Ғаилә йылы
5 Июль 2024, 06:00

Береһе ут булһа, икенсеһе - һыу

Әсмәндиәровтар шулай ул!

Береһе ут булһа, икенсеһе - һыуБереһе ут булһа, икенсеһе - һыу
Береһе ут булһа, икенсеһе - һыу

Ауылыбыҙҙың өлгөлө, уңған ғаиләләренең береһе ул Әсмәндиәровтар. Өй алдынан алып: баҡса, ишек алды, өй эргәһе, һарайғаса тиклем бөтә ерҙә бөхтәлек хайран ҡалдыра.

Рафиға Рәфҡәт ҡыҙы 1952 йылдың 1 сентябрендә Мерәҫ ауылында Зөләйха Мөхәмәтҡужа ҡыҙы һәм Рәфҡәт Ҡонафия улы Ямантаевтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. 5 бала араһында иң өлкәне булғанғамы икән, ғаиләһендә үк тырышлығы, тура һүҙле, туған йәнле, талапсан һәм шул уҡ ваҡытта нескә күңеллелеге менән айырылып тора. Шуға күрәлер ҙә ул уҡытыусы һөнәрен һайлай.
1920 йылдар тирәһендә Шура ауылынан күсереп килтерелгән бер йортта Мерәҫ ауылында мәктәп асыла. 1969 йылда Мерәҫ башланғыс мәктәбе һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә әйләндерелә һәм тыуған мәктәбендә Рафиға Рәфҡәт ҡыҙы 1969 йылда хеҙмәт юлын башлай. Башҡорт Дәүләт Университетының филология факультетын тамамлағас, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте дәрестәрен алып бара. Р. Р. Әсмәндиәрова 37 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлай. Намыҫлы хеҙмәте өсөн БР мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй. “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзаһы булараҡ, 10 йылдан ашыу ветерандар советы рәйесе булып, халыҡ араһында бик күп төрлө саралар үткәреүҙә ҡатнаша. Утын килтереү, көтөү мәсьәләһе буйынса ауылдаштарына һәр яҡлап ярҙам итә.

Тормош иптәше Әхәт Ибраһим улы менән 1971 йылда ғаилә ҡороп, 3 балаға ғүмер бирәләр. Әхәт Ибраһим улы Мерәҫ ауылында тыуып үҫеп, 4- се класҡа тиклем ауыл мәктәбендә белем ала, Баймаҡ ҡалаһында 6- сы класты бөткәс тә, малсылыҡҡа эшкә сыға. Юлдыбай училищеһында һөнәр алып, колхозда оҙаҡ йылдар алдынғы тракторсы булып эшләй. Ураҡ, сәсеү батыры, бесән йыйыу ярышында еңеүсе, Социалистик ярыш алдынғыһы була. Әхәт Ибраһим улы оҫта гармунсы, ә инде Рафиға Рәфҡәт ҡыҙы моңло тауышлы йырсы, үҙенә генә хас педагогик алымдары менән балалар йөрәгенә юл таба белеүсе оло йөрәкле уҡытыусы.

Мерәҫ ауылы китапханаһы икенсе йыл дауамында “Уҡытыусы - ҡанат ҡуйыусы” исемле проектын бойомға ашыра. Ауыл китапханалары араһындағы иң яҡшы күмәк сараға смотр-конкурсы сиктәрендә Мерәҫ ауылында ла сара ауыл мәҙәниәт йортонда, “Хеҙмәттә үткән ғүмер” тип аталды һәм мәғариф ветераны Р.Р. Әсмәндиәроваға арналды. 53 йыл иңгә - иң терәп, һәр ваҡыт терәк - таяныс булыусы тормош иптәше Әхәт Ибраһим улының ҡатнашыуы кисәгә тағы ла йәм өҫтәне.
Ауыл хакимиәте башлығы Шамил Нәҙербаев Ғаилә йылы менән ҡотлап Әсмәндиәровтар ғаиләһенә иң изге теләктәрен еткерҙе. Артабан хөрмәтле уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткереү өсөн, хәҙер инде үҙҙәре өләсәй һәм ҡартәсәйҙәр, тәүге уҡыусылары, һүҙ алды. 95-се йылғы сығарылыш уҡыусылары ла үҙҙәренең остазына рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Рафиға Рәфҡәт ҡыҙының әле лә кәңәштәрен тотоуҙарын, матур ғүмер юлы үтеүсе класс етәкселәренә һоҡланыуҙарын йәшермәнеләр. Уҡытыусы өсөн ошонан да ҙур бәхет бармы икән?! Балаларының, ейән- ейәнсәрҙәренең, туғандарының сығышын тыңлау бик тулҡынландырғыс булды. Оҙаҡ йылдар Мерәҫ урта мәктәбендә бергә эшләүсе коллегалары матур хәтирәләре менән уртаҡлашты. Мәғариф ветерандары Мәрйәм Килдеярова йыр, Бәҙерниса Хәмитова бейеүен бүләк итте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, сәхнәгә ҡултыҡ таяҡтарында сығыусы геройыбыҙ Шәриф Ямантаевтың сығышын бөтәһе лә күҙ йәштәре аша тыңланы. Рафиға Рәфҡәт ҡыҙына тыуған яҡҡа, тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләгәне, ауылыбыҙ аҡһаҡалы Әхәт ағайға башҡаларға өлгө булғаны өсөн рәхмәт әйтеп, барыбыҙға ла аяҙ күк йөҙө, тыныс тормош теләне яугир. “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары аҡ теләктәрен еткереп, матур йыр бүләк итте. Зәкиә Әхсән ҡыҙы үҙе ижад иткән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ҡатын - ҡыҙҙар советы ҡыҙҙары ла өлгөлө ғаиләне ҡотлап, уларға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләне. Шәхси эшҡыуар Таңсулпан Хафизова, Бәхтигәрәй ауылынан килеүсе Фәрзәнә Нәҙербаева, ситтә йәшәү сәбәпле кисәгә килә алмаған уҡыусылары Зарема Хәсәнова һәм Зәлиә Рәхмәтуллиналарҙың оло рәхмәт һүҙҙәрен әсәйҙәре аша еткереүе кисәгә йәм өҫтәне.

Хеҙмәттә үткән ғүмер - алтын ғүмер, тиҙәр. Көндән - көн рухи ҡиммәттәр осһоҙая, кешеләр күңеле торған һайын бер - береһенән нығыраҡ алыҫая барған осорҙа өлгө алырлыҡ, күңелгә дәрт өҫтәрлек, ихласлыҡтары менән күңелгә үтеп ингән, ғүмерҙәре намыҫлы хеҙмәттә үткән Әсмәндиәровтар ғаиләһенең булыуы менән дә беҙҙең ауылыбыҙ бәхетле икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инанды кисәгә килеүселәр. Бынамын тигән 3 баһадир ул тәрбиәләп үҫтереп, бөгөн балаларының, 3 ейән, 2 ейәнсәр, килендәренең ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәүҙәре менән дә бик күптәргә өлгө был ғаилә. Артабан да йәшәйешегеҙ менән тирә- яҡты йәмләп, балҡытып, киләһе быуынға үрнәк булып оҙон - оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә хөрмәтле Әсмәндиәровтар.

Рафиға Газина, китапханасы.

 

Береһе ут булһа, икенсеһе - һыу
Береһе ут булһа, икенсеһе - һыу
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас