Ғаилә йылы
30 Май 2024, 12:25

Серҙәреңде ас, һандығым!

Серле һандыҡ тиһәләр, күҙ алдына өләсәйҙең өйөндә иң түрҙән урын алған, йоҙаҡлы, иҫтәлектәргә бай семәрле һандыҡ килә. Хәтеремдә ,әсәйемдең һандығын асҡан мәлен тилмереп көтә инек.Аскыстың шығырлаған, ҡапҡасының сыйылдаған тауышын ишетеү менән семәрле һандыҡ яғына йүгереп киләһең .Танауға килеп бәрелгән нафталин еҫе ул ваҡытта мөғжизәле бер доньяны хәтерләтте.Унда нимә генә юҡ .Ундағы һәр бер әйбер ҡәҙерләп бәпләп-тәҫләп һалына һәм ниндәйҙер фәһемле ваҡиға менән бәйле...Һаҡмар ауылында йәшәгән инәй- апайҙарҙың һандыҡтарын ҡарап уларҙың ''төбөнә төшөп сыҡҡас'', тәьҫораттарым менән уртаклашмай булмай.

Серҙәреңде ас, һандығым!Серҙәреңде ас, һандығым!
Серҙәреңде ас, һандығым!

Серле һандыҡ тиһәләр, күҙ алдына өләсәйҙең өйөндә иң түрҙән урын алған, йоҙаҡлы, иҫтәлектәргә бай семәрле һандыҡ килә. Хәтеремдә ,әсәйемдең һандығын асҡан мәлен тилмереп көтә инек.Аскыстың шығырлаған, ҡапҡасының сыйылдаған тауышын ишетеү менән семәрле һандыҡ яғына йүгереп киләһең .Танауға килеп бәрелгән нафталин еҫе ул ваҡытта мөғжизәле бер доньяны хәтерләтте.Унда нимә генә юҡ .Ундағы һәр бер әйбер ҡәҙерләп бәпләп-тәҫләп һалына һәм ниндәйҙер фәһемле ваҡиға менән бәйле...Һаҡмар ауылында йәшәгән инәй- апайҙарҙың һандыҡтарын ҡарап уларҙың ''төбөнә төшөп сыҡҡас'', тәьҫораттарым менән уртаклашмай булмай.

Тыл ветераны /мәрхум инде /Мөбинә инәйҙең ауылда иң боронғо 1951 йылгы һандыҡ .
Иҫ киткес семәрле лә тугел ,әммә эсенә күп кенә серҙәр һыйҙырған .Унда һаҡланған боронғо камзул ,кулдәктәр элекке шәлдәр иҫ киткес матур. һандыктың төбөндә хатта хуш еҫле духи .одекалондар һаҡланған.
Тыл ветераны Исхакова Сәжидә инәйҙең һандығында кустыһы һуғышҡа китер алдынан бүләк иткән Көрьән китабы һәм тәсбихы һаҡлана.
- Зубайдуллина Сәлимә апайҙың һандығында аллы -гөллө боронғо матур сағыу француз яулығы һәм күҙ яуын алып торған яулыҡтар.
- Мурзагаллина Фирузә апайҙың һандығы иҫтәлекле ғаилә фотоларына бай. Аҡлы -ҡаралы фотолар күпме хәтирә һаҡлай улар.
Сатвалов Самат ағай дүрт ҡыҙына ла эшләп биргән һандыктар күҙ яуын алып тора.Гөлсара апайҙың һандығында әсәһе ҡыҙына теккән башҡорт күлдәге һәм камзулы һаҡлана.
Ходаков Юрий ҡул эшенә оҫта. Семәрләп эшләгән һандыҡтарын төрлө тарафтарҙан килеп һатып алалар .
Абдуллина Сания апайҙың һандығы ҡомартҡыларға бик бай. Ундағы боронғо кашмау ,.һаҡал.,хәситәләр .Үҙе теккән башҡорт кулдәктәре .камзулдар куҙ яуын ала .Һәр эшкә лә маһир ,оҫта уңған ул.
Мурзабулатова Миндебикә апайҙың һандығында атаһының миҙалдары.әсәһенең теккән боронго кулдәге һаҡлана.
Нигматуллина Мөсфирә инәйҙең ейәне Вадим бүләк иткән тәсбихы һаҡлана .
Мурзагилдина Айгөлдең һандыгында әсәһе һуҡҡан балаҫ,кейеҙ.,буй юрғандарға иҫем китте матурлығына.
Байракаева Сания апай, Мурзагильдина Гөлсәсәк,Сафиуллина Зөлхизә апайҙарҙың һандыктары өләсәһенән ,әсәһенә һәм ҡызына ҡомартҡы итеп ҡалған.Уларҙың һандығының сере тормошта кәрәкле әйберҙәр .Төрлө түшәктәр, буй юрғандар һәм һауыт -һабалар.
Бураншина Рәуләнең һандығының төбөндә имсе Бәһиә өләсәһенең үткәрмәһен. ҡот койоу сумесе ҡурғашы Көрьән китабы һаҡлана.
Халҡыбыҙҙа ҡыҙ баланы кейәү йортона бирнә тултырылған һандыҡ менән оҙатҡандар.Өләсәйҙәр . ейәнсәрҙәрҙе доньяға килеү менән ,бағышлап һандыҡ эшләтеп ,бирнәлек әйбер йыйған. ''Етенән йыйһаң -етер, алтынан йыйһаң -артыр'', тигән -ололар.
Бадретдинова Фирузәнең һандығы үҙе кеуек матур әкиәттәге тылсымлы һандыҡ кеуек.Урыҫ милләтенән булһа ла Айғөл киленем дә бирнә һандығы менән оҙатылып килде .
Хәҙерге бирнә һандыҡтарҙа нимә генә юҡ.Кыҙҙар үҫмер саҡтан ук, йәшереп кенә кульяулыҡ сигеп,селтәр бәйләп әҙерләй башлайҙар.
Хәҙерге ваҡытта Бирнә һандыҡтары комодҡа алышынһа ла ,күңел һандығыбыҙ шул көйө -һәр саҡ һөйөү ,изгелек,аҡыл,рух байлығы кеүек хазина -зиннәттәр менән мөлдөрәмә тулы килеш ҡалһын!

Һандыҡтарҙа һаҡланған ҡәҙерле ҡомартылар улар үҙе бер тарих булып ҡала.
Осрашыуҙан һуң ,мин борон өй түренең күрке булып, хәҙер инде соланға кусеп бөткән һандыҡтарҙың әллә күпме тарих һаҡлауына ,уларҙағы хазинаның ни тиклем бай,ҡәҙерле һәм кәрәкле булыуына төшөндөм .Рәхмәт һеҙгә ,серле һандыҡтар һәм уларҙың асҡыстары булған өләсәйҙәр!

Ғәлиә Мәһәҙиева, 

Һаҡмар ауылы китапханасыһы 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас