Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
14 Июль 2024, 04:00

Ҡышҡылыҡҡа тәмле генә кабачки

Һәр хужабикәнең үҙ ысулы булһа ла, ябайыраҡ рецептҡа туҡталайыҡ. Былай итеп тоҙлау еңел дә, тиҙ ҙә, тәмле лә килеп сыға

1 л банкаға 700 грамм  кабачки , 6 – 7 ҡәнәфер, 2 лавр япрағы, бер  әсе борос  алына. Йәшелсәне балдаҡлап турарға. Йәш кабачки бөтәү килеш алабыҙ.  Банкалар төбөнә тәүҙә тәмләткестәр һалына, өҫтөнә – кабачки. Ҡайнар маринадты ҡойоп, тимер ҡапҡастар менән ҡапларға һәм, һыуынғас, баҙға төшөрөргә.Маринад өсөн 1 л һыуға 50 г тоҙ, 300 г шәкәр, 1 стакан 9 процентлы уксус алына. Уксусты  маринад ҡайнап сыҡҡас ҡойорға һәм утты һүндерергә. Тәмле булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас