Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие
Пособиеға ата-әсәнең береһе йәки уны алмаштырған кеше хоҡуҡлы. Әгәр ата-әсәнең икеһе лә эшләй йәки эшһеҙ икән, улар үҙҙәре пособиеға кемдең ғариза яҙасағын хәл итә. Әгәр береһе генә эшләһә, түләүҙе ул аласаҡ. Ата-әсә айырылышҡан осраҡта, түләү бала менән йәшәгән кешегә тейеш.
Әсәлек (ғаилә) капиталы
Пособиены, ғәҙәттә, «әсәлек капиталы» тип атайҙар, әммә законда «ғаилә капиталы» термины ла бар. Шуға күрә, уны атай кеше лә алырға мөмкин. Әгәр ул тәүге баланы (2020 йылдың 1 ғинуарынан алып суд ҡарары буйынса) йәки икенсе, өсөнсө йәиһә артабанғы баланы (2007 йылдың 1 ғинуарынан алып суд ҡарары буйынса) уллыҡҡа алыусы берҙән-бер кеше булһа, атай сертификат хужаһы була.
Бынан тыш, баланың әсәһе вафат булһа, ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителһә (йәки сикләнһә), йәки баланы бала табыу йортонда (медицина ойошмаһында) ҡалдырһа, әсәлек капиталына хоҡуҡ баланың атаһына күсә.
1,5 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса айлыҡ пособие
Бала ҡарау буйынса отпускыны эшләгән атай ҙа алырға мөмкин. Был осраҡта тап ул пособие ла аласаҡ. Шулай уҡ был отпускыны булергә лә мөмкин: мәҫәлән, беренсе өлөшөн әсәһе алһа, икенсеһе менән атаһы файҙалана.
Әсәй кеше бала ҡарау буйынса ялда булмаһа йәки айлыҡ пособие алмаһа, ә ир эшләмәй һәм ғәмәлдә бала баға икән, ул айлыҡ пособие алыу хоҡуғына эйә. Шул уҡ ваҡытта, эшһеҙлек буйынса пособие алмаһа, эшләмәгән атайға бала ҡарау буйынса пособие тәғәйенләнә.
2023 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған балаларға эшләгән атайҙар бер үк ваҡытта 1,5 йәшкә тиклем тәрбиә пособиеһы һәм Социаль фонд аша берҙәм пособие алырға мөмкин.
Эшләмәгән атайҙарға бер генә пособие — берҙәм йәки тәрбиә буйынса түләү билдәләнә. Пособие тәғәйенләү өсөн ғаилә мохтажлыҡ критерийҙарына тап килеү йәһәтенән комплекслы баһа үтергә тейеш (студент атайҙарҙан тыш).
Өс йәшкә тиклемге баланы ҡарау өсөн айлыҡ түләү
Өс йәшкә тиклемге балаға әсәлек капиталы аҡсаһынан айлыҡ түләү алырға мөмкин. Бының өсөн ғаиләнең килеме йән башына ике төбәк йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш. Түләүҙе әсәлек капиталы сертификатына эйә булған ата-әсә алырға мөмкин.
Бала ҡарау буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы
Әгәр бала ауырыһа, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын әсә кеше генә түгел, башҡалар ҙа юлларға мөмкин. Был ғаиләнең теләһә ниндәй ағзаһы, туғаны, опекуны йәки попечителе булырға мөмкин (шул уҡ ваҡытта кеше эшкә урынлашҡан булырға тейеш).
Бала ҡарау буйынса айлыҡ түләү
18 йәшкә тиклемге инвалид баланың йәки тыумыштан I төркөм инвалидының ата-әсәһенең береһенә ай һайын 10 000 һум күләмендә түләү билдәләнергә мөмкин — был осраҡта ул эшкә яраҡлы булһа ла эшләмәй, бала тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Тәрбиә осоро страховкаһыҙ осор булараҡ стажға иҫәпләнә, уның өсөн 1,8 пенсия коэффициенты иҫәпләнә.
Ваҡытынан алда пенсия
8 йәшкә тиклем инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәнең береһе ваҡытынан алда пенсияға хоҡуҡлы. Был хоҡуҡтан атаһы файҙаланып, 55 йәшендә пенсияға сыға (уның стажы 20 йылдан кәм булмаҫҡа тейеш), шул уҡ ваҡытта был хоҡуҡ менән баланың әсәһе файҙаланмаған булырға тейеш.
Тәрбиәләге кеше өсөн өҫтәмә түләү
Әгәр пенсионер ата-әсә ҡарамағында эшкә һәләтһеҙ ғаилә ағзаһы (бәлиғ булмаған бала йәки 23 йәшкә тиклемге көндөҙгө бүлектә уҡыусы студент) булһа, уларҙың береһенә арттырылған пенсия ҡаралған. Тәрбиәләнеүсе өсөн өҫтәмә түләүҙе әсәһе лә, атаһы ла алырға хоҡуҡлы.
Өҫтәмә һорауҙар менән берҙәм контакт-үҙәктең 8 (800) 1-00000-1 телефоны буйынса йәки Рәсәй Социаль фондының клиент хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин, адрестар түбәндә күрһәтелгән: https://vk.cc/cseEuV
"Аңлатабыҙ Башҡортостан".