Оҙайлы йылдар татыу һәм бәхетле ғүмер кисергән парҙар районыбыҙҙың биҙәгенә әүерелгән. Нәҡ шундай ғаиләләрҙең береһе - Сәғирә Нотфулла ҡыҙы һәм Әхмәр Хәйривара улы Яҡшығоловтар ошо көндәрҙә 55 йыл бергә йәшәүҙәрен туйланы.
Был ғаиләне ауылдаштары, райондаштары бик ихтирам итә, беҙҙең редакция хеҙмәткәрҙәре уларҙы яҡшы белә. Сөнки Яҡшығоловтар тәрбиәләп үҫтергән эшһөйәр, аҡыллы 8 баланың иң бәләкәстәре – Нур Әхмәр улы оҙайлы йылдар мәғлүмәт үҙәгендә водитель булып намыҫлы эшләй. Байыш яҡтарына юл төшкәндә Сәғирә инәй һәм Әхмәр олатай самауырҙарын ҡайнатып, беҙҙе әйҙүкләп ихлас саҡырып ала. “Юлда йөрөйһөгөҙ, балалар. Беҙгә инеп, хәл алып та сығығыҙ. Йөрөгән юлдарығыҙ хәйерле булһын!”-тип фатихаһын биреп ҡалалар.
Яҡшығоловтарҙың бала сағы, үҫмер, йәшлек йылдары һуғыштан һуңғы ауыр осорға тура килә. Әхмәр Хәйривара улы 1941 йылдың апрелендә Йолалы руднигында тыуа. Уға атай наҙын күрергә насип булмай. Апаһы Зөлхизәгә – 3, үҙенә 1,5 йәш булғанда, атайҙары эштә өс шахтер менән шахтаға төшөп, кешеләрҙе ҡотҡара, әммә үҙҙәре һәләк була. 1943 йылда яҙмыш елдәре уларҙы Байышҡа алып килә. Ғәлимә инәләре уларҙы үҙ ҡарамағына ала. Бер аҙ йәшәгәс, әсәһе Әхмәр ағайҙы тоҡҡа һалып йөкмәп, “Йылайыр” совхозының Октябрь бүлексәһенә юллана. Әхмәр малай ғына көйө ауыл малын көтөүгә сыға. 1953 йылда Ғәйниямал инәһе уны Байышҡа алып ҡайта. Күп тә үтмәй Манһырҙа йәшәүсе Ғәбделварис Сиражетдинов егетте ауылына көтөүсе итеп алып ҡайта. Әрмелә хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, хеҙмәт юлын Манһырҙа дауам итә. Әхмәр Хәйривара улы өс тиҫтә йыл Манһырҙа, тағы ла ун биш йыл Байыш бүлексәһендә чабан булып эшләй. 45 йыл хеҙмәт стажы менән “Хеҙмәт ветераны” булып хаҡлы ялға сыға.
Сәғирә Нотфулла ҡыҙы иһә 1950 йылдың ғинуарында Урғаҙа йылғаһы буйында урынлашҡан Байыш ауылында тыуған. Ауыл мәктәбендә 8 класты тамамлағас, фермаға һауынсы булып эшкә килә. Ике йыл эшләгәс, Әхмәр Хәйривара улына кейәүгә сыға. Манһырҙа улар егерме йыл йәшәй. 8 балаға – 4 улға һәм 4 ҡыҙға ғүмер бирәләр.
Ғаилә һуңғараҡ Байышҡа күсеп ҡайта. Сәғирә апай урындағы медпунктта санитарка булып эш башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡанса шунда фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәтә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны”, күп бала тәрбиәләгәне өсөн 4 миҙал менән бүләкләнә.
Бөгөн Сәғирә менән Әхмәр Яҡшығоловтар 17 ейән-ейәнсәр, 3 бүлә-бүләсәр һөйөп ҡыуана. Улар бөгөн дә ҡотло нигеҙен һыуытмай, Байыш ауылында икәүләшеп йәшәй. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡәҙерлеләрен иғтибарһыҙ ҡалдырмай. “Балалар үҙҙәренә йәшәргә саҡыра. “Өлкәнәйҙегеҙ, ауырҙыр”,-тип борсолалар. Аллаға шөкөр, ошо йәшебеҙгә еткәс. Тыуған йортобҙҙан берҙә айырылғыбыҙ килмәй. Көңгөр-ҡаңғыр икәүләшеп йәшәйбеҙ әле. Элек малыбыҙ күп була торғайны. Һуңғы йылдарҙа уларҙы аҙайттыҡ. Тиң олоғайып, бергә булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ бик яҡшы. Һәр саҡ ярҙамға атлығып торалар. Кешегә бәхет өсөн ошонан артыҡ нимә кәрәк? Донъялар именләнеп, уландарыбыҙ имен-һау ҡайтһын, һуғыш булмаһын, тип теләйбеҙ. Сөнки Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ауырлыҡтар әле лә онотолмай. Йәштәр бер-береһенә иғтибарлы-ихтирамлы булып, ғаилә ҡороп, күберәк балалар табып, бәхетле йәшәһен”,-тип изге теләктәрен дә еткерҙе зөбәржәт туйын билдәләүселәр.
Ҡояшлы матур көндө Яҡшығоловтарҙы ҡотларға бар балалары, яҡындары йыйылды. Был көндө иң изге теләктәр, ихлас ҡотлауҙар яңғыраны. Нәҫелен дауам иткән аҡыллы һәм уңған балаларына ҡарап Сәғирә һәм Әхмәр Яҡшығоловтар ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ тойғолары кисергәндер. Бәхетле парға артабан да тик шатлыҡта, ныҡлы һаулыҡта, оҙон-оҙаҡ ғүмер итергә яҙһын!
Гүзәл Иҫәнгилдина.