Ғаилә йылы
3 Июнь 2024, 14:48

COVID түгел

Беҙҙең был хәл булғас та, Зәйнитдин ағай әсәйемә килеп, үҙен әрләй-әрләй ғәфү үтенгән: “Соҡор емерелеп барғанын күрҙем, был берәүҙе баҫыр инде, ҡайткас та ауылдағыларға әйтер кәрәк, балсыҡҡа бармай торһондар, тип уйланым, тик иҫемдән сыҡҡан, эй, ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел инде ...”, тигән. 

COVID түгелCOVID түгел
COVID түгел

Элзилә Кираманова

COVID түгел 

 

Былтырғы йәй бик үҙенсәлекле, ҡатмарлы булды. Күрше-күләнгә, оло еңгәйҙәргә инеп, хәлдәрен белешергә ҡурҡып йәшәнек. Берәү килһә, ауылға шикләнеп кенә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ҡунаҡтарҙы ҡабул иттек, улар ҡайтып китһә, аҙна-ун көн үткәнен көттөк. 

Ҡайтҡаныма ауылға арыуыҡ ваҡыт үтте. Бер көн түҙмәнем, иң оло еңгәйҙән башланым йөрөргә. Килеп ингәс, бик ҡыуанды. Оҙаҡ ҡына ултырып, хәл-хеүәлде һөйләшеп, сәй эстек. 

Еңгәй минән һорап ҡуйҙы: “Зифа киленгә барғаның юҡмы?” - тип. Мин баш ҡаҡтым. “Кешеләр ике-өс аҙна ауырый тиҙәр, әллә теге ауырыу микән?” 

Телевизорҙы асһаң ҡаты ауырыу бара, тип һөйләйҙәр, “Ауырыһам – ауырырмын, әжәлдән ҡотолоп та булмаҫ, тик ауырыу кешенең хәлен барып белмәһәм – үҙемә гонаһ”, тинем дә йома көнө сауап алайым, тип Зифа еңгәйгә барҙым. 

Барһам, ишек эстән бикле. Йөрәк аяҡҡа килеп төшкәндәй булды. Ишекте бер нисә тапҡыр шаҡыным. Яуап юҡ. Аптырап, тәҙрәгә шаҡый башланым. Еңгәй тәҙрә аша ҡарағас, йөрәккә йылы йүгереп китте. 

Бер аҙ ваҡыт үткәс, еңгәй ишекте асты. Өйгә ингәс, йәшен тиҙлегендәй күҙ йөрөтөп сыҡтым, өйҙәге күренештән: “Эйе, еңгәй ысын ауырый ” - тип уйланым. Диван эргәһендәге ултырғыста тулы дарыуҙар, ә креслола күп төрлө-төрлө майҙар. 

Ҡапыл һирпелеп ҡараһам, еңгәйҙең йөҙө балҡып, күҙҙәре нурланып китте. 

- Нисек ҡыйыулыҡ иттең миңә килергә? Кешеләр миңә килергә ҡурҡа, - тине. Ипләп аяғын һөрәй-һөрәй, аш бүлмәһенә атлап китте. Плитаға сәйнүк ултыртты, бер ҡулы менән өҫтәлгә тотоноп, сәй ултырта башланы. Өҫтәлдәге таҫтамалды асып ебәрҙе, тәмле еҫтәр таралды. 

- -Кисә Әлимә киленем сейә алып килгәйне, бөгөн йома тип бәлеш бешерҙем, берәү килһә ярар ине, тип уйлағайным, Аллаға шөкөр, килдең. Икәүләп, бәлешләп-баллап, яйлап сәй эсәйек. 

- Эй, минең ауырыу ковид түгел, аяҡтарым һыҙлай шул - тип, сәйгә ултырғас, һөйләп китте. 

 

- Был хәл 37 йыл элек булды, тип, дауам итте. - Йәй-көҙ көнө ауылда эштәр бер-бер артлы күп шул. Емеш-еләк ҡайнатыу, ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләү, картуф алыу, һарыҡ ҡырҡыу, өй-кәртә һылау. Тауыҡ менән сүпләһәң дә, бөтмәҫ. Совхоз ваҡытында ир-егеттәр көнө-төнө буйы эшләне тип әйтһәм дә, хата булмаҫ. Төндә генә ҡайта торғайнылар. Иген һуғыу, иген ташыу, сенаж һалыу, механизаторҙар ике-өс смена эшләнеләр, һарыҡ көтөүселәре лә, бригадирҙары ла бушаманы. Иптәшем Вәлиәхмәт өлкән көтөүсе булып эшләне, уның бигерәк тә күҙен астырманылар, ҡышҡылыҡҡа ферманы һылатырға, һуңынан аҡларға, 8-9 мең һарыҡтарҙан ҡан алырға, иҫәп-хисапһыҙ эштәр ҡушалар ине. Хатта ғаиләләренә ҡайтырға ла ваҡыттары булманы. Ағайыңдың ул көнө ялы ине, ошо фырсатты ҡулланып, йәш килендәр балсыҡ алырға һөйләштек. Әхирәтем Сания ла дәртләнеп китте, беҙ уның менән бер самала ауылға килен булып төштөк, бер-беребеҙҙең серҙәрен уртаҡлашып, яҡын аралашып йәшәй инек. Атты икәүләп, тиҙ арала егеп тә ҡуйҙыҡ, ун йәшлек улыма дилбәгәне бирҙек. Улым да, ағайың да ат йәнле кешеләр булдылар. Ат күрһәләр ҡанатланып, осҡандай була торғайнылар. Малайға шул ғына кәрәк бит. Үрле-ҡырлы ҡаранып дилбәгәне алды. Атҡа берҙе һуғып та ебәрҙе. Ат йән-фарман сабып түбән төшөп китте. “Улым, әҙрәк яйлат атыңды” - тинем, ат шәп барған һайын, улым ҡыйыулана бара, әхирәтемдең ауырлы икәнен белһә ине. Эсен аҫтан ныҡ итеп тотҡан да, миңә ҡарап йылмайып ҡуйҙы. Балсыҡа барғанда, Һаҡмар йылғаһы аша сығыр кәрәк, йылғаны ла дөбөр-шатыр сыҡтыҡ. Әхирәткәйем ауыр һулап ҡуйҙы. Бара торғас, тәғәйенләнгән урынға шөкөр килеп еттек. 

Күңелем ниҙер һиҙгәндәй кеүек булды. “Уй, Сания бепесләп ҡуймаһын” - тип уйлап ҡуйҙым. Шул саҡ юлда ике кеше килгәнен күрҙек, Нурия бикәс менән кейәүе икән, улар менән һаулыҡ-иҫәләшеп торған арала, улым, үҙен ҡыйыу егет тип тойоп, балсыҡ соҡорона беренсе булып төшөп тә киткән. “Сыҡ, атты тотоп тор” - тип, алдаштырып сығарҙыҡ та, үҙебеҙ төшөп киттек, балсыҡ алырға. Бер-нисә тапҡыр көрәк менән төрткәйнем, күҙ-йомоп асҡансы, миңә елкәмә берәү һуҡҡан кеүек тойолдо. Был ни хәл? Ерҙә ятам, тәнемде ҡуҙғалта алмайым, әхирәтемдең тауышына тертләп киттем: “Зифа, ҡотҡар инде!” - тине. Ә нисек? Баҡ тиһәң, балсыҡ соҡоро беҙҙең өҫкә емерелеп төшкән. Мин билдән аҫҡа, уң ҡулым, һулаҡай ҡулым балсыҡ менән күмелгәнмен. Көскә-көскә һулаҡай ҡулымды тартып алдым. Бар көсөм менән билдән аҫҡы кәүҙәмде тартам. Эй, балаҡайым ҡайҙа икән тип, бар көсөмә: “Улыыым!!!” - тип ҡысҡыра башланым. Ул йылға буйына, һыу төшөргә киткән икән. Уҡтай атылып йүгереп, килеп етте. Шунда уҡ соҡорға яныбыҙға төшөргә килгәнен күргәс: “Юҡ, улым, бар атайыңды саҡыр”- тип өгөтләп ҡайтарып ебәрҙем. Беҙҙең тауышҡа, ауылға ҡайтып килгән бикәсем иптәшен һәм ҡустыһын ебәргән. Улар Санияны ҡаҙып сығарҙылар, ә мин һулаҡай ҡул менән балсыҡты ташлайым да: “Санияҡай, түҙ инде” - тип, бар көсөмә тартыла-тартыла сыҡтым. Тик сыҡҡас тәнем-быуындарым дер-дер ҡалтырай, ҡолап барам. Шул арала иптәшем килеп етте. Балсыҡ ҡайғыһы китте. Минең тик ятаһы ғына килә, баш әйләнә, ҡоҫҡо килә. Арбаға ултырҙыҡ, Санияны өйөнә алып барҙыҡ, һуңынан өйгә ҡайттыҡ, тик арбанан төшә алманым, тәнем ҡыбырламай. Ике яҡтан ҡултыҡлап өйгә индереп һалдылар. Шул ятыуҙан ике ай буйына тора алманым. Атаҡайым ике ҡултыҡ аҫты таяғы эшләп бирҙе, әсәйем ниҙәр менән генә майламаны, ниндәй генә үлән һалманы, хатта аҙнаһына ике тапҡыр аттың йылы тиҙәген йыйып төнгөлөккә урап һала ине, унда бөтөн шифалы үләндәр бар тип. Әхиртем көн аша көтөү ҡыуырға килә лә инеп хәлемде белешеп торҙо. “Зифа әхирәтем, аяҡҡа ғына баҫ инде, балаҡайҙар хаҡы” - тип, әйтеп сыға торғайны. Доғалары ҡабул булды. Ике айҙан һуң яйлап, ике ҡултыҡ аҫты таяғы менән йөрөй башланым. Һуңынан тағы ике ай бер таяҡ менән йөрөнөм. 

Беҙҙең был хәл булғас та, Зәйнитдин ағай әсәйемә килеп, үҙен әрләй-әрләй ғәфү үтенгән: “Соҡор емерелеп барғанын күрҙем, был берәүҙе баҫыр инде, ҡайткас та ауылдағыларға әйтер кәрәк, балсыҡҡа бармай торһондар, тип уйланым, тик иҫемдән сыҡҡан, эй, ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел инде ...”, тигән. 

Минең аяҡҡа баҫыуым булды, шуны ғына көтөп торғандай, Сания әхирәтемдең бәпесе донъяға килде, ике шатлыҡ бергә булды. Ҡабаланып үҙем сығам тип тартынмаһам, ярҙамды тыныс ҡына көтһәм, быуындарыма зарар теймәҫ ине, тик, шул сабырһыҙлығымдың хаҡын һаман да булһа түләйем. 

“Сабырлыҡтың төбө алтын”, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр икән.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас