Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
17 Июль , 21:00

Һатылған мөхәббәт

“Эт аламаһы, көн яманында ҡотора”- тип, боронғолар бушҡа әйтмәгән икән. Бөгөн Рәхиләләрҙең "Дошман" исемле эттәре көнө буйы күккә ҡарап эй олоно. Аптырап ҡатын бер ҙур күҫәк алып туҡмапта ҡараны, юҡ тәки олоуын дауам итте "Ҡороғор, эт булды. Эттә хужаһына оҡшамаһа хайуан буламы инде, исемендә есеменә тап килтереп ҡушҡан бит әле, ҡара

Һатылған мөхәббәт
Һатылған мөхәббәт

Зифа Ишмырҙина

Һатылған мөхәббәт

Хикәйә

“Эт аламаһы, көн яманында ҡотора”- тип, боронғолар бушҡа әйтмәгән икән. Бөгөн Рәхиләләрҙең "Дошман" исемле эттәре көнө буйы күккә ҡарап эй олоно. Аптырап ҡатын бер ҙур күҫәк алып туҡмапта ҡараны, юҡ тәки олоуын дауам итте "Ҡороғор, эт булды. Эттә хужаһына оҡшамаһа хайуан буламы инде, исемендә есеменә тап килтереп ҡушҡан бит әле, ҡара башыңа булғыры"- тип, үҙ алдына һөйләнеп өйөнә инеп китте. Үҙәккә үтерлек,көҙгө әсе ел, сикә, ҡулдарҙы өтөп алып бара. Иртәнге яҡҡан өй эсе һыуыныпта өлгөргән. Бар йылыны ел алып тик тора шул. Көҙҙөң иң һуңғы айы. Әле уларҙың бер ағас утындары ла юҡ. Ауып торған таҡталарҙы урынынан йолҡа тартып, балта менән тураҡлап шуларҙы ғына яғып тора. Мейестәре лә иҫкергән. Бынан утыҙ йыл элек мәрхүм ҡайныһы сығарған булған. Шул ултыра. Арлы бирле балсыҡ менән ямаулаған булһа ла төтәй. Вәлинуры эшкә тип сығып китәлә, лаяҡыл иҫерек булып төн уртаһында, ишекте тибеп асып ҡайтып инә. Балаларҙа аталарының холҡон белеп,тамаҡтарын иртүк туйҙырып , юрған аҫтына сумалар. Ярай әле, уныһы эсеп ҡайтҡас, өндәшмәй генә ятып ҡалһа.Кемгәлер көс төшөрөп һәр береһен һүгә башлай. Рәхилә төндәр буйы,ғүмерен ошо иҫерек ир менән талашып үтер, микән,- тип, илап сыға. Күҙ йәшеңде түгеү менән ни ҡылаһың инде. Яҙмышың шулай булғас. Инде нисәмә йыл, ҡара ер аҫтында ятҡан мәрхүмә әсәһенә үпкәләй. Ошо "алкаш" иргә ҡатынлыҡҡа биргәненә. "Ҡыҙыңа атай, үҙеңә ир булыр",- йәнәһе. Рәхилә лә йәшләй генә бер егеттән алданды ла ҡуйҙы шул. Ул ваҡытта сит, таныш түгел бер ҡалала тегенсегә уҡып йөрөй ине. Ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамланы ла, күрше ауылға йөрөп уҡымаҫ өсөн, документтарын алды ла сығып китте. Уҡыуын бер йылға ла тултырманы. Үҙенең ауырға ҡалғанын һиҙеп,күтәренеп кире тыуған йортона ҡайтып төштө. Әсәһе, Илдар исемле ҡустыһы менән генә донъя көтәләр ине. Күптә тормай, әсәләре “әхирәтләшеп” йөрөгән Хәмделнисаның ауылдарында мал ҡараусы булып эшләгән, ҡырҡҡа етептә өйләнмәгән Вәлинур исемле, улына кәләшлеккә әйттерҙеләр. Имеш ике әхирәт күптән балаларының бергә ҡауышыуҙарын көтөп йөрөгәндәр икән. Егеттең әсәһе ҡыҙҙы һоратҡанда уҡ әйтте: ”Киленкәйем хәлеңде бик аңлайбыҙ, сабый тыуһа алла бирһә, үҙебеҙҙеке кеүек ҡабул итеп алабыҙ”,- тине. Ҡәйнә тейеш кешеһе, бик аҡыллы, сабыр холоҡло ине. Ә инде улы, ҡарап тороуға төҫкә сибәр генә. Нишләптер ошо йәшенә тиклем өйләнмәгән булғандыр. Әхирәттәре һөйләүенсә, бик тиҙ ҡыҙып барыусан, артығыраҡ һалып алһа, ”крышаһы” китә тинеләр. Ҡатын алып, бала сағалы була башлаһа, баҫыла имеш. Ҡыҙҙы йорттарына "килен" итеп төшөрөп алғас та, йәшәгәндәренә дүрт айҙа булманы ҡыҙҙары Вәлимә тыуҙы. Зәңгәр күҙле, етен сәсле сабый һәр кемдең һушын алды. Ике сөм ҡара әҙәмдәрҙән, ап аҡ бала тыуһын әле. Буласаҡ атай кеше сабыйҙы шунда уҡ ят күрҙе. Берҙә генә ҡулына алып, һөйөп, иркәләп ултырғаны булманы. Ҡатыны, уның ошондай ҡыланышына, әллә ни иғтибар бирмәне лә. Йәшлек дыуамаллығы булғандыр инде. Ҡыҙҙарына йәш ярым тулғас, туптай игеҙәк малайҙары тыуҙы. Вәлинурҙың шунда ғына түбәһе күккә менгәндәй ҡыуанды ғына. Малайҙарын йыуҙырған шешәләренең иҫәбе һаны булмағандыр. Һыу кеүек аҡты ғына. Һалдырып алһа, үҙ алдына ҡупайып: ”Минең баһадир егеттәрем! Күҙҙәре, танауҙары бар ерҙәрелә миңә оҡшаған, һым”,-тип, ике яҡ беләгенә һала ла сеп сей балаларҙы, өй эсендә, төнө буйы йөрөргә мөмкин. Бәләкәстәренә ике йәш тулыр тулмаҫтан фермаға һауын һыйырҙарын ҡарарға сыҡты Рәхилә. Мыртыйҙарын ҡарау Вәлимәгә төштө. Хәҙер игеҙәктәрҙә ҡул араһына инде, ә ире эсеүенән һаман туҡтамай. Ҡәйнәһе лә улына көйөп, гүр эйәһе булды. Аталарының холҡон белеп бөткән ҡыҙ, ундай ваҡытта йоҡларға, әсәһенең ҡустыһы Илдарларҙа ҡала. Әле бөгөндә "ир" тигән әҙәм юҡ. Утты һүндереп йоҡларға ятҡайнылар ғына, тыштағы эттең шыңшыған тауышы менән әсе ел бергә ҡушылды. Күңелгә ниндәйҙер ҡурҡыныс шом һалынды. Ҡатындың йоҡоһо ла ҡасты инде. Ятҡан еренән ҡапыл һикереп тороп өҫтөнә бишмәтен һалды ла тышҡа сыҡты. Ауыл өҫтө тып тыныс. Урамға сығып арба тауышын тыңланы. "Юҡ,былай булмай",- тип, тыштан өй келәһен эләктерҙе лә, ферма яғына атланы. Яҡынайған һайын һыйырҙарҙың мөңрәгән тауыштар ишетелә. Әсе ел ҡулды ялай ғына. Ике ҡулын бишмәтенең еңенә тыҡты. Таш һарайҙың эсенең бер мөйөшөндә ирҙәр һөйләшкәне ишетелә. Ярыҡтан ғына күҙәтеп, тыңлай башланы ҡатын. Ҡараһа,шешәләш дуҫтары менән Вәлинуры ҡыҙып китеп кәрт һуғалар. Алдарында ике бутылка араҡы, ҡаты тоҡо ғына закускалары. Үҙҙәре яман һүгенеп давайлашып китәләр. Рәхилә яман ныҡ өшөһә лә, һаман шым ғына күҙәтеүен дауам итте. Бер ваҡыт, кәрт һуғыусылар Вәлинурға ҡысҡыра башланылар, "еңелдең әйҙә, быныһында нимәңде һалаһың, йыртыҡ ыштаныңдымы?"-тип мыҫҡыллы тауыш менән көләләр. Ире мөшкәйеп; "Йә, инде, егеттәр, һуң бына ултырттым бит, алдығыҙға",- тине. Тегеләр һаман бының өҫтөнә менеп киләләр: "Һин нимә, беҙҙе шул тиклем иҫәргә һанайһыңмы әллә?" Ҡойроғо ҡомға терәлгән ир, тегеләй былай йөрөп ауыҙындағы тәмәкеһен сйнәп төкөрҙө лә. "Ярай егеттәр,әгәр риза булһағыҙ ҡатынымды һалам",-тине. Араҡы менән төтөн еҫенә алйыған ирҙәр, бынан хахылдап көлөп ебәрҙеләрҙә руссалап ҡына: "Это уже, другое дело брат! Һиңә сыҡҡанда уҡ бисәң ҡыҙ түгел ине, ҡалала уҡ уның уйнаш булғас, брат,дөрөҫ эшләйһең, үсте алыр кәрәк. Бир бишеңде!- тип, устарын усҡа һуғып, ирҙең арҡаһынан тупылдатып һөйөп ҡуйҙылар. Хәшрәттәрҙең һүҙҙәре Рәхиләнең ҡолағына мылтыҡтан атҡан һаҫыҡ дары тултырылған пуля кеүек атылып килеп инде. Ғәрлегенән илайым тиһә йәше сыҡмай. Кәүҙәһе таш булып ҡатты ла ҡалды. Нишләргә эскә инеп пыран заран килтереп һуғышырғамы,әллә иң яҡшыһы күҙҙәренә салынмау яғы кәрәкме. Ауыл яғына атлайым тиһә,аяҡтары батҡаҡҡа батып тартып сығара алмаған кеүек. Нисек итеп өйөнә ҡайтып еткәндер иҫләмәй. Ишекте асып йылыға ингәс кенә иҫенә килде. Улдары бер нимә белмәй мыш-мыш килеп йоҡлайҙар. Барып юрғандарын,рәтләп ябып ҡуйҙы. Туҡта теге иренән йәшереп ултыртҡан ярты шешәләй араҡыһы бар ине, тип шкаф артынан сығарып ярты стакан итеп ҡойҙо ла, башын артҡа таштап, ҡапыл ауыҙына ҡойҙо. Шул ыңғайы сәсәптә китте, тамағын, эсәктәре буйлап яндырып төшөп киткәнгә түҙмәй, эсен бер ҡулы менән ҡыҫып тотоп иҙәнгә бөгөлөп төштө: ”Нисә йыл бергә ғүмер кисереп,бер һауыттан ашап,бер түшәктә ятып,һөйөү наҙыңды бүләк иткән ирең,ниндәйҙер юҡ ҡына кәрт өсөн ҡатынын һалып ултырһын әле, тимәк ул ошо көнгәсә ҡара йыланды, йылы ҡуйынына һалып ятҡанын белмәгән. Вәлинур, мин һиңә ниндәй насарлыҡ эшләнем һуң? Эй хоҙайым, был донъяла минең ниндәй ғәйебем бар, йәшлек яңлышыуым ғына бит! Ҡорһағымдағы сабыйым менән беҙҙе ҡабул итеп алғас, һинең алда үҙемде бурыслы кеүек тойоп, ярарға, яратырға тырыштым. Эсеп, төндәр буйы юғалып торһаңда берҙә генә үпкә һүҙҙәре әйтмәнем. Туптай бер түгел ике малай бүләк иттем. Нимә етмәй һиңә?- тип йоҙроҡтарын төйнәп иҙәнде туҡмай-туҡмай иланы. Әсе һыуҙы берҙә генә ауыҙына алмаған ҡатын бирешкән ине. Ишекте шар асып ингән ирҙең алдынан уҡ түргә уҙған әсе ел ҡатындың сикәһен өтөп алды. Рәхилә айныған кеүек иҙәндән карауатҡа барып ятырға самалағайны, алйыған ире ҡатынының өҫтөнә кейгән халат елкәһенән йомарлап тотоп, һыңҡылдатҡансы ултырғысҡа ултыртты: "Инәңде"-тип, әшәке һүгенеп: "Һин,иҫерек бит, ҡайҙа эстең, ә? Кем менән уйнаш иттең, әйт? Хәҙер башыңды балта менән өҙә сабам",-тип ҡатынын ултырғысы менән ҡуша тибеп осорҙо. Дөмбөр,шатыр итеп ҡалған тауышҡа, рәхәтләнеп, йылынып ҡына ятҡан малайҙар, күҙҙәрен ыуышып илап килеп торҙолар. "Әтей, зинһар әсәйемә теймә инде! Ул берҙә нимә эшләмәне бит һуң?"- тип икеһе ике яҡтан аталарының аяғына барып йәбештеләрҙә, уныһы әсәләренә йоҙроҡ төйнәп барһа, былары һәр аҙым һайын, ҡулдарын ысҡындырмай һөйрәлеп барҙылар. "Үлтерәм! Өйҙән сығып кит, күҙемә күренмә". Аталарын урындыҡҡа йыҡҡас ҡына, уныһы шулай килеш хырылдап йоҡлапта китте. Тышҡа йүгерешеп, һарай артында ҡурҡып йәшенеп торған әсәләрен өйгә алып инделәр. Ике балаһын янына һалып, саҡ тынысланып йоҡлап китте ҡатын. Ике ҡулы менән башын тотҡан ир таң атыр атмаҫтан уянып, ҡатынының өҫтөндәге юрғанын һелкә тартып иҙәнгә ырғытты. "Тор! Уйнаш итеп арып йоҡлап ятаһыңмы? Нишләп һаман мейескә яҡмағанһың? Ҡайҙа иртәнге ашың?"- тип, әсе һүгенеп, өҫтәлдәге буш табаны стенаға ҡуша һуҡты. Ҡурҡышынан һерелдәп торған ҡатын саҡ телгә килеп: "Яғырға утын юҡ бит һуң? Иҫке моҫҡо таҡталарҙа бөттө инде. Хәҙер бер нисә көндән ҡыш була. Эре торо утын булмағас, өй ҙә йылынмай, ел алып тик тора", - тине. "Ана, уйнаш Ғәлиәхмәтеңә әйт, какрас тракторы бар, һиңә бесплатно ташып бирер",-тип ишекте шарт ябып сығып китте. Ҡатын бик аңлап тора, сүпте нисектә булһа уның башына өйөргә теләй. Йәнәһе лә ул ғәйепле, түгел,бисә ғәйепле. Ғәлинурҙы ла уйлап табып, уға ҡушып тора. Инде ул йәш егеттең ниндәй ғәйебе булһын инде. "Апай, ҡайҙа ярҙам итәйем",- тип,фермала уныһын-быныһын күтәрешеп йә һалышып китә. Тапҡан ҡушыр кеше. Үҙенән нисәмә йәшкә кесе әҙәмдән. Кисә төндә эҙләп барып, үҙ ҡолағы менән ишеткән һүҙҙәрен әлегә иренә әйтмәйерәк торҙо.Яйы тура килгәндә генә һөйләп бирермен. Эскән ваҡытта ауыҙынан нимә сыҡҡанын, бәлки белмәйҙер,- тип,үҙен йыуатҡан булды. Вәлинурының холҡо булмағас, һүҙ әйтергә ҡурҡа шул. Нисәмә тапҡыр туҡмалды бит. Эштә берәйһе менән һүҙгә килешеп ҡайтала, өйҙәге ҡатынына көс төшөрә. Кәртә тирәһенән алам,һөләм утын киҫәктәрен йыйнап,алып инеп мейесенә тоҡандырып, эшенә йүгерҙе. Таш һарайҙа ирен осратманы, теге шешәләш дуҫтарының береһе ирен сите менән генә йылмайып килеп, ҡулын ҡатындың янбашына һалған булды. Рәхилә йән асыуына ирҙе килеп этеп йыҡты. Уныһы саҡ айнып килгән нәмә, гөрҫ итеп, һөт тултырылған бетондар араһына барып төштө .Шунда башын ыуалап ятып ҡалды. Бөгөн етмәһә, бригадир Сәлим ағай "Ҡыҙыл мөйөштә, йыйылыш була"- тип белдереү яҙып элгән. Төшкөлөккә өйгә ҡайта алманы ҡатын. Йыйылыш бик оҙаҡҡа һуҙылды. Бында ла иреш,ҡысҡырыш. Кемгәлер көн кәрәк, аҡса етмәй. Таралышҡан ваҡытта Вәлинурына "әйҙә ҡайтайыҡ",- тигәйне уныһы: "Эшем бөтмәгән әле",-тип, икенсе һарайға китте. Кисәге ярты стакан араҡы күп булды шикелле, йөрәге атылып сығырҙай булып тибә генә. Атлай башлағайны, быуынына төшөп таҡа хәлде бөтөрҙө. Ҡара тиргә батты. Артында ла йә атлы кеше күренмәй. Барыһы ла алдан ҡайтышып бөткәндәр шикелле. Имгәкләп тигәндәй өйҙәренә килеп етеп, өй ишеген асып ебәргәйне, күм күк ҡара төтөн тышҡа атылды. Күҙҙәре шарҙай булған ҡатын, сәсәй-сәсәй төпкө бүлмәләгә йүгерҙе. "Рәфил, Рәфис балам һеҙ ҡайҙа?"- тип йән әрнеткес тауыш менән ҡысҡырҙы. Игеҙәк малайҙар тәмле йоҡоларынан уянып етмәгәндәр ине. Бына, бына "Әсәй! Пожалуйста сәк кенә йоҡлайыҡ, әле?"- тип әйтерҙәр кеүек. Юк, улар өнһөҙҙәр ине. Рәхилә сеңләп илап, һәр береһен берәмләп күтәреп, тышҡа алып сыҡты. Ергә сүгәләп малайҙарының битенә һуғып, түшенә баҫып ҡараны. Ҡатындың әсе илаған тауышына күрше-тирә йыйылып китте. Шул арала фельдшер, участковый килеп етте. Балаларға бер нисектә ярҙам итә алманылар. Төтөнгә тонсоҡҡан булғандар. Килгән кешеләр араһында был ғаиләне әрләүселәре лә, йәлләүселәре лә табылды: ”Бахыр, сабыйҙарҙың, башҡалар кеүек бәхетле бала саҡтарыла булманы инде, иреш-талаш йүнлегә алып бармай шул”. Янындағыһы өҫтәп ҡуйҙы: ”Ҡуй инде, йоҡлаған килеш кенә киткәндәр бит. Хоҙай бер ғәйепһеҙ сабыйҙарҙы алғансы, аталарын ер ҡуйынына алһа”. Күптән ҡатынын, балаларын шешәгә алыштырған атай ғына юҡ ине халыҡ араһында. Ошо көнө йомшаҡ һаламды үҙ түшәге итеп алған әҙәм бер нимә белмәй, йоҡлайҙыр инде. Эскән ир балаларының нисек, ҡалай үҫкәндәрендә һиҙмәй ҡалды. Ҡатын уландарын һөйөп, яратҡан һайын: ”Эй, хоҙайым төҫтәре уныҡы булһа ла, холҡо оҡшамаһын!”- тип теләр ине. Рәхилә мейесенә яҡҡан ваҡытта тығынды асырға онотҡан булған. Етмәһә сей утын быҫылдап төтәп тик ятҡан. Ундай утындың төтөнө бик яман була шул. Ирҙе саҡ айнытып алып ҡайтып еткерҙеләр. Мәйет өҫтөндә әйтешеүҙең бер генә файҙаһы ла юҡ ине инде.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: