Бөгөнгө китапханасы китап өләшеүсе генә түгел, ә заман йөгөн тартыусы ла. Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев исемен йөрөткән Күсей ауыл китапханасыһы Вилиә Рәшит ҡыҙы Латыпова китап уҡыусылар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Бөгөн уларҙың эшмәкәрлек даирәһе лә күпкә киң.
Сығышы менән данлыҡлы Күсей ауылы ҡыҙы Вилиә Рәшит ҡыҙы 1969 йылда тыуған. Күсей урта мәктәбен тамамлағас, Баймаҡ һөнәрселек училищеһында тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Артабан Күсей мәҙәниәт йортонда клуб мөдире, балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләргә тура килә. Ә 2018 йылда Күсей ауыл китапханаһында эш башлай. Китапханала осраҡлы кеше эшләй аламы? Юҡ, әлбиттә. Сөнки китапхана - ғилем һәм белем даирәһенең киңлеген талап иткән айырым бер серле донья. Вилиә Рәшит ҡыҙы ла ошо ваҡыт эсендә үҙенең хеҙмәтттәштәре араһында эшһөйәрлеге, һөнәрен яратып башҡарыуы менән абруй яулап өлгөрҙө. Вилиә Рәшит ҡыҙы ауыл халҡы, мәктәп, балалар баҡсаһы коллективы менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Әленән-әле төрлө мауыҡтырғыс саралар, уйындар, викториналар үткәрә. Бындай сараларҙа ул китапханасы ғына түгел, сценарист та, кисәләрҙе алып барыусы ла.
Бына бер нисә йыл инде китапхана янында балалар өсөн “Сутылдаҡтар” ҡурсаҡ театры уңышлы эшләп килә. Балаларҙың талантын асыҡлау, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған был түңәрәк ауыл балаларын берҙәмләштереп кенә ҡалмай, күңелдәрендә матурлыҡҡа, изгелеккә һөйөү тәрбиәләй. Район кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй Вилиә Рәшит ҡыҙы. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы тарафынан ойошторолған “Тәңкәле ҡыҙ” район бәйгеһендә ул әҙерләгән конкурсант ҡыҙҙар лайыҡлы сығыш яһауҙары, төрлө ижади бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып һынау тотоуы китапханасының үҙ эшенә яуаплы, ижади ҡарауын дәлилләй.
Вилиә Рәшит ҡыҙы тормош иптәше Мәүлит Хәлил улы Латыпов менән бер ул үҫтереп, уҡытып, аяҡҡа баҫтырҙылар. Хәҙер улар ейәнсәрҙәренең шатлығына ҡыуанып бәхетле ғүмер кисерәләр. Коллегабыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ – Бөтә Рәсәй китапханалар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.
Венера Ишбаева, хеҙмәтләндереү бүлеге китапханасыһы.