Матур ғүмер юлы үткәндәр
Йөрәк ҡағып, ярһыу аттар килә.
Гармун бүләк итә көйҙәрен.
Тик бәхетлеләр генә байрам итә
Пар күгәрсендәй алтын туйҙарын.
Кемдең генә ғүмер юлына күҙ һалма, бөтәһенең дә тормошонда том-том китап яҙырлыҡ ваҡиғалар, хәтирәләр, кисерештәр ҡайғы хәсрәттәр, тупланған. .
Бер - береңә хөрмәт менән ҡарап, тормош юлын мисәүләп таҡҡан пар ул – Өмөтбай ауылында ғүмер итеүсе Миңлегөл һәм Нуритдин Мәжитовтар. Улар быйыл Ғаилә йылында, үҙҙәренең матур ғүмер байрамын - алтын туйҙарын билдәләй.
Ғилмитдин, Зөһрә Мәжитовтарҙың күмәк ун балалы ғаиләһендә, баш бала булып донъяға килә Нуритдин ағай. Урындағы мәктәптә башланғыс белемде алғас, Баймаҡ интернат мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Яҡшы уҡый. Теүәл фәндәрҙе яҡшы белгән, һүрәтте оҫта төшөргән малайға уҡытыусылары ҙур өмөт бағлай. Ишле ғаиләлә үҫкән малайға артабан уҡыу мөмкинселеге эләкмәй. Әбйәлил районы Таштимер ауылында тракторсылар курсында уҡып, һөнәр үҙләштереп, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Йәшләй генә өйләнә. Улы тыуа. Ике йыл Ҡаҙағстан далаларында хеҙмәт бурысын үтәй. Ҡатыны малайын алып, һалдатты көтмәй, күптәнән ҡалаға сығып киткән, икенсегә тормошҡа сыҡҡан була.
Ата - әсә әрменән ҡайтып тейешле ялын да ял итмәй, баштан - аяҡ совхоз эшенә сумған өлкән улдарын тиҙерәк өйләндереү сараһын күрә. Бөрйән районындағы туғандары кәләш димләргә тип үҙҙәренә саҡыра. Туғандары димләгән ҡыҙҙы күрергә барған Нуритдин ағай ул ҡыҙҙың иптәш ҡыҙын күреп ғашиҡ була. Ул ҡы ҙҙа егетте оҡшата. Бер - берһен бер күреүҙә яратышҡан йәштәр өйләнешеп тә ҡуя.
Бөгөн улар шул мөхәббәттәрен ғүмер буйы һаҡлап алтын туйҙарына килеп еттеләр. Миңлегөл Фәрит ҡыҙы Бөрйән районы Һарғыя ҡурсаулығында донъяға килә. Әсәһе Хәсбиямал Түбә ауылы ҡыҙы, атаһы Фәрит Ағиҙелдә һал ағыҙыуҙа эшләй. Йәш ғаилә Һарағы ауылына күсенә. Миңлегөл апай тулы булмаған белемде ошо ауыл мәктәбендә ала. Һигеҙ класты бөтөү тураүындағы таныҡлыҡты алған көндө үк совхоз етәкселеге, һыйыр һауырға эшсе ҡулдар етешмәй тип, йәйге йәйләүгә эшкә алып китәләр. “Каникул ваҡыттарында әсәйемә фермала гел ярҙамлаша торғайным. Өйрәнелгән эш эшләнем дә киттем,- тип хәтерләй ул. - Артабан уҡыу тураһында һүҙ ҙә булманы. Баш бала, атай мәрхүм ине, береһенән - береһе бәләкәй дүрт һеңлем. Эшемде шул тиклем яратып башҡарҙым. Йәш кенә булһам да өс тапҡыр “Коммунистик хеҙмәт алдынғыһы” исемен яуланым, район, ауыл Советының Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булдым, ауыл Советына депутат итеп һайландым. Ғаиләләлә талаш сыҡһа ла, мал юғалһа ла киләләр. Йәшмен тип торманым, ярҙам итергә тырыштым. Эшләнем инде. Партияға кандидат итеп алдылар. Бер күрешеүҙә Нуритдинде оҡшатып, тормошҡа сыҡтым. Ҡайным мәрхүм ине. Ҡәйнәмә бикәс - ҡәйнештәрҙе уҡытырға, ғаилә ҡорғастары, туйҙарын үткәрергә ярҙам иттек. Нуритдиндең тәүге ғаиләһендәге улына ла ярҙам иттек, әле лә ҡатышып йәшәйбеҙ. Килен булып төшкәс тә эшкә сыҡттым. Һыйыр һауҙым, ашхана ла ашнаҡсы булып эшләнем. Бер - бер артлы тыуған балаларымды ла ҡарарға өлгөрҙөм. Элек бит декрет ялы әҙ булды. Өс ай тулыр тулмаҫтан эшкә сығыр инек”.
Кешеләр сәғәтле эш тип ҡалаға күсенә башлағас, улар ҙа Орск яғына эшкә китеп, тимер юлына эшкә төшә. Ике йылдан ашыу эшләп ҡалалар. Нуритдин ағайҙың әсәһе Зөһрә апай: “Өлкән балам йөрөй сит ерҙә”,- тип илаулағас кире ҡайтып, Нуритдин ағай тракторсы, Миңлегөл апай һауынсы булып эштәрен дауам итә.
Нуритдин ағайҙың атаһының ҡустыһы Мансур ағайҙың ҡатыны ҡапыл ауырып мәрхүмә була. Һуғыш яраларынан мандый алмаған Мансур ағай береһенән - береһе бәләкәй алты баланы балалар йортона бирергә мәжбүр була. Таң менән ҡоҙоҡтан һыу алайым тип сыҡһам, ҡоҙоҡ эргәһендә сиҙәмдә, һыуға ҡушып икмәк ашап балалар ултыра. Һорашҡайным, “Балалар йортонан каникулға килдек, ауылда туғандарығыҙ бар тип әйттеләр. “Беҙ һеҙҙең туғандарығыҙ” тип алып ҡайттым. Йәй буйы беҙҙә булып уҡырға кире киттеләр. Уларҙың барыһын да бәйләп торған мин. Буранбай Троицк ҡалаһына ветеринарҙар әҙерләй торған юғары уҡыу йортона уҡырға ингәйне, иптәшемдең һалдат кейемен кейҙереп ебәрҙем. Хәлебеҙҙән килгәнсе ярҙам иттек инде. Каникулға бында ҡайттылар. Туйҙарын үткәрештек. Ул етемдәргә тормош көтөп китеүе бигерәк ауыр булды. Хәҙерге кеүек хөкүмәт өй менән ул ваҡытта ярҙам итмәне. Үҙеңдең балаларың күп, нимә уларҙы ҡарайһың тип әйтеүселәр ҙә күп булды. Аллаға шөкөр, ярҙамлаштыҡ. Хәҙер килеп рәхмәт әйтеп, ярҙам итеп торалар. Инсульттән йығылғас, трактор аҫтында ҡалып авариянан имен ҡалғас шуларҙың рәхмәте иҫән ҡалдырғандыр, тием. Бала саҡтан бәйләргә яраттым. Балаларға кейем алырға етешмәгәндә гел бәйләп кейҙерә инем.”,- тип хәтерләй Миңлегөл апай.
Нуритдин ағай оҫта техника белгесе генә түгел, ағас эшенә лә оҫта. Ауылда уның ҡулы теймәгән өй бик һирәктер. Миңлегөл апай бөгөн дә тик ултырмай. Ағинәйҙәр ойошмаһының иң әүҙем ағзаһы. Бер нисә тапҡыр ауыл ағинәйҙәре менән Өфөгә “Бәхетнамә” тапшырыуында ҡатнашып ҡайтты. Балаҫ һуға. Ҡул эшенең оҫтаһы. Татыу ғаиләлә үҫкән балалары үҙ юлдарын табып, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә эшләп йөрөй. Миләүшә себер тарафтарында, үҙ эшен асҡан. Тормош юлдашы менән ике ҡыҙ үҫтерҙе. Айгөл, дүрт бала әсәһе, иптәше менән Өфөлә йәшәй. Кооператив техникумында тәрбиәсе булып эшләп йөрөй. Венера ҡыҙы йәшләй фажиғәле һәләк булды. Уның өс балаһы һәр ваҡыт олатай, өләсәй йортона килә. Сөмбөл Бөрйәндә йәшәй. Иптәше менән өс бала үҫтерә.
Бына шулай бөгөн яҡындары, туғандары менән матур ғүмер байрамын үткәреүсе Мәжитовтар ғаиләһе ҡайғы хәсрәттәргә бирешмәй матур ғүмер юлы үтеп алтын туйҙарына килеп еткән. Артабан да именлектә йәшәгеҙ, ауылдаштарым!
Әнүзә Мәжитова.
Өмөтбай ауылы.