Ғаилә йылы
3 Июль 2024, 04:35

Йөҙ йәшен туйлаған булыр ине

Ә теге алыҫ алтмышынсы йылдарҙа мин Вара ағайҙан бик ныҡ ҡурҡа торғайным. Ни өсөн тип һорарһығыҙ, аныҡ ҡына әйтә алмайым. Бәлки, атайһыҙ үҫеп килгәс, өйгә олпат кәүҙәле ир кеше килгәнгәме, әллә Вара ағайҙың ҡара сәсәктән һуң барлыҡҡа килгән шаҙралығынанмы, белмәйем. Ләкин, Вара ағайҙың хөкүмәт машинаһын күреү менән, мин ситке өйҙөң ишек артына йәшенәм дә, Вара ағай ҡайтып киткәнсе шунда ултыра торғайным. Ултырыу ғына түгел, башыма түңәрәк батмус, уның өҫтөнә яҫтыҡ ҡуйып ала инем. Үҙемсә ҡалҡан эшләгәнмен микән… Әгәр ҙә мәгәр ҡапма-ҡаршы осрашырға тура килһә, ҡысҡырып илап ҡаса инем. Балалыҡмы, ҡырағайлыҡмы был, кем белә инде. Хәҙер иҫләһәң, көлкө килә, сөнки һуңынан Вара Бәшәр улы минең өсөн иң һөйкөмлө, иң ҡәҙерле кешеләрҙең береһе булды. Ул да мине бик хөрмәт итте...

Йөҙ йәшен туйлаған булыр инеЙөҙ йәшен туйлаған булыр ине
Йөҙ йәшен туйлаған булыр ине

Хәтер

Арҙаҡлы шәхесебеҙ йөҙ йәшен туйлаған булыр ине

Йәмле йәйзең беренсе айы менәндә хушлаштыҡ. Быйыл июнь аҙағында Баймаҡ ҡалаһы һәм районында ғына түгел, бөтә республикала билдәле йәмәғәт эшмәкәре, крайҙы өйрәнеүсе, журналист, Баймаҡ ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы Вара Хәйрелбәшәр улы Буранбаевҡа 100 йәш тулған булыр ине. Ошо ябай гына, ләкин төптәнерәк уйлап ҡараһаң, Баймаҡ ҡалаһы һәм районы өсөн күп изге эштәр эшләгән, киләсәк быуын өсөн ҙур ғына рухи мираҫ ҡалдырған ир уҙаманы хаҡында ҡайһы бер иҫтәлектәремде яҙып китмәксе инем.

Егерменсе быуаттың алтмышынсы йылдары. Йәй башланып ҡына тора. Тирә яҡ йәп-йәшел, төрлө нәфис сәскәләрҙең хуш еҫтәре башты әйләндерә. Ауыл урамында каникулға сыҡҡан балалар уйнап йөрөй. Шул саҡ Һәмән ауылы осонда күкһел төҫтәге еңел машина күренде. Машинаны күреп ҡалған малайҙар, һикерә-һикерә, ҡапҡа янында уйнап йөрөгән оҙон һары сәсле ҡыҙға: “Вара ағайың килә ята, Вара ағайың!”- тип ҡысҡырҙылар. Ҡыҙыҡай саң борҡотоп етеп килгән машинаны күрҙе лә, “ялт” итеп өйөнә инеп китте. Халыҡ телендә “бобик” тип йөрөтөлгән еңел машинанан олпат, йыуантаҡ кәүҙәле бер ир, ап-аҡ ҡына йөҙлө сибәр ҡатын төштө. Малайҙар, улар ауыл ситендәге ыҡсым ғына өйгә инеп киткәс тә, бик оҙаҡ машина тирәһендә өйөрөлдө.

Шул һары сәсле ҡыҙ мин инем. Ә Вара Бәшәр улы Буранбаев – минең атайымдың бер туған апайы Хәкимә инәйҙең өлкән улы була. Мин иҫ белгәндә Вара ағай Баймаҡ район комитетында эшләй ине. Атайым күптән гүр эйәһе булһа ла, әсәйемде “еңгәй” тимәй, “Фәғилә апай”, тип йөрөтөр ине. Сөнки Хәкимә инәй әсәйемдең әсәһе Зәкирә Ушанова өләсәйҙе “ҡиәмәтлек әсәй” итеп алған. Шуға ла Вара ағай ҙа минең өләсәйемде “өләсә” тиер ине.

Ул йыш ҡына беҙгә ғаиләһе менән ҡунаҡҡа килә ине. Мин уларҙың ике ҡыҙы һәм улы Риф менән бергә уйнап үҫтем. Уларҙың беҙгә килеүе минең өсөн ҙур ҡыуаныс була торғайны. Был татыу ғаилә һәм аҡыллы балалар күптәр өсөн өлгө ине. Беҙ хәҙер ҙә Әлмирә һәм Гөлнара апайҙарҙың, Риф ҡустының ғаиләләре менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ.

Ә теге алыҫ алтмышынсы йылдарҙа мин Вара ағайҙан бик ныҡ ҡурҡа торғайным. Ни өсөн тип һорарһығыҙ, аныҡ ҡына әйтә алмайым. Бәлки, атайһыҙ үҫеп килгәс, өйгә олпат кәүҙәле ир кеше килгәнгәме, әллә Вара ағайҙың ҡара сәсәктән һуң барлыҡҡа килгән шаҙралығынанмы, белмәйем. Ләкин, Вара ағайҙың хөкүмәт машинаһын күреү менән, мин ситке өйҙөң ишек артына йәшенәм дә, Вара ағай ҡайтып киткәнсе шунда ултыра торғайным. Ултырыу ғына түгел, башыма түңәрәк батмус, уның өҫтөнә яҫтыҡ ҡуйып ала инем. Үҙемсә ҡалҡан эшләгәнмен микән… Әгәр ҙә мәгәр ҡапма-ҡаршы осрашырға тура килһә, ҡысҡырып илап ҡаса инем. Балалыҡмы, ҡырағайлыҡмы был, кем белә инде. Хәҙер иҫләһәң, көлкө килә, сөнки һуңынан Вара Бәшәр улы минең өсөн иң һөйкөмлө, иң ҡәҙерле кешеләрҙең береһе булды. Ул да мине бик хөрмәт итте.

Вара Бәшәр улы бит үҙенең изге эштәре менән Баймаҡ ҡалаһында һәм Баймаҡ районында ғына түгел, бөтә республикабыҙға билдәле кеше. Уның хәтирәләр китаптарын уҡыһаң, алыҫта ҡалған һуғыш йылдары бөгөнгөләй күҙ алдына баҫа. Сөнки Вара Бәшәр улы үҙе Бөйөк Ватан һуғышында әүҙем ҡатнашҡан. 18 йәше яңы ғына тулған егетте әрмегә алалар. Алкино хәрби лагерында биш ай уҡығас, сержант званиеһы бирәләр һәм фронтҡа оҙаталар. 1943 йылдың июлендә ул Курск дуғаһындағы ҡанлы һәм ҡаты алыштарҙа артиллерия расчетында тоҫҡап атыусы булып ҡатнаша. 1944 йылдың көҙөндә бер төркөм артеллиристарҙы фронттан алалар ҙа, Силәбе ҡалаһына ебәрәләр. Унда өс ай танкистлыҡҡа уҡып, 1945 йылдың февралендә кире фронтҡа йүнәлә. Вара Бәшәр улы Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү таңын танк командиры вазифаһында Берлиндың көньяғындараҡ урынлашҡан Подстам ҡалаһында ҡаршылай. Һуғыштан һуң, 1947 йылдың мартына ҡәҙәр Польшаның Ноештеттин ҡалаһында Совет хәрби базаһында хеҙмәт итә һәм 1947 йылдың башында ғына тыуған яҡтарына ҡайтып төшә.

Вара Бәшәр улының артабанғы хеҙмәт юлы Баймаҡ районының төрлө урындарында яуаплы вазифалар башҡарыу менән үтә. Ул оҙаҡ йылдар Баймаҡ райком партияһының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, Баймаҡ хеҙмәтсәндәр депутаттарының район Советы рәйесе урынбаҫары, Баймаҡ районы халыҡ контроле комитеты рәйесе, “Башкинопрокат”тың Баймаҡ филиалы директоры булып эшләй.

Вара ағайым 1985 йылда ғына хаҡлы ялға сыға. Уға РСФСР әһәмиәтендәге персональ пенсия тәғәйенләнә. Ләкин, пенсияға сыҡһа ла, төрлө ойошмаларҙа етәкселек эшен башҡара. Район крайҙы өйрәнеү музейын яңы экспонаттар менән байытыуға, музей эшенә яңы үҙгәрештәр индереүгә күп көс түгә.

Хаҡлы ялға тулыһынса сыҡҡас, Вара Буранбаев мемуарҙар, хикәйәләр яҙа башлай. Хәҙерге көндә Вара Бәшәр улының тиҫтәгә яҡын китабы донъя күргән. Уның яҙмалары шундай ябай, халыҡсан телдә яҙылған, шуға ла улар китап уҡыусыларҙың күңелен тиҙ арбап алғандар. Мин үҙем дә уларҙы яратып уҡыйым, сөнки Вара ағайҙың һәр китабында тиерлек минең атайым, әсәйем һәм әсәйемдең иң яҡын туғандары - Ушановтар тураһында иҫтәлектәр бар. Атай-әсәйем был фани донъянан бик иртә киткәс, күп тарихи ваҡиғаларҙы, улар тормошона бәйле эпизодтарҙы, мин, әлбиттә, Вара ағайҙың һөйләгән хәтирәләренән белеп алдым.

Йылдар уҙа, улар беҙҙе Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлектәренән алыҫлаштыра, ләкин яугир Вара Буранбаевтың шул ҡәһәрле һуғыш ваҡиғаларына арналған хәтирәләрен тағы бер тапҡыр уҡып сығыу ул дәһшәтле, ҡанҡойғос һуғыштың ниндәй ҡотосҡос булыуын, был оло Еңеүҙең халҡыбыҙ тарафынан ниндәй ыҙалыҡтар, юғалтыуҙар менән яулап алыныуын аңлайһың.

Оло йәшкә еткәндән һуң ғына яҙа башлаһа ла, Вара ағай яҙған әҫәрҙәре өсөн әҙәбиәт өлкәһендә бер нисә тапҡыр билдәләнеп үтә. 1997 йылда уға журналистика буйынса Сәғит Мифтахов премияһы лауреаты исеме бирелә. 1999 йылда иһә әҙәбиәт буйынса Батыр Вәлид исемендәге премияға лайыҡ була.

Вара Бәшәр улы эшләгән дәүерендә лә, хаҡлы ялға сыҡҡас та, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты, халыҡ араһында ҡайнаны. Сөнки ғүмере буйы халыҡ менән бергә булды, тығыҙ аралашты, уға хеҙмәт итте. Район комитетында эшләгән сағында ҡулынан килгәнсә ябай халыҡҡа ярҙам итергә тырышты, түрәмен, тип уларға юғарынан ҡараманы. Уның ябай, ярҙамсыл, ғәҙел кеше булыуы тураһында ваҡытында әсәйемдән дә, туғандарымдан да, башҡа кешеләрҙән дә күп ишеттем.

Мин үҫмер саҡта беҙгә сит республиканан килгән бер ҡунаҡ, Вара ағайҙарҙың бөхтә, ләкин ябай ғына йыһазландырылған өйөн күреп, бер ниндәй ҙә ҡиммәтле келәмдәр һәм башҡа өй йыһаздарын осратмағас: “Ошо өй халыҡ контроле рәйесенең өйөмө?! Юҡтыр,”- тине, аптырап.

Ошо көндәрҙә 100 йәшен тултырыр ине Вара ағайым… Ләкин беҙ бөтәбеҙ ҙә был фани донъяға ваҡытлыса ғына киләбеҙ, ваҡыты еткәс, мәңгелек йортобоҙға күсәбеҙ.

2015 йылдың 8 апрелендә Вара Бәшәр улы ла беҙҙе мәңгелеккә ташлап китте… “90 йәшемде үткәреп, Еңеүҙең 70 йыллығын көтөп алһам, бер ҙә генә үкенмәҫ инем”, - тип хыялланды ул һуңғы йылда. 90 йыллыҡ юбилейын барлыҡ туғандар йыйылып, гөрләтеп үткәрҙек, ләкин үҙе Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына 1 ай ҡалғанда, ҡапыл ғына ауырып китеп, вафат булды…

Вара ағайыбыҙ был тормошто яратты, унан йәм табып, балаларының, ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәрҙәренең һәм туғандарының наҙ-хөрмәтенә төрөнөп, яҡты хыялдар, изге уйҙар менән йәшәне. Вара ағай бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәне, һәр саҡ көләс йөҙлө, асыҡ сырайлы булды. Хатта уның мин бала саҡта ҡурҡҡан быжырҙары ла күренмәҫ, булһа ла, улар уның битенә нур һәм йылылыҡ ҡына өҫтәр ине. Вафат булырына бер аҙна ҡалғанда ла ул юғары кәйефтә ине, дауахана карауатында ултырып, күңелле йырҙар йырлап, килгән яҡындарының кәйефен күтәреп ебәрә ине. Ә инде яҡын туғандар табын артына йыйылғанда, оло йәшендә лә халыҡ йырҙарын артистар һымаҡ оҫта башҡарыуы, «Хәйбулла байығы»н үҙенә генә хас бер үҙенсәлек менән бейеүе бөтәбеҙҙе лә таң ҡалдыра ине. Хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды…

Ул һәр саҡ: “Минең тыуған ерем - рухи көс һәм илһам сығанағы,” – ти ине. Ысынлап та, беҙҙең изге тыуған еребеҙ беҙгә рухи көс бирә, тормоштоң ауыр саҡтарында ла баш эймәҫкә, алдағы көндәргә ышыныс менән ҡарарға ярҙам итә.

Мин уйлайым, арабыҙҙа Вара Бәшәр улы Буранбаев кеүек кешеләр бар һәм булған икән, беҙҙең төйәгебеҙ матур ҙа, көслө лә булып ҡаласаҡ. Ә унда йәшәгән халыҡ иһә тыуған илен фиҙакәр яратыусы, уны ун һигеҙе тулыр-тулмаҫтан немец баҫҡынсыларынан һаҡлар өсөн яуҙа ҡатнашып, һуғыштан һуң тыуған еренә тоғро хеҙмәт итеп, уны данлаусы һәр бер яугирҙе, һәр бер кешене оноторға тейеш түгел. Сөнки улар –халҡыбыҙҙың ысынбарлығы, тарихы. Үткәндәрен онотҡан халыҡтың киләсәге булмай, тиҙәр. Халҡыбыҙҙың киләсәге матур булырға тейеш. Уның өсөн башҡорт ғаиләһенән сыҡҡан һәр бер бала тыуған ерен, милләтен һаҡларға тейеш.

Фирҙәүес Ибраһимова-Шәйхисламова, мәғариф ветераны.

Сибай ҡалаһы.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас