Еңгәйҙәр мәктәбе
Алыҫ етмешенсе йылдың аҙағы.Атайым урындыҡҡа аяҡ һоноп иртәнге сәйен эскәндә әллә үҙ алдына, әллә әсәйемә, уйланып әйтә ҡуйҙы
-Дә-әә, быйыл ауылыбыҙҙан ун ҡыҙҙарыбыҙҙы алып киттеләр, ә беҙгә ҡырҙан тик бер генә килен төштө.
-Ниңә бер генә килен тиһең, ауылдан ике ҡыҙҙы үҙебеҙҙекеләр алды- әсәйем атайымдың һүҙен дөрөҫләп ҡуйҙы.
-Ауылдағы кеше һанын иҫәпләгәйнем дә...
Артабанғы һүҙҙәре минең ҡолағыма салынманы.
Яҙ ауыл халҡы күмәкләп ағас ултыртырға йөрөргә тырышабыҙ.Мәктәп балаларын уҡыуҙан туҡтатып эшкә сығаралар.Бәләкәй балаларҙы ололар менән аралаштырып тәғәйенләйҙәр.Һәр кем үҙ тиңдәштәре тирәһендә булырға тырышып киң диләнкәләргә таралышҡас төрлө яҡтан күңелле һөйләшеүҙәргә ҡушылып эш ҡыҙа.Беҙҙе еңгәйҙәр үҙ-ара бүлешеп алалар.Уларҙың да иш һайлауға үҙ мәйеле, үҙ фекере булғандыр, былтыр шуның менән эшләгәйнем, бөтә һөйләшкәндәрҙе әсәһенә ҡайтып һөйләп йөрөгән, әрһеҙ генә, былтыр бәләкәй булһа ла ихлас эшләне, тип һөйләшкәндәренә шаһитмын.Тик ишеткәндәремде күңелгә генә һеңдерә барам, ололарға ҡушылып хәбәр һөйләүҙе әсәй оҡшатмай.Әле лә атайым әйткәнде ҡолаҡҡа киртеп, киләһе ағас ултыртыуҙа яңы еңгәй менән танышырбыҙ тиеүем.
Ә еңгәйҙәр менән эшләүе күңелле, ҡыш буйы өйҙәге эш ялҡытҡандыр, яҙғы урманда бер елкенеп, эштә һелкенеп алалар, бер-береһе менән һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй.Һүҙ ыңғайы беҙгә лә тормош дәрестәрен өйрәтәләр.Әлбиттә- ,, Шулайт-былайт..."-тип аҡыл өйрәтмәйҙәр, фәһемле генә берәй ваҡиғаны һөйләп, йомғаҡлап кәрәкле фекерҙе еткереп ҡуялар.Күптәрен ояла-ояла ситкә генә ҡарап тыңлаһаҡ та уларҙың әйткәндәре мейегә һеңеп, йылдар буйы иҫтә ҡалған.
Тағы ла килен булып төшкән ерҙәге еңгәйҙәр кәңәштәре лә онотолмай, Баймаҡ машзаводында эшләгәнемдә еңгәйҙәр аҡыллы һүҙҙәре менән тура юлдан яҙлыҡмаҫҡа ярҙам иткән.Ул саҡта интернет булмағанлыҡтан, махсус китаптар сығарылмағанлыҡтан, еңгәйҙәр мәктәбен бик ихластан тайпылышһыҙ ҡабул итергә тырыштыҡ.Хәҙер һәммәһен дә, ҡағиҙә тип әйтәйем үҙемсә, дөрөҫ үтәнем тип әйтә алмаһам да тырышҡанмын мин дә.
Кейәүгә сыҡҡас элекке ирекле ҡыҙ сағыңды һағынып күңелһеҙләнеп, кәйефһеҙләнеп тә алаһың ул. Бик эсең бошоп, ҡулыңа эш бармаһа ят та йоҡла. Урам араһына сығып йөрөмәҫкә тырыш, һүҙ эйәрә һүҙ сығыр, аҙаҡ исемең сығыр. Йоҡо йәш әсәгә файҙаға ғына.
Бер ваҡытта ла ирем похмельдән ауырый тип араҡы ҡойоп бирмә.Тәүҙә һораһа,аҙаҡ таптырып ыҙалатыр.Өйҙән ҡыуып сығарыуы ла ихтимал, араҡы таптырып.
Балаһын яманлап ҡәйнәңә һөйләмә, үҙең яманатлы булырһың. Үҙ улын әсә һинән яҡшы белә.
Әсәйеңә, туғандарыңа, иреңде, ҡәйнәңде яманлап ҡайтып һөйләп йөрөмә.Барғас торорға тырыш, һеҙ төндә ярашырһығыҙ, әсәйең йөрәгенә яра ғына һалырһың.
Ирең иҫеректә өндәшмә, әйтер һүҙеңде айныҡҡас әйтерһең.ҡыҙып берәй нәмә ҡылып ҡуймаһын, аҙаҡ үҙе лә үкенер.
Ир эсә тип үҙең рюмка күтәрмә.
Ул иҫерек ята тип ауыл ҡыҙырма.Өйҙәге үҙ эштәреңде эшлә, донъяң артҡа ҡалмаһын.
Көндәр буйы аунап ятыуҙы ғәҙәткә алма, ҡул эштәре тот. Бисмиллалап башлаған бәйләм тәсбих тартыу менән бер.
Хәләлең алдында үҙең сисенеп, йәйелеп ятма.Ул үҙе һине иркәләп сисендерһен.Башы нисек аҙағы шулай буласаҡ.
Йәмәғәтең менән тыйнаҡ бул.Аҙғынлыҡҡа бирелһәң ҡартайғас үкенерһең.Баланы баштан,ирҙе йәштән өйрәтәләр.
Тәүҙән ҡаты бул, иҫерек иреңде яҡынлатма.Айныҡ сағында иркәлән.
Өй эшен кеше ҡушып эшләтергә һалынма.Таҡтаның бер башын ирең тотһа, икенсе башына үҙең йәбеш.
Өй хужаһы менән бәхәсләшмә, уны тыңла, үҙеңсә эшлә.
Ҡушағыңдың тыштан инеүенә һәр саҡ ашарлыҡ ризығың әҙер булһын.Туҡ мал ҡырҙа һәптәнләмәй.
Инәлтер өсөн генә айырылып ҡайтырға тырышма.Ҡайтһаң кире килмәҫеңде ул күңеле менән тойорға тейеш.
Олоғайғас аҡылға ултырыр тип өмөтләнмә.Булмышы ниндәй, шулай булып ҡаласаҡ.Яраҡлашырға тырыш, үҙлегеңде юғалтма, ныҡ бул.
Ишең менән йәшәүҙең рәхәтлеге уның тырыш булыуында, мунсала арҡаңды ышҡыуҙа икәнлеген бер ваҡытта ла онотма.Яңғыҙлыҡ эстән үлтерә.
Кейәүгә саф килеш сығып, тоғролоҡ һаҡлаһаң ғына үҙеңә ихтирам тойорһоң.Ҡайҙа ғына йөрөһә лә ул һиңә ҡарата тулы ышаныста йөрөһөн.Был ышаныс һинең ҡулда, аҡла.
Үҙегеҙ генә белгән тойған ҡараш, ҡағылыу, һүҙҙәр булырға тейеш.Икәү генә белер сереңде һаҡла.
Артыҡ кейем йыйма, кейәһе етер, кәрсене күп була.Уңайлыһын, урынлыһын, ваҡытын белеп кейен.
Һәр ҡылығыңды баһаларға өйрән.Онотма үҙ тормошоң үҙеңдең ҡулыңда.
Кеше аҡылына ҡолаҡ һал.Бер олоно, бер кесене тыңла. Быны ғына беләм тип маһайма.
Кемделер ғәйепләр алдынан уның урынына үҙеңде ҡуйып ҡара.
Кешенең эшен өйрән, кәңәштәренә ҡолаҡ һал.Кәрәк булһа ярҙам ит.Бисә бисәнән балалай.
Юлда йөрөгәнеңдә яныңда һәр саҡ таҙа сепрәк киҫәге йөрөт.(Ул ваҡыттарҙа ҡағыҙ салфеткалар һатылмай ине.)Ирҙең теләге шәриғәт эше, тик кеше күҙенән һаҡлан, кеше түшәген бысыратма.
. Тәккәбер булма, тәккәберлек нәжес менән бер, тотоп та булмай, яҡын барыуы ла ерәнес.
Был кәңәштәрҙе улар ҙа ваҡытында еңгәләренән ишеткәндәрҙер, тайпылышһыҙ үтәргә тырышҡандарҙыр.Әммә тормошта һәр саҡ үҙең теләгәнсә килеп сыҡмағанын да киҫәттеләр.Быларҙы төрлө булған хәлдәргә бәйләп аңлаталар ине.Ғәйбәт һөйләмәгәндәр улар, ә тормош һабаҡтары булған.Еңгәйҙәр хәҙер кемеһелер ысын донъяла ята, кемдәр яҙғанымды уҡыған үҙҙәренең кәңәштәрен хәтерләгәндәрҙер.Мин үҙ сиратымда һеҙгә бары рәхмәт кенә белдерәм.
Гөлдәр әбей.