Ғаилә йылы
11 Июль 2024, 12:40

Ҡорбанға әүерелмә

сит телефонды алма!

Ҡорбанға әүерелмәҠорбанға әүерелмә
Ҡорбанға әүерелмә

Һуңғы осор “интернет-мутлыҡ” тигән төшөнсә ныҡ таралды. Уның нимә икәнен һәр кем аңлайҙыр. Интернет аша граждандарҙың аҡсаһын урлаусылар ниндәй генә ысул уйлап тапмай! Хәҙер улар тиҫтәләрсә, хатта йөҙҙәрсә булып киткәндер.

Мәҫәлән, ниндәйҙер банктың “хәүефһеҙлек хеҙмәте” шылтырата һәм һеҙҙең банк карточкаһынан ниндәйҙер операция эшләнеүен белдерә. Аҡсағыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн уларҙы ашығыс рәүештә “махсус хәүефһеҙ иҫәп”кә күсеререгә ҡушалар. Юғалып ҡалған кешеләр улар әйткәнде эшләй һәм бар аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.

Ҡайһы саҡта граждандар ниндәйҙер сайт аша нимәлер һатҡанда йәки фатирҙы ҡуртымға алғанда алдана. Бынан тыш отошло “инвестиция проекты”, аҙ процентлы кредит алыу менән дә халыҡты талайҙар. Ҡайһы бер мутлашыусылар үҙҙәрен “Гоуслуги хеҙмәткәре” тип алдап таныштырып, граждандарҙың бар шәхси мәғлүмәттәренә үтеп инә. Шулай уҡ юлға сыҡҡан кешеләргә такси хеҙмәте тәҡдим ителә һәм урын ҡалдырыу өсөн алдан интернет сайт аша аҡсаһын түләп ҡуйырға ҡушалар. Кеше ышана һәм ошо сайтҡа теркәлә, үҙенең банк карточкаһының һандарын индерә. Һөҙөмтәлә, уның бар аҡсаһы урлана. Такси ла булмай сыға.

Эйе, мутлашыусылар кешеләрҙе төрлөсә алдай. Уларҙың маҡсаты бер – нисек булһа ла һеҙҙең аҡсаны урлау. Шуны ла әйтергә кәрәк, мутлашыусыларҙың күбеһе яҡшы психолог та. Улар кешене ышандыра белә.

Аҡсаһыҙ ҡалмаҫ өсөн шикле шылтыратыуҙарға яуап бирмәгеҙ! Әгәр ниндәйҙер хеҙмәтләндереү өсөн алдан түләү һорайҙар икән, тауарҙың һеҙгә килеп етмәү ихтималлығы ҙур икәнлеген уйлағыҙ. Әгәр банк карточкаһы, иҫәбегеҙ буйынса шылтыраталар икән, һөйләшмәгеҙ, улар тәҡдим иткәнгә риза булмағыҙ, ә яҡындағы банк бүлексәһенә барығыҙ. Бер ҡасан да бер кемгә лә иҫәбегеҙ, банк карточкаһының һандарын әйтмәгеҙ!

Әгәр һеҙгә хоҡуҡ һаҡлау органдарынан тип шылтыратһалар, һөйләшеүҙе өҙөгөҙ. Һәм улар шылтыратҡан телефонға түгел, ә үҙегеҙ йәшәгән урындағы полиция һандарын йыйығыҙ. Сөнки мутлашыусылар хәҙер телефон һандарын алмаштыра белә. Йәғни һеҙгә хоҡуҡ һаҡлау органдарының стационар телефонынан шылтыратҡан булып күренәсәк, ә ысынында был мутлашыусылар була.

Хөрмәтле граждандар! Уяу булығыҙ! Мутлашыусыларҙың алдауына ышанмағыҙ!

Андрей Гришаев, район прокуроры урынбаҫары.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас