Ғаилә йылы
15 Июль 2024, 10:56

Иң ҡәҙерле кеше һин, әсәй!

13 июль көнө ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле әсәйебеҙ Сания Әхмәтзыя ҡыҙы Манапова күркәм ғүмер байрамын – 70 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан яҡыныбыҙҙы тыуған көнө менән тәбрикләп, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен.  Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға ҡыуанып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетлеғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы.  Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй!Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,Беҙ бәхетле һинең яныңда.Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,Тормош йәмле тик һин булғанға!

Иң ҡәҙерле кеше һин, әсәй!Иң ҡәҙерле кеше һин, әсәй!
Иң ҡәҙерле кеше һин, әсәй!

Әсәйҙән дә ҡәҙерлерәк, бөйөгөрәк кеше бармы икән?! Юҡтыр ул. Уның беҙҙең карауат янында үткәргән йоҡоһоҙ төндәре, беҙҙең өсөн борсолоуҙары хатта беҙ үҫеп еткәс тә ташлап китмәй. 

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ Сания Әхмәтзыя ҡыҙы сығышы менән Күгиҙел ауылынан. Ауылдағы мәктәпте тамамлау менән хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Сибай педагогия училищеһына юллана. Ваҡыты еткәс, ҡулына диплом алып, ҡабаттан тыуған ауылына ҡайтып, хеҙмәт юлын башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы бәләкәстәргә башланғыс белем бирә. Тырыш уҡытыусының хеҙмәте  Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” билдәһе, республика һәм район кимәлендәге төрлө Маҡтау грамоталары, район  башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары һәм күп һанлы Почет грамоталар менән баһаланды. 

Әсәйебеҙ йәшлек йылдарында ауылдашы Ғәли Ғилмитдин улы менән яҙмышын бәйләй. Улар иңгә-иң терәп, матур пар булып 50 йылға яҡын йәшәнеләр. Әммә, үкенескә күрә, ике йыл элек ҡәҙерлебеҙ беҙҙе бөтмәҫ ҡайғыларға һалып, фани донъяларҙан китеп барҙы. Атайыбыҙ ҙа һөнәре буйынса педагог булды. Ауыл мәктәбендә директор булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Абруйлы ветеран уҡытыусыны ауылдаштарыбыҙ ихтирам итте. Уҡытыусылар, ғәҙәттә, хаҡлы ялға сыҡҡас, ял итеп кенә өйҙә ятмай. Улар ауыл тормошо менән янып йәшәй. Атайыбыҙ ҙа, әсәйебеҙ ҙә тап шундайҙарҙан. Икеһе лә дин юлына баҫтылар. Береһе мәсеттә имам-хатип булһа, икенсеһе “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе булып торҙо. 

Әсәйебеҙ әле яңғыҙ йәшәй. Шуға ҡарамаҫтан, мал көтә, баҡса үҫтерә. Ҡәҙерлебеҙҙең йорт-ҡураһы һәр саҡ тәртиптә. Күгиҙелдә уҙған саралар ҙа уның ярҙамынан тыш үткәне юҡ. Хәленән килгәнсә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. 

Ҡәҙерлеләребеҙ беҙгә, дүрт ҡыҙына, ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә, юғары белем биреп, оло тормош юлына оҙаттылар. Оло ҡыҙҙары Шәүрә әле Өфөлә йәшәй. Республика перинаталь үҙәгендә хужалыҡ буйынса шәфҡәт туташы булып эшләй. Ҡыҙҙары Нәркәс ата-әсәһенең юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай. Әле ул Темәс урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән балаларға белем бирә. Өсөнсө ҡыҙҙары Фәнүрә Югорск ҡалаһында төпләнгән. Урындағы балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе. Кинйәкәү ҡыҙҙары Нурзидә – Өфө ҡалаһының 3-сө һанлы балалар поликлиникаһында бүлек мөдире. 

13 июль көнө ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле әсәйебеҙ Сания Әхмәтзыя ҡыҙы Манапова күркәм ғүмер байрамын – 70 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан яҡыныбыҙҙы тыуған көнө менән тәбрикләп, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.

Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен.  Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға ҡыуанып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле
ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы. 

Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән – ҡыҙҙары Шәүрә, Нәркәс, Фәнүрә, Нурзидә, кейәүҙәре Морат, Альберт, Руслан, Илнур, ейән-ейәнсәрҙәре. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас