Һаҡмар
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
11 Июнь , 18:35

Көйәләнеү, стрестан нисек ҡотолорға?

Стресс кимәлен музыка тыңлау - 61, бер сынаяҡ сәй йәки ҡәһүә эсеү - 54, саф һауала йөрөү - 42, уйындар 21 процентҡа төшөрә икән. Ә бына ни бары 6 минут шым ғына китап уҡыу стресҡа ҡаршы иң яҡшы дарыу икән...

Көйәләнеү, стрестан нисек ҡотолорға?
Көйәләнеү, стрестан нисек ҡотолорға?

Стрестан ҡасыу мөмкин түгел, ләкин уны еңергә була. Британия ғалимдары тикшеренеүҙәр уҙғарып, ҡыҙыҡлы асыштар яһаған. Баҡтиһәң, стресс кимәлен музыка тыңлау - 61, бер сынаяҡ сәй йәки ҡәһүә эсеү - 54, саф һауала йөрөү - 42, уйындар 21 процентҡа төшөрә икән. Ә бына ни бары 6 минут шым ғына китап уҡыу стресҡа ҡаршы иң яҡшы дарыу икән. Тикшеренеүҙәр авторы Дэвид Льюис, ниндәй китап уҡыу мөһим түгел, ә уға тулыһынса бирелеү, тип һанай. Китап геройҙарының проблемаларына бирелеп, кеше үҙенекен онота икән.
Стресс кисергәндә үҙеңә нисек ярҙам итергә?
* Борсолоуығыҙҙың сәбәбен билдәләп ҡарағыҙ.
* Көнөгөҙҙө планлаштырығыҙ.
* Дөрөҫ туҡланығыҙ, етерлек йоҡлағыҙ, физик күнекмәләр даими яһағыҙ.
Стресс кисергәндә кешенең хис-тойғоһо ҡыҙған мейескә бәрәбәр, шуға ла бер нисә кәңәш:
- проблемалар, борсолоуҙар хаҡында яҡындарға һөйләү ярҙам итер;
- ыңғай тойғолар (концерт, театр, дуҫтар менән аралашыу) солғанышында булырға тырышығыҙ;
- үҙегеҙҙе яңғыҙ тойһағыҙ, эт йә бесәй алығыҙ;
- иң төп ҡағиҙә - төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ һәм мөмкин тиклем йышыраҡ йылмайығыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: