Рухи ҡиммәттәрҙән матди байлыҡ өҫтөнлөк ала барған һайын, әҙәм балаһын тәрбиәләгән, кеше иткән һөнәрҙәрҙең мәртәбәһен аңлайһың. Һуңғы йылдарҙа районыбыҙҙа ғына түгел, ә тотош илдә, республикабыҙҙа уҡытыусылар етмәй. Әлбиттә, кадрҙар мәсьәләһе хәҙер һәр өлкәлә ҡытлыҡ кисерә тиергә була. Әммә баланы кескәй сағынан етәкләп, оло юлға сығарғансы оҙатып барған уҡытыусыларҙың етмәүе бик борсоулы. Сөнки улар ныҡлы белем, тейешле тәрбиә менән йәмғиәттең киләсәген билдәләй.
Район-ҡалабыҙҙа үҙенең эшен, балаларҙы яратҡан, тәжрибәле уҡытыусыларҙың булыуы һөйөндөрә. Шуларҙың береһе – Тимербулатова Зөлфиә Сабирйән ҡыҙы. Мөләйем, аҡыллы ҡарашлы ханымдың йәмәғәт эштәрендә лә бик әүҙем булыуын, Йомаш ҡатын-ҡыҙҙар советында дәртләнеп эшләп йөрөүен белә инем. Ә уҡытыусы булараҡ танышыу Зөлфиә Сабирйән ҡыҙының уҡыусылары аша килде. Уның етәкселегендә балалар төрлө фәнни-проект эштәре буйынса еңеүҙәр яулай, Мостай уҡыуҙары, башҡа конкурстарҙа әүҙемлек күрһәтте, төрлө олимпиадаларҙа еңеп сыҡты. Иң-иң балаларҙы тәбрикләгән район “Йондоҙло парад”та ла Зөлфиә Сабирйән ҡыҙының уҡыусылары сәхнәгә йыш күтәрелә. Был һәр остаздың эшен күрһәткән иң оло баһа ул.
Зөлфиә Сабирйән ҡыҙы – урман ҡыҙы. Ул хозур тәбиғәтле, урмандары менән дан тотҡан Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында донъяға килә. Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағас, “ҡайҙа барырға, кем булырға” тигән уй башына ла инеп сыҡмай. Сөнки зирәк ҡыҙ бала саҡтан тик уҡытыусы булыу тураһында хыяллана. Ул Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында ла төрлө сараларҙа ҡатнашып, янып йәшәй. Йәшлек һөйөүһеҙ буламы инде? Бөрйән ҡыҙы Баймаҡ районынан булған дәртле, һәр эштә әүҙем Рәсүл исемле егет менән таныша. Хис-тойғоларын дүрт йыл һынағандан һуң, улар өйләнешә. Ҡулына диплом алған йәш уҡытыусылар ғаиләһен йүнәлтмә буйынса Байым ауылына эшкә ебәрәләр. Йәш белгестәр ең һыҙғанып эшкә тотона. Зөлфиә Сабирйән ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәте , башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Мәктәп эштәрендә генә түгел, ә ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәйҙәр. Дүрт йыл йылдан һуң Рәсүл Мират улын Бетерә мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, хеҙмәт юды дәүерендә Тимербулатовтарҙың ғаиләһен ҡайҙа мәктәптәрҙең техник базаһын нығытырға, уҡытыу - тәрбиә эшен үҫтерергә кәрәк, шул ергә эшкә ебәрәләр. Артабан улар Ишбирҙе мәктәбендә – 10 йыл, унан Йомашта эшләй. Рәсүл Мират улы 20 йылға яҡын Йомаш мәктәбендә директор була. Ошо дәүер эсендә белем усағының яулаған ҡаҙаныштары, өлгәшкән уңыштарын һанап бөткөһөҙ. Мәктәп тә, уны етәкләгән Рәсүл Мират улы ла бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Рәсүл Тимербулатовҡа “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” знагы менән бүләкләнә.
Зөлфиә Сабирйән ҡыҙынан: “Хеҙмәт юлығыҙҙа һеҙҙе иң ныҡ ҡыуандырған күренештәрҙең береһе?”-тип һорайым. “Үҙ эшен яратҡан уҡытыусыға мәктәтә барыһы ла ҡәҙерле инде. Шулай ҙа 16 уҡыусымдың минең һөнәремде һайлап, балаларға белем биреүенә һөйөнәм. Тимәк, уларҙың күңелендә беҙҙең эшебеҙгә һөйөү һала алғанмын. Балаларымдың уңыштары бик ҡыуандыра, уларҙан нығыраҡ мин һөйөнәм, шикелле. Берҙәм дәүләт имтихандарын, туғыҙынсы кластан һуңғы һынауҙарҙы уҡыусыларымдың яҡшы тапшырыуы ла шатландыра. Һанап китһәң, ҡыуандырған күренештәр күп. Эшемде бик яратам”,-тип йылмая Зөлфиә Сабирйән ҡыҙы.
Тимербулатовтарҙың бәхетле һәм татыу ғаиләһендә өс бала донъяға килә. Уларҙың икәүһе атаһы һәм әсәһенең юлын һайлай: Руслан Нагаевола – физкультуранан, Лилиә Силәбе өлкәһе Сим ҡалаһында инглиз теленән уҡыта. Тырыш ҡыҙ үҙе студия асып, 70-тән ашыу бала менән шөғөлләнеп тә өлгөрә. Бәләкәй ҡыҙҙары Наҙгөл медицина юлын һайлаған. Ул Магнитогорск ҡалаһында эшләй. “Беҙҙең ғаиләнең педагогик стажы – 102 йыл”, -тигән Тимербулатовтарға нисек һоҡланмаҫһың!
2005 йылда яңы мәктәп төҙөтөү өсөн Рәсүл Мират улын тыуған ауылы Йомашҡа күсерәләр. Тимербулатовтар шул ваҡыттан Йомашта төпләнә. Тормош юлдашы эшендә лә, йортонда уның ныҡлы терәге һәм талмаҫ ҡанаты була һәр саҡ. Зөлфиә Сабирйән ҡыҙы тиҫтә йылға яҡын директорҙың уҡыу - уҡытыу эше буйынса урынбаҫары булып та эшләй. Намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһалана уның: бик күп грамоталарға эйә була, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” знагы бирелә. Бынан тыш һайлау комиссияһында эшләй, ҡатын-ҡыҙҙар советы менән төрлө саралар ойошторалар. Урман ҡыҙы булараҡ тәбиғәтте яратҡан уҡытыусы уҡыусыларын төрлө походтарға ла алып йөрөй. Уҡытыусы яңғыҙ йырҙарҙы моңло итеп башҡарыуы, гармунда, ҡумыҙҙа, мандолинала уйнауы менән дә әсир итә. Ә Рәсүл Мират улы ҡурайҙа һыҙҙырып уйнап ебәрә. Әлеге ваҡытта ла Тимербулатовтар мәктәптә эшләй. Рәсүл Мират улы тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, Зөлфиә Сабирйән ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. “Беҙҙең тормошобоҙ мәктәптән айырылғыһыҙ”,-тигән талантлы уҡытыусылар ғаиләһенә артабан да уңыштар йылмайһын. Шулай уҡ ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләгән Зөлфиә Сабирйән ҡыҙының бар яҡты хыялдары тормошҡа ашһын!
Гүзәл Иҫәнгилдина.