Ғаилә йылы
21 Июнь 2024, 17:43

Кредитҡа-мөхәббәт

Бер көн иртүк, ҡобараһы осҡан һөйгәне килеп инде. Батырхандың йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды. - Ни булды? -тиеп һикереп торҙоул урынынан. Күҙ йәшәтәрен сығарып уның түшенә башын һалып үкһерҙә тотондо Әсмирә. Бер тынала бик яҡын туғанының ҡаты ауырып китеүе, дауаланыуға күп кенә аҡса кәрәклеге тураһында теҙеп һалды шәрек һылыуы. "Әлбиттә, әлбиттә бирәсәкмен аҡсаны, күпме кәрәк-шунсаны, һинең өсөн йәнем дә йәл тъгел, -" тип теҙҙе албырғап ҡалған баҙар хужаһы. -Ни саҡлы сумма кәрәк? - Биш йөҙ мең- тине, тине һулҡылдап, һылыу ҡатын. - Булыр!- тине ышаныслы итеп Хан.  тик уның ҡул аҡсаһы юҡ шул, барыһы ла әйләнештә йөрөй, тауарға һалынған. Ҡурҡыныс түгел, банкир дуҫтары бар, һә тигәнсе кредит бирерҙәр тип уйланы эстән Батырхан. Ул һараз иткәнсе булды ла. Кискә уның ҡулында биш йөҙ мең түгел, бер миллион ине.

Хәмит Әбүбәкеров

Кредитҡа-мөхәббәт

 

Бына Батырхан үҙенең биләмәһе-ҙур баҙар буйлап әкрен генә атлап килә. Бөтә нәмә үҙ урынында, баҙарсылар ашағып әйберҙәрен әҙерләй, һәр береһе табыш алырға тырыша. Йылмайышып сәләмләйҙәр, ҡул биреп күрешәләр.Көн дә үтә һатыу рәттәре буйлап, шунһыҙ булмай, тәртип кәрәк бар ерҙә, тәртип.Ҡәнәғәт Батырхан, ныҡ тота баҙарҙы, уны Хан тип кенә йөрөтәләр, абруйы ҙур.

Шулай көндәрҙең береһендә уның эш бүлмәһенә ипле ишек шаҡып һылыу ҡатын килеп инде. Креслоһында ҡайҡая биреп ултырған Батырхан, уны күргәс, ҡалҡына биреп тертләп китте. Тертләрлек тә ине шул, бындай матур ҡатынды ғүмерендә тәү тапҡыр күрә тиһәң дә хата булмаҫ. Үҙенең һөйгәне лә ҡалаҡҡа һалып йотороҡ та ул, ләкин был нисектер икенсе төрлөрәк, ымһындырып тора.

- Әйе, тыңлайым һеҙҙе,әйҙә ултырығыҙ- тип ҡаушауын белдермәҫкә тырышһа ла, үҙен был ханым алдында йәш егет кеүек хис итте. Тыйнаҡ ҡына килеп өҫтәл эргәһенә ултырғас, был яҡтарға яңы килеүен, баҙарҙа эш башларға теләүен белдерҙе ханым. Ныҡ булырға тырышты, бында урын һорап көнөнә ҡырҡ кеше килә, бөтәһен дә ҡабул итә башлаһаң, тәртип булмаясаҡ, тип уйланы ул эстән генә. Әммә булдыра алманы, иретте уның туң йөрәген был һылыу, нисек икәнен үҙе лә аңламаны.

Башланып китте уҡыуҙар тигән кеүек, шул көндән, юҡ шул минуттан башланды. Дөрөҫөрәк итеп әйткәндә, башкөллө ғашиҡ булды Хан шәрек һылыуы Әсмирәгә. Нимәһе менән әсир иткәндер, әммә ул үҙен тыйып тоторлоҡ хәлдә түгел ине. шул тиклем ҙур баҙарҙы тотҡан Батырхан уның алдында йыуаш малайҙай ебене лә төштө. Бар йомошон үтәргә әҙер, күктән йондоҙ һораһа, һис шикһеҙ, менер, әмәлен табыр ине. Ғорурлыҡ тойғоһо ла кисерҙе Батырханбындай сибәрҙең үҙенеке булыуынан. Хатта егерме биш йыл бергә торған ҡатынын айырып , уның менән йәшәп китеү хаҡында ла уйҙар сыуалды башында, ҡаршы ла килмәгән кеүек Әсмирәһе. Бәхетле минутттар, бергә үткәргән көндәр бер-бер артлы оса торҙо. Баҙарҙағы иң үтемле урын, әлбиттә, Әсмирәнеке ине, сауҙаһы шуға бик уңышлы барҙы.

Бер көн иртүк, ҡобараһы осҡан һөйгәне килеп инде. Батырхандың йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды.

- Ни булды? -тиеп һикереп торҙоул урынынан. Күҙ йәшәтәрен сығарып уның түшенә башын һалып үкһерҙә тотондо Әсмирә. Бер тынала бик яҡын туғанының ҡаты ауырып китеүе, дауаланыуға күп кенә аҡса кәрәклеге тураһында теҙеп һалды шәрек һылыуы. "Әлбиттә, әлбиттә бирәсәкмен аҡсаны, күпме кәрәк-шунсаны, һинең өсөн йәнем дә йәл тъгел, -" тип теҙҙе албырғап ҡалған баҙар хужаһы.

-Ни саҡлы сумма кәрәк?

- Биш йөҙ мең- тине, тине һулҡылдап, һылыу ҡатын.

- Булыр!- тине ышаныслы итеп Хан. 

тик уның ҡул аҡсаһы юҡ шул, барыһы ла әйләнештә йөрөй, тауарға һалынған. Ҡурҡыныс түгел, банкир дуҫтары бар, һә тигәнсе кредит бирерҙәр тип уйланы эстән Батырхан. Ул һараз иткәнсе булды ла. Кискә уның ҡулында биш йөҙ мең түгел, бер миллион ине.

Аҡсаны ҡулына алғас, Әсмирәнең ҡайғылы йөҙө асылып киткәндәй булды, Батырхан да енелерәк һулап ҡуйҙы.

- Бер айҙан килермен, барыһын да ҡайтарырмын, - тине тамам тынысланған ҡатын.

Иртән самолетҡа оҙатып, ултыртып ебәргәс, Батырхандың күңелендә икеле-микеле уйҙар хасил булды. Булмаҫ, алдамаҫ, насар кеше түгел, бер-береһенә ысынлап ғашиҡтар бит, китаптағыса... Ундай уйҙарҙы ситкә ҡыуып, елле машинаһаның газына баҫты.

Бер түгел, алты ай үтеп китте, әммә Әсмирәнән бер хәбәр ҙә килмәне. Шәрек һөйөүенән башын юғалтҡан Батырхан төпһөҙ кәмәгә ултырыуын аңлағайны.

Башҡа бер ҡасан да иҫһеҙ ғашиҡ булмаҫҡа үҙ-үҙенә һүҙ биреп, шул тиклем отолоуына йәне көйөп, сираттағы кредитын түләргә банкка табан атлауы әле.

Ә был ваҡытты Әсмирә бер ҙур ҡаланың, ҙур баҙар хужаһының ишеген ипле генә шаҡый ине.

Кредитҡа-мөхәббәт
Кредитҡа-мөхәббәт
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас