, ҡәйнә-ҡайныһы туранан-тура йәйләүгә эшкә барып төшөргә, ауылдағы фермерҙың һыйырҙарын һауып шунда йәшәргә кәңәш иткәс, сараһыҙҙан риза булды. Янғын мәлендә көтөүҙә йөрөп ҡалған ата-әсәһенең һыйырын етәкләп илай-илай йәйләүгә йәшәргә күсте ҡатын, балалары береһе итәктә, икенсеһе ҡулда. Алдағы ҡышты нисек сығырын да белмәй ине, өмөтләнеп эҙһеҙ юғалған ирен ике балаһын ҡосағында йылытып көттө, килһә ҡәйнә йортона эйәртеп алып ҡайтырын күҙалланы.
   Йылы йәй үтте, һалҡын сентябрь ҙә оҙаҡҡа һуҙылып өшәндерҙе, һыуыҡ октябрь айы тыуғас ҡайҙа барып баш терәү тураһында күберәк уйланды. Фермер ауылда малсылыҡ һарайы янындағы өйҙә  йәшәргә ҡалыуын һораһа ла, уның ҡатыны аулаҡта осратып фермаға яҡын да юлатмаясағын асыҡ белдерҙе, хатта малсылар өйө менән бергә балаларын да ҡуша яндырасағын киҫәтте, көслөнөкө замана. Бер гонаһы булмаһа ла үҙенә күҙ һалған ирен көнләшеүенән ине быныһы,  көйәҙ ҡатынға үҙенең эш биреүсеһенә күтәрелеп тә ҡарарға ҡыймағанлығын нисек аңлатһын, сараһыҙҙан йәйләүҙә йәшәгәнлеген аңлаймы ул.
    Үҙенә яҡынларға теләгән, йәйләүҙә бергә эшләгән моторист егеткә ым бирҙе, уның квартираһында бергә йәшәй башланылар. Үҙенән күпкә йәш егет фермерҙан ҡыҙғанып ҡатынын фермаға эшкә йөрөтмәне, белә ине фермерҙың уны ҡарауыллағанын, аулаҡ мәлдә тап килтерергә тырышҡанын.
      Элекке бөткән совхоз квартираһында ине егеттең йәшәгән урыны, һарайҙары булмағанлыҡтан һыйырын быҙауы менән үҙ йортонда йәшәгән ҡайны-ҡәйнәһенең һарайында тоттолар, йәй бесән әҙерләмәгәнлек бәкәлгә һуҡты.
     Тырышты ҡатын, һыйырын бөтөрмәҫ өсөн, иртә таңдан барып ҡайны-ҡәйнәһенең малын ҡараны, юл ыңғайы өйөн йыйыштырып, иҙәнен дә йыуып сығарыр булды, һүҙ теймәһен, малы шунда бит, малына бесән бирәләр, һыпырып эшләне уларҙың барлыҡ эштәрен. Ҡайтыуына балалары өйөн туҙҙырып, асығып уянһалар ҙа риза ине, тик ҡаза ғына бирмәһен, иҫән-һау булһындар бәләкәстәре.  
   Ҡәйнәһенең яманлап һөйләүен дә үткәрҙе, килен ялҡау, өйөн таҙа тотмай йәнәһе. Төш-кис барып мал аҫтын таҙартҡанда ла, шул уҡ хәл ҡабатлана, ут-күҙҙән һаҡлаһаң ине тип бер Хоҙайына ялбара.
     Ҡәйнә йортона  балаларын эйәртеп барырға уйламаны ла, белә яратмағандарын, сит кеше күҙенә ҡаратып ултыртмаҫ, үгәй ата ҡулында ла еңел түгел уларға, үҙ йөгөн үҙе күтәрер, балаларына наҙын йәлләмәне. Ике өй араһында югереп үтте йыл ярым ваҡыты, һыйыры быҙаулағас һөткә туйындылар, һөтөн ҡәйнә йортонда сепараттан үткәреп, бар һауыт-һабаһын ҡуша йыуып, йыйыштырып ҡайтыр булды.
     Һәүетемсә барған тормош бер көндә шауҙырлап  емерелде, һауынсы етешмәгәнлектән эшкә саҡырып килгән фермерҙы күреп, ҡыҙғанып ҡатынын туҡмап ҡыуып сығарған йәш ирҙе бер кем дә ғәйепләмәне. Электән йөрөгәндәрҙер, ике балалы бисәне алғанға рәхмәт әйтмәй, аҡсалы ирҙе эйәләткән тейме...
     Һыйырһыҙ ҡалғанға илаулап, иткә һуйып һатыусы мал йыйыусыны табып һыйырын арзан хаҡҡа машинаға тейәткәндә, быҙауын ҡайныһы һарайҙа аҫыраған хаҡына тартып алып ҡалды. Малдарҙың үҙәкте ярып баҡырышҡандары һаман төшөнә инә, тыуған нигеҙенең төҫө, ата-әсәһенең иҫтәлеге итеп, күңелен һалып, тырышып тәрбиәләй  ине. Иренән туҡмалып ҡыуылып сыҡҡас барыр ере, туҡтар туҡталҡаһы ла юҡлыҡтан, үҙенең һыйырын  тейәшергә ярҙамға ҡырҙан бергә килгән, ошоғаса әсәһе менән генә йәшәгән буйҙаҡ, ҡырҡ биште үткән ир йәшәргә бергә саҡырғас эйәреп килде. Белде  ҡайҙа, ни өсөн саҡырғанына, башын эйеп күнде күрәсәгенә, балалары хаҡына ҡәйнәһенә, иренә ярарға тырышты.
     Әлегәсә өйләнмәгән ир яратты уны үҙенсә, ҡыҙы тыуғас бөтөнләйгә үҙ итте. Эсеүен ташлап донъя бөтәйтергә кереште, махсус хәрби операцияла барырға теләүе лә ошоғаса мәғәнәһеҙ үткән тормошон тиҙ арала рәткә һалырға теләүҙән ине. Эх тормош, һин күпте уйлайһың, яҙмыш үҙенсә хәл итә. Күңеле һилләнеп ҡалғандай булған ҡатын башына тағы ауыр ҡайғы ябырылды, бәләкәс ҡыҙғынаһы  атайһыҙ ҡалды. Ике ҙур малайҙарының хәбәрһеҙ юғалған атайҙарын һорашыуынан, яңы атайҙарҙан рух күтәреңкелеге тоймағандарын һиҙә ҡатын, сараһыҙҙан бисара, барыр ере, батыр күле булмағанлыҡтан эт кеүек эйәреп йөрөй һәр саҡырған иргә.
     Ҡатынды тертләтеп ишек асылды, өйгә бикәме менән килендәше килгән икән.
     -Иреңде аҡса өсөн һуғышҡа ебәреп, үлгәнлегенә аҡса сығарттырып байырмын тип һуйҙайып ирәүәнләнеп ятаһыңмы? Силсәүит барып хәлен белегеҙ тигән булып шылтырата, быныһы йоҡо һимертә, ҡыл да ҡыбырлатмай...
     Ярһып ингән ҡатындар сыуылдап илаулаша башлағас, балалар ҡурҡып әсәләренә һыйынды, был инәйҙәрҙең үҙҙәрен һөйһөнмәгәндәрен бала күңелдәре менән тойомлайҙар ине.
     -Һинең бында бер нимәң дә юҡ, ҡустымдың ҡырҡы үтһә, дүрт яғың ҡибла, балаң уның исеменә яҙылһа ла ЗАГСҡа тормағанһығыҙ, аҡса тип ауыҙыңды ла асмайһың, һиңә бер тин дә эләкмәйәсәк. Был өй беҙҙең тыуған йортобоҙ, һинең өлөшөң юҡ бында, эҙең дә булмаһын йорт тирәһендә.
      Әле генә аят ашында киленен маҡтап бөтөрә алмаған килендәшен, бикәмен бындай хәләттә күреп ҡатын аптыранды, ҡаушаны. Башҡалары нимә тиер, ҡырҡы тулыуға көндәр ҙә ҡышҡа инә, ҡыуып сығарырҙармы тағы ҡыш өҫтөндә, өс бәләкәй бала менән тағы ҡайҙа һыйыныр.
    Әлегә был хәлдең ысынмы, түгелме икәнлегенә төшөнә лә алмаған ҡатын юғалып ҡалды, әле генә өйлө, ирле, яҡлаулы барған тормошо тағы емерелде, барыһы ла юҡҡа сыҡты, алда тағы билдәһеҙлек, ниндәй күрәсәген күрер. Кемдер таҡыр, тура юлдан барғанда бәхет ҡапҡалары үҙенән үҙе  асыла, ә кемгәлер соҡор-саҡырлы бысраҡ юлдан барып та, инде еттем, тотҡаһына үрелдем, тигәндә, танау төбөндә шартлап ябыла, дөрөҫмө был?

Гөлдәр әбей.

Автор:
Читайте нас: