Ғаилә йылы
24 Июнь 2024, 06:46

Һыу төшөп, тәнең сәберттеме?

Быйыл ямғыр рәхәтләндереп яуһа ла, көндәр эҫе тора. Бындай мәлдә нисек инде һыу инмәйһең! Тик бына һуңғы арала һыу инеүҙең күңелһеҙ эҙемтәләре эсте бошороп ҡуя. Халыҡта уны «һыу инеүселәрҙең ҡысытҡысы» тип тә йөрөтәләр. Был нимәнән килә? Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин үҙ диуарында был проблемаға медицина күҙлеге яғынан аңлатма биреп үткән. Был һыу ҡоштары гельминттары ҡарышлауыҡтары (церкариялары) тыуҙырған паразитар ауырыу булып тора.   

Быйыл ямғыр рәхәтләндереп яуһа ла, көндәр эҫе тора. Бындай мәлдә нисек инде һыу инмәйһең! Тик бына һуңғы арала һыу инеүҙең күңелһеҙ эҙемтәләре эсте бошороп ҡуя. Халыҡта уны «һыу инеүселәрҙең ҡысытҡысы» тип тә йөрөтәләр. Был нимәнән килә?

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин үҙ диуарында был проблемаға медицина күҙлеге яғынан аңлатма биреп үткән.

Был һыу ҡоштары гельминттары ҡарышлауыҡтары (церкариялары) тыуҙырған паразитар ауырыу булып тора. 

Церкарийҙар һыу ятҡылыҡтарында йәшәй, унда өйрәктәр, ҡаҙҙар, аҡҡоштар йөҙөп йөрөй, сөсө һыу моллюскылары-күбәләктәр (балсыҡ, катушкалар) йәшәй. 

Ауырыуҙың төп билдәләренең береһе - церкарий һөжүменән һуң 15-20 минут үткәс барлыҡҡа килгән түҙгеһеҙ ҡысыныу. Церкарий индерелгән урында тире ҡыҙара, шешә, ҡуйы, алһыу шешмәләр барлыҡҡа килә. Ә тағы бер аҙ ваҡыт үткәс, уларҙың өҫтөндә көкөртлө-һөрәнле эремсекле үтә күренмәле ҡыуышлыҡтар барлыҡҡа килә. Шешмәләр ҙә, бөртөксәләр ҙә һыҙлай һәм ҡыҙҙырып ҡысыта. Церкариоз менән сирләгәндә иң мөһиме - инфекция йоҡтормаҫ өсөн тырнанмау. Бындай симптомдар булғанда консультация һәм дауалау өсөн дерматологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Циркариоздың барлыҡҡа килеүен иҫкәртеү өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк:

* Һыуҙы маҡсатлы урындарҙа ғына төшөргә ярай 

* һыу төшкәндә, һыуҙа уйнағанда, балыҡ тотҡанда һай һыуҙағы үҫемлектәр менән ҡапланған урындарҙан йырағыраҡ булығыҙ, сөнки унда моллюскылар йәшәй; 

* һыу инеү тыйылған урындарҙа һыу инһәгеҙ, һыуҙан сығыу менән дымлы кейемдәрегеҙҙе сисеп ташлағыҙ, унан ҡаты таҫтамал менән ныҡлап һөртөнөгөҙ. 

Өйрәктәр йәшәгән һыу ятҡылыҡтарынан һыуҙы көнкүреш маҡсаттарында ҡулланырға ярамай; һай һыуҙа йәки яр буйындағы дымлы үләндә ялан аяҡ йөрөгәндә һәр 2-3 минут һайын аяҡтарығыҙҙы һөртөп тороғоҙ.  

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас