Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
17 Июль , 21:50

Кем кәрәк?

Ҡалын уҫал тауыштан Зәлифә тәүҙә юғалып ҡалды. Унан: - Мин һеҙҙең ҡатынығыҙ ятҡан дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләйем. Һөйөнсө, ул аңына килде! - Һе, һөйөнсө, имеш... Кемгә кәрәк ул мәскәй әбей?! - Һеҙ ҡатынығыҙ янына килһәгеҙ, уға яҡшыраҡ булыр ине, тиҙерәк йүнәлер ине. - Миңә тимәһә дөмөкмәгәнме шунда! - Нисек инде... - Мин һеҙгә доктормы?! Уның хәлен яҡшыртып йөрөргә, дауалағыҙ үҙегеҙ! Мине ҡаңғыртмағыҙ!..

Кем кәрәк?
Кем кәрәк?

Әсе борос тәме

хикәйә

Иренең енләнеп ҡайтып килгәнен Нурбикә уның атлап килеүенән үк аңланы. Фәрзән янынан үтеп барған эткә ҡулындағы сыбыртҡыһы менән һелтәнде, юлдағы ташты тибеп осорҙо. Нурбикә ҡурҡышынан ҡатып ҡалды. Ә йөрәге һуң, йөрәге! Әйтерһең, уның тибеше бар йортҡа дарҫлап ишетелә. Шул арала иренең соланда нимәнелер дөбөрләтеп ҡолатыуы, унан бесәйҙең ҡурҡыныс итеп мыяулауы ишетелеп ҡалды. “Фәләнеңде фәлән итәйем!”-тип ярһып йортҡа килеп ингән Фәрзәнде Нурбикә томан аша күргәндәй булды. Ул аңын юғалтты.

Битенә еңел генә ел иҫеүенән уянған ҡатын рәхәтлектән иҙерәп ята бирҙе. Күптән ундай тыныслыҡты тойғаны юҡ ине. Күҙҙәрен асырға маташты. Әммә уларына таш һалып ҡуйылғанмы ни, ауырлығы баҫты. Нурбикә “теге донъяға күсеүем шулай еңел генә булғандыр” тип уйлап ҡуйҙы. Әммә янында ғына: “Һеҙгә уянырға кәрәк. Уянығыҙ!”-тигән яғымлы тауыш ишетелде.

Күҙҙәр көскә асылды. Бар бүлмә ап-аҡ, тәҙрәнән төшкән нурҙары ла һөт төҫөндә. Янындағы шәфҡәт туташынан: “Ҡайҙа мин?”-тип һораны. Тик тауышы сыҡманы. Йәш кенә ҡыҙ уны аңланы. Ирендәрен сылатты, унан: “Дауаханала һеҙ, борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр”,-тине. Шәфҡәт туташы яҙмыш тарафынан үтә лә ҡыйналған һәм таушалған ҡатынға дөрөҫөн әйтә алманы. Аңы инерле-сығырлы булған ҡатынға күпме тикшеренеүҙәр эшләнде, анализдар. Улары ябай район үҙәгендә булмаҫ та ине, баш ҡаланан килгән табиптарҙың эшләгән ваҡытына тура килде. Иҫенә килә алмаған был ауырыуҙы профессор һынлы профессор ҡараны бит. Унан консилиум үткәрҙеләр. Ауырыу күптән аңына килергә тейеш тә ине бит, әммә әйтерһең, үҙе был донъяға ҡайтырға теләмәй, уянмай аптыратты. Табиптарҙың диагнозы ла ҡурҡыныс булып яңғыраны – яман шеш. Операция яһарлыҡ стадияла түгел. Шәфҡәт туташы ҡатынға саҡ утыҙ йәш тулыуын белеп аптырап китте. Үҙенән ни бары дүрт йәшкә өлкән! Әммә кипкән япраҡтай булып киткән ҡатындың төҫ-ҡиәфәте күпте кисергән әбейҙәрҙеке кеүек. Берсә аңына килеп, берсә кире үҙ донъяһына сумған ҡатын янына килеүсе кеше лә юҡ бит, исмаһам! Әллә яңғыҙмы тип уйлағайны, ире барлығын әйттеләр. Уныһы ҡайҙа йөрөйҙөр инде? Әллә ҡатынының хәлен белмәй ҡалдымы икән. Шулай тип уйлап Зәлифә ҡатынды килтергән ауылға шылтыратты. Хәлде аңлатҡас ирҙең телефонын бирҙеләр.

- Кем кәрәк?

Ҡалын уҫал тауыштан Зәлифә тәүҙә юғалып ҡалды. Унан:

- Мин һеҙҙең ҡатынығыҙ ятҡан дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләйем. Һөйөнсө, ул аңына килде!

- Һе, һөйөнсө, имеш... Кемгә кәрәк ул мәскәй әбей?!

- Һеҙ ҡатынығыҙ янына килһәгеҙ, уға яҡшыраҡ булыр ине, тиҙерәк йүнәлер ине.

- Миңә тимәһә дөмөкмәгәнме шунда!

- Нисек инде...

- Мин һеҙгә доктормы?! Уның хәлен яҡшыртып йөрөргә, дауалағыҙ үҙегеҙ! Мине ҡаңғыртмағыҙ!

Телефондың өҙөк-өҙөк тауыштары ишетелде. Зәлифә бер килке ышанмағандай уға текләп ҡарап торҙо. Унан үлемгә дусар ителгән ҡатынды йәлләп күҙенән йәштәр йүгерҙе. Зәлифә сменаһы булғанда Нурбикә янына инеп ултырҙы. Шуныһы ғәжәп, таушалып, бөтөп киткән ҡатын йылмайһа, палата нурланып китә. Йөҙө лә йәшәрә, матурая. Төнгө сменаға килгәнендә оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Зәлифә өйөнән тәмле итеп баллы сәй алып килеп эсерҙе, ашатты Нурбикәне. Бында хәстәрлекте күрмәгән ҡатындың күҙҙәре йәшләнде. Зәлифә уның тыныс тауыш менән яҙмышын бәйән итеүен тетрәнеп тыңланы.

- Иремә шылтыратырға кәрәкмәҫ ине. Мин уның өсөн кеше түгел. Ун ете генә йәшемдә уға кейәүгә бирҙеләр. Атайым менән әсәйем вафат булғас, алыҫ туған булған инәйем тәрбиәгә алғайны. Миңә ул саҡта ете генә йәш ине. Иркә ҡосаҡта үҫкән балаға ҡапыл ҙурайырға тура киллде. Сөнки инәйҙең үҙенең балалары юҡ ине. Күрәһең, әсәлек тойғолары уянмағас, балаларҙы нисек ҡарарға белмәгәндер. Таңдан тороп уға мал ҡарашыу, йорттағы һәм кәртә-ҡуралағы бөтмәҫ эште эшләшергә тура килде. Ҙурая килә уларҙың барыһы минең елкәмә төштө. Юҡ, зарланмайым. Детдомға бирһәләр, бәлки, күпкә ҡурҡыныс булыр ине. Шул эш араһында ғына дәрестәремде әҙерләп маташтым. Теүәл фәндәргә һәләтем бик шәп ине лә, кем генә уҡытһын мине. Класс етәксебеҙ инәйҙән туҡмалып күгәргән еремде күрһә лә, өндәшмәй ҡалды. Сөнки улар бик яҡшы әхирәттәр ине. Шулай ҙа бер мәл йортҡа тикшереү килде. Миңә ун ике йәштәр тирәһе ине. Күршеләр инәйҙең мине туҡмауын күреп ялыу яҙғандар. Бер һүҙ әйтмәнем. Әлеге лә баяғы “детдом” тигән ҡурҡыныс һүҙҙән ҡурҡтым. Инәйем бынан һуң һирәк ҡул күтәрҙе. Әммә миңә булған нәфрәте тағы ла артты, шикелле. Ул мине тәрбиәгә алғанына бик үкенгәнен аңланым. Тик хөкүмәт ҡарамағына тапшырырға кешеләрҙән оялды. Уның күҙенә салынмай күләгә кеүек йәшәргә өйрәндем. Миңә ун ете йәш тулғанда йортобоҙға бер йәш ир килеп инде. Инәйемдән: “Ошо ҡыҙҙы әйткәйнеңме?”-тип һораны. Ул баш ҡаҡты. Тегеһе яныма килеп мине ҡапшап-тотҡослап ҡарай башланы. Мин илап ебәрҙем. Инәйем: “Алам тигән кеше килеп сығыу менән шуға тоттороп ебәрәм, етем быҙау! Әрәмтамаҡ!” тип әрләй торғайны. Һәм мин уның шундай ирҙе тапҡанын аңланым. Шулай Фәрзәндең ҡатыны булып киттем. Ул күрше ауылдан ине. Инәйем менән атайымдың йортон һатып, аҡсаһын бүлешеп алғандарын һуңынан ғына белдем. Ете йәштән бер ҡайҙа сыҡмай, эш менән булғас, ир шулай була икән тип йәшәнем. Фәрзәнде ауылдарында бер кем яратмай ине. Уның уҫаллығы, ҡаты бәғерле булыуы бар тирә-яҡҡа таралған. Шуға күрә утыҙға тиклем өйләнә алмай йөрөгән икән. Өйөнә алып ҡайтып ул минең менән тәүге төндө үткәргәс тә, дөрөҫөрәге көсләгәс тә, икенсе көнөнә үҙемә ҡул һалырға булдым. Һарайҙа ҡулыма бау алып торғанымды күреп ныҡ итеп туҡманы. “Дөмөгөргә теләһәң, үлемең минең ҡулдан ғына буласаҡ. Еңел генә үҙең теләгәндә үлергә бирмәйем мин һиңә!” - тине.

Ысынлап шулай килеп сыҡты ла. Мине бикләп тигәндәй тотто. Туғандар юҡ, бер кем менән аралашырға бирмәне. Уның бар теләген үтәгән йәнһеҙ ҡурсаҡ булып йәшәнем. Тамағыма аш барманы. Шуға күрә ябығып тик барҙым. Был Фәрзәнде оторо ярһытты. Бер көн мин бешергән ризыҡты көсләп-көсләп ауыҙыма тыға башланы. “Аша тием мин һиңә! Миңә туп-тумалаҡ бисә кәрәк, һин үләкһәне нисек ҡосаҡлап ятмаҡ кәрәк!”-тип ярһыны. Ашатҡан нәмәһен аҡтарып ҡоҫҡан өсөн тағы ныҡ итеп туҡмалдым. Шундай йәшәйешемә күнеп йәшәп тик яттым. Шулай ҙа бер көн инәйем килде. Фәрзән ҡайтмаған ине әле. Алдына тубыҡланып иланым: “Ҡолоң булырмын, тик алып ҡайт мине!”-тип. “Ир бисәһе булып өйрән. Яҡшы ҡатын булһаң, ундай хәлгә ҡалмаҫ инең”,-тине лә, һуңғы өмөтөмдө һүндереп сығып китте. Нимәгә килгән булғандыр, аңламаным. Әммә Фәрзәнгә минең алып ҡайтырға һорауымды еткергән. Бәлки, йәлләгәндер, ни тиһәң дә туғанбыҙ бит. Әммә Фәрзән мине тәүлек буйы карауатҡа бәйләп тотто. “Обижать итеүҙе күрмәгәнһең әле һин!”-тип ҡыланмағаны ҡалманы. Иҫемде юйыуым ғына аҡылымды һаҡлап ҡалырға ярҙам иткәндер...

Нурбикә янында ултырған Зәлифәнең түгелеп илауын күреп, ипләп кенә уның ҡулын ҡағылды.

- Илама, һылыу, сеү... Һәр кемдең үҙ күрәсәге бар донъяла, миңә яҙған яҙмыш шулдыр. Әҙәм балаһы был донъяға әллә нисәмә мәртәбә тыуа. Һәр ғүмерендә унан алдағыһында ҡылған гонаһтары өсөн яуап тота, тигән һүҙҙәрҙе бер ишетеп ҡалғайным. Шул миңә тыныслыҡ бирә. Күрәһең, үткән ғүмеремдә бик гонаһлы, алама булғанмын. Хәҙер шулар өсөн язаһын алам да, һуңынан бик бәхетле булып донъяға тыуырмын. Ысын һөйөүемде табырмын, балалар үҫтерермен. Шул тиклем бәпес үҫтергем килә! Фәрзән ниңәлер балалар теләмәне. Бәлки, сабыйыбыҙ булһа, ул да тынысланып, татыу ғаилә булып йәшәр инек тә бит... Ауырға ҡалғанымды белеп бер мәртәбә абортҡа алып барҙы. Икенсеһен туҡмап төшөрҙө... Башҡа ауырға ҡалманым. Фәрзәнгә лә, инәйемә лә асыуланмайым мин. Улар ҙа бәхетһеҙ бит. Шулай булмаһа, мине түбәнһетеүҙән генә шатлыҡ кисереп йәшәмәҫтәр ине...

Зәлифә Нурбикә янынан сыҡҡас та түгелеп иланы. Янында йөрөгән өлкән санитарка апай: “Кеше ҡайғыһын күңелеңә алма! Үҙеңә хәсрәт тартырһың”,-тип әрләп алды. Тура килдеме, әллә оло кешенең юрағаны юш килдеме, Зәлифәнең әсәһе ҡаты ауырып китеүе тураһында хәбәр иттеләр. Юлға йыйынып йөрөгән шәфҡәт туташы Нурбикә янына хушлашырға инде. Нимә тип әйтергә белмәй, ыуаланып, ҡулын кеҫәһенә тыҡты һәм бармаҡтары нимәнелер эләктереп алды. Бетеү! Мәсеткә барғанында икәүҙе алғайны. Береһе муйынында гел, икенсеһен эш халаты кеҫәһенә тыҡҡайны. Зәлифә бетеүҙе Нурбикәнең муйынына таҡты. Унан үҙенең телефонын яҙып бирҙе. “Беҙ мотлаҡ осрашырбыҙ, Нурбикә апай. Һин бирешмә йәме, тик бирешмә! Һин үҙ бәхетеңде таба аласаҡһың. Тик ышан!”,-тине уны ҡосаҡлап.

Баш ҡала табиптары ҡайтып киткәс, Зәлифә лә әсәһе янына юлланғас, Нурбикәгә иғтибар бөттө. Оло санитарка ғына инеп хәлен белешеп йөрөнө. Уға Зәлифә әйтеп киткән икән. Бер көн Фәрзән Нурбикәне алырға килде. “Ошонда ғына дөмөкһәң булмаҫ инеме! Алып ҡайтыр кәрәк һине! Үлә торғандар янына алып барып тығыр инем, уныһында урын юҡ әлегә, тинеләр. Ҡалғандары түләүле. Ярай, оҙаҡҡа бармаҫһың, тинеләр. Тиҙерәк үлһәң үл дә!”-тине ул уҫал тауыш менән.

Нурбикәне ауылына тиклем алып барып еткерергә “Ашығыс ярҙам” машинаһы бирһәләр ҙә, Фәрзәндең сит машинаға бензинға аҡса биргеһе килмәне. Ҡоро һөлдә булып ҡалған ҡатынын йомарлап тигәндәй алып сығып, “Нива”һының артҡы ултырғысына ташланы. Һелкетә-һелкетә, һәр соҡорҙо һанай-һанай алып ҡайтып, өйҙәренә индерҙе лә, ал яҡтағы мейес башына быраҡтырҙы. Һәр нәмәне экономиялап өйрәнгән һаран ир, йортондағы иҫке мейестәрҙе лә боҙҙормаған ине. “Тиҙерәк дөмөкһәң, үҙеңә яҡшы булыр!”-тине.

Шул уҡ кистә өйҙә сит ҡатындың шырҡ-шырҡ көлгәне ишетелде. Хәлимә икән. Ире үҙе теләгәнсә туп-тумалаҡ бисәне тапҡан икән. “Ҡатының өйҙә бит!” “Булһасы! Үлә ул тиҙҙән. Иҫендә түгел” “Ярай улай булғас. Бик яҡшы” тигән өҙөк-өҙөк һүҙҙәр ишетелеп ҡалды Нурбикәгә. Мейес башында ятҡан ҡатын һыуһаны, хәле бөттө. Унан аңын юғалтты. Иҫенә килгәндә уға кемдер текләп ҡарап тора ине. Хәлимә икән. “Йә, йолҡош, үлһәң үл дә. Бөтөн кайфты боҙоп ятаһың!” -тип һаһылдап көлдө. Ирендәре ярылып, ҡанһырап ятҡан Нурбикә бер тамсы һыуҙың тәмен тойор өсөн барыһын бирергә әҙер ине. Юҡ шул, иренең һөйәркәһе лә мәрхәмәтһеҙ булып сыҡты. Шул саҡ Нурбикә мейескә үҙе үҫтереп киптерергә элеп ҡуйған әсе боростарҙы күреп ҡалды. Һыуһауҙан аҡылдан шашыр сиккә еткән ҡатын шуларҙың береһен алып имә башланы. Күпмегәлер тағы онотолдо. Иҫенә килгән һайын әсе боросто имде, уныһы ялҡынлы ут булып ярылып бөткән ҡанлы ирендәр аша тәненә үтеп инде. Нурбикә ваҡыттың иҫәбен юғалтты. Муйынындағы бетеүҙе тотоп Хоҙай Тәғәләнән үҙен был язаларҙан ҡотҡарыуҙы ялбарҙы.

Көпә-көндөҙ карауатта аунап ятҡан Фәрзән менән Хәлимә яндарына килеп баҫҡан Нурбикәне шунда уҡ күрмәне. Унан ир күҙҙәре зәһәр янып, ғорур баҫып торған Нурбикәне күреп ҡурҡышынан ағарынып китте. “Сығып китегеҙ бынан! Хәҙер үк! Миңә һинең өйөң кәрәкмәй, әммә мин йыйынғансы ҡайтып йөрөмәүең хәйерле булыр!” Фәрзән менән Хәлимә Нурбикәнең ҡулындағы ҙур бысағынан бигерәк, уның үҙенән ҡурҡып сығып һыҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

Бер тәғәм ризыҡһыҙ, бер тамсы һыуһыҙ үлергә ташлап ҡуйылған Нурбикә бер айҙан үҙенән-үҙе аяғына баҫты. Һуңынан үткән тикшеренеүҙәр ҙә уның тәнендә яман шештең әҫәре лә ҡалмауын күрһәтеп, табиптарҙы аптыратасаҡ. Нурбикә силсәүиткә барып Зәлифәгә шылтыратты. Шәфҡәт туташы әсәһен ерләп, ҡайғырып ҡына ултырған сағы ине. Зәлифә Нурбикәнең: “Мин йүнәлдем! Мине һинең бетеүең һәм әсе борос ҡотҡарҙы!”- тауышын ишетеп бер нәмә лә аңламаны, әммә бик ҡыуанды һәм уны үҙенә йәшәргә саҡырҙы.

Ҡояш нурҙарына сорналған Нурбикә нисәмә йылдар тотҡонлоҡта йәшәгән ауылға һуңғы ҡарашын ташланы ла, оло юлға атланы. Йәшәреп, сибәрләнеп киткән йәш ҡатындың Тәңре ҡөҙрәтенә, яҡшылыҡтың һәр саҡ еңәсәгенә ышанысы бар тирә-яҡҡа ғәжәйеп бер моң булып тарала ине...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: