Сулпан Абдрахимова.
Бүтәнсәрәк бөгөн күк йөҙө...
Өйҙөң иң түрендә әсәй үҙе һырыған арҡыры,буй юрғандар,йәтеш кенә күпсектәр,буй -буй биҙәкле балаҫ түшәлгән урындыҡтың кәрәге ҡалманы хәҙерге заманда.Ҙур,
яһы карауат,дивандар түрҙән урын алдылар.Урындығыбыҙ тәүҙә соланға шыуҙы,унан яйлап ҡына ихатаға сығып,текмә буйына һыйынды.Күнәк,көйәнтәгә йәтеш булды әле ул.Урмандан япраҡ-фәлән ҡосаҡлап ҡайтһаҡ та ,шул урындыҡҡа ботто һоноп ултырып миндек бәйләйбеҙ,көнө тура килһә,шул урындыҡҡа сәй табыны ҡороп ебәргән булабыҙ.Самауырын да һирәк ҡайнатабыҙ-өй һайын газ бит-хөрриәт.
Мин үҙем боронғо ғәҙәтемде ташламайым,ауылға ҡайтҡанымда фәҡәт шул урындыҡҡа ап-аҡ кейеҙ түшәйем, баҡта юрғанды сығарам.Йондоҙҙарҙы күҙәтеп,тирә-юнде тыңлап ятып йоҡлап китәм.
Йондоҙҙар боронғоса емелдәйҙәр!
Саҡ менән Суҡ та боронғоса ҡысҡыралар,һаман табышмағандар...
Таң һыҙыла башлай,ә күҙҙәрҙә йоҡоноң әҫәре лә юҡ.Таң әтәстәре ҡысҡыра,мин фәрештәләр төшкәнен көтәм!
Тупһа аҫтында ятҡан Аҡтырнаҡ тиктомалдан өрөп ебәрә.Шайтан күреп өрә,имеш.Шайтан күрге килеп тормай әле,тәүбә ыстағафирулла!
Инде йоҡлап киттем тиһәм,күршенең һыйыры мөңрәргә тотондо.
-Әттәгенәһе..
,,Һыйырҙарҙы тартырһың әле ,апый,"тип киткәйне бит әле...
Күнәгемде беләгемә элеп,ҡойманы аша ғына төштөм дә,һыйырҙарҙы һауып ҡыуҙым.Һөттәре кәмегән һәүкәштәрҙең.Бесән юҡ ҡырҙа.Быйылғы йәй ифрат эҫе килде.Ҡояш ҡалҡыр-ҡалҡмаҫ утлы һөңгөләре ер өҫтөн өтә башлай.
Салҡанан түшәгемә кире ауҙым.Күк зәп-зәңгәр!Үтә күренмәле ебәктәй генә аппасыҡ болоттар һирәк-мирәк кенә булып күккә түшәлгән.Хәс тә Хоҙай үҙе Йыһанға зәңгәр туҡыма тартҡан да да,ап-аҡ ҡына бәрән йөнөн тетеп ,түшәп сыҡҡан.Осоп барып мен дә,юрған һырырға кереш тә кит!!!!
Беҙ бәләкәс ҡыҙҙар урындыҡта йөгәнәкләп ултырғанбыҙ ҙа,ап-аҡ ҡына йөн тетәбеҙ.Әсәйебеҙ ҙәңгәр генә сатиндан юрғанға тип,тыш бесте.
-Танауҙарығыҙға хәтлем йөн тетһәгеҙ,мунсаҡ табыла һеҙгә.
Әллә күпме йөн теттек,бер мунсаҡ та табылманы.Шулай ҙа ышанабыҙ-тетәбеҙ.
Ҡыш...Һыйыр мөгөҙө шартлап һынырҙай февраль кисе ине.Тәҙрә ҡапҡастарын көндөҙ үк ябып бөттө әсәй.
-Этегеҙҙән ҡурҡып,саҡ килеп индем.Тупһа аҫтынан аңғармаҫтан сығып,бурбайҙан эләктереп алһа!...
Һаумыһығыҙ!Эште гөрләткәнһегеҙ бит,-Фәриҙә еңгәй икән.
-Һау,шөкөр әле,үҙең һау йөрөйһөңмө?Үт,килен.Урындыҡҡа үтеп ултыр.Тешләшергә эт өйҙә юҡ,хәзәйене менән эшкә китте.Самауырға ҡуҙ төшөрөгөҙ,ҡыҙҙар!
-Аһ-аһ,Дәминдәр ағай эшкә киттеме, әләйһәң?Мин ней,Ғәле һаман ҡайтмағас,әллә бер-бер хәл булып киттеме ағайға,тип,аптырап,алйып килә ятам.
,,Бер-бер хәл булып китеүе" -атайҙың ,,һуғып" йөрөүе була инде.Ул сағында әсәй үҙе атты егеп,сыбыртҡыһын теүәлләп,тоғона тамаҡ тултырып,санаға сығарып ултыртып,оҙатып ҡала.Эшкә барып еткәнсе айный.Ғәле ағай менән алмашлап көтөү көтәләр.Кашар ,тип атала һарыҡтар торған ер.
-Иртүк Хәлил тирмәненә китте Дәмдәр ағаң.Семтем он ҡалманы,әйтәүер.Тирмәндән тура ғына эшкә китермен,ондо,кәбәкте Ғәле аша ҡайтарырмын,тигәс,һеҙҙе он әпкилеп тораһығыҙҙыр,тиһәм.Бына хайырсы...Кәбәкте һатып эсеп йөрөмәйҙер ҙә ул,ҡоромағыры...
-Йә,көймә,еңгә
,тирмәндә кеше күп булғандыр,-Фәриҙә еңгәй әсәй көйөп киткәнгә,уңайһыҙланды-Ғәлегә тамаҡты күп итеп һалып ебәрҙем,асығырлыҡ түгел.
-Атаһын күп булһынмы тирмәндә кеше,быға тиклем бер келәт он тарттырырға була,-әсәй һаман үҙенекен һөйләй.
Ул арала боһорап самауыр ҡайнап сыҡты ла,әсәй ашъяулыҡ түшәп ебәрҙе.Икмәк телеп һалды,соланға сығып,һары май ырғытып инде,эре шәкәрҙе онтағылап,сынаяҡ аҫтына һалды.Үҙе сәй яһай башланы.
-Үәринйә сығарығыҙ баҙҙан,ҡыҙҙар!
-Ҡуй ыҙалама,еңгәй,шәкәр бар бит.Эсмәһәм дә булған-Фәриҙә еңгәй эргәмә ултырып,бер ус йөн алып,теткеләй башланы.
-Кем бәпәйенә тип юрған түшәгәнһең,еңгә?Үҙең бәпәйҙәргә йөрөмәйһеңдер ул?
-Ҡуйсы,инде үҙем өләсәй булдым,оялмай бәпәйҙәп ятмағайы...Фәриҙә киленгә һырыйым.Остағы...
Ауылда Фәриҙә еңгәйҙәр өсәүИкәүһе ике оста йәшәйҙәр.Бер еңгәйҙең бәпәйҙәре юҡ,ә бер еңгәйҙе Хоҙай бәпәйгә өйгән,шөкөр.
-Имен-аман бәпәйҙәп,ҡыуанып ултырһын инде аҙашбикә...-ике бөртөк йәше килеп сыҡты ла,алһыу ғына сикәләре буйлап аппасыҡ ҡына тетелгән йөнгә килеп тамдылар ҙа,мунсаҡ һымаҡ ҡына булып эленеп ҡалдылар.
,,Мин мунсаҡ таптым!-уйым шул булды.
-Тррррр!!!-ҡапҡа алдына ылау килеп туҡтаны.Әсәй шәлен генә бөркәнде лә,тышҡа сығып китте.Әллә атай ҡайтты инде?Аҙыраҡ торғас,әсәй менән Ғәле ағай тоҡ күтәреп килеп инделәр.
-Буран ҡоторҙо.Ярай Дәминдәр ағай килеп етте имен генә,-Ғәле ағай кәпәсе менән толобон ҡаҡты,быймаһын да кәпәсе менән һепереп ҡуйҙы,-ярай,ҡайта һалайым,киленең ҡапҡанан күҙен алмай көтәлер.Аһ-аһ,бында ултыра бит бәпәйем!-Ғәле ағайҙың да,Фәриҙә еңгәйҙең дә йөҙҙәре балҡып китте!
-Гөлшат апай,сәй эсерәм,тип ыҙалама,үҙемдең самауырым да һаждап ҡайнап ултырып ҡалды,итем дә бешкән,туҡмас та киҫкәнмен,-Фәриҙә еңгәй ашыҡ-бошоҡ кейенә башланы.
-Атаҡ-атаҡ,яһаған сәйҙе эсмәй,ней...
Борх та һарх сығып китте төнгө ҡунаҡтар.
Бик матур йәшәнеләр Ғәле ағай менән Фәриҙә еңгәйебеҙ.Пар күгәрсендәр кеүек,тиһәм,һис арттырыу булмаҫ.Тик бәпес һөйөргә генә насип итмәне Хоҙай уларға.
-Беҙҙе мөхәббәт йәшәтә ,Гөлшат апай.Тырнап ала торған нәмә түгел бит бала,юҡты ҡайҙан алаһың...-тигән булыр ине ағай.
Фәриҙә еңгәй һыйыр һауып ултырған ғына еренән китте лә барҙы.Япа-яңғыҙ ҡалды ағай.
Бер ваҡыт ап-аҡ кейеҙ күтәреп килеп инде Ғәле ағай.
-Гөлшат апай,ал әле ошо кейеҙҙе.Бер ҙә түшәмәнек тә.Киленең менән бергә килгән кейеҙ ул.Бәпәйебеҙ булһа,аҡ кейеҙҙә уйнап ултырыр,тип хыялланған булдыҡ..Шулаааай...Балын да ялатты был тормош ,тигәнең,әсе тоҙонан да ...-шулай тине лә күлдәй кейеҙен иҙәнгә йәйҙе -ана бәләкәс бәпәйҙәр рәхәтләнһен!
Үҙе күҙ йәштәрен һөрткән була...Ә улар һаман ағалар...
-Үҙең бәпәйҙәргә йөрөмәйһеңдер ул?-Фәриҙә еңгәй әсәйгә шулай тигәйне.Әсәйебеҙҙең тулышып киткәнен һиҙеп торғандыр инде.Әсәй шул февралдә бәпәй апҡайтты.Өләсәй булдым,тип торманы.Беҙ тағы ла юрғанға,тип йөн теттек.Әсәй зәңгәр генә итеп юрған һырыны.Үтә күренмәле генә мунсаҡтар теҙеп сыҡты...Фәриҙә еңгәйҙең күҙ йәштәре һымаҡсы,тип уйлағайным шул саҡта...
Йоҡоларым осто.Торайым ҡуй.Күккә тағы баҡтым...
Бүтәнсәрәк бөгөн күк йөҙө!!!