Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
15 Май 2024, 05:30

“Баймағымдан көс-ҡеүәт алабыҙ”

Розалия һәм Азат Ҡарасуриндарҙың исеме йыр-моң һөйөүселәргә яҡшы таныш. Улар республиканың сәнғәт өлкәһендә айырым урынды биләй, моңло һәм дәртле йырҙары менән күптәрҙең йөрәген яулаған артистар. Ғаилә көнө уңайынан Розалия менән "Һаҡмар" гәзитендә баҫылған ҡыҙыҡлы әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.

“Баймағымдан көс-ҡеүәт алабыҙ”

Розалия һәм Азат Ҡарасуриндарҙың исеме йыр-моң һөйөүселәргә яҡшы таныш. Улар республиканың сәнғәт өлкәһендә айырым урынды биләй, моңло һәм дәртле йырҙары менән күптәрҙең йөрәген яулаған артистар. Розалия Ҡарасуринаны “Һаҡмар” ҡунағы” рубрикаһына ҡунаҡҡа саҡырып, ҡыҙыҡһындыраған һорауҙарыбыҙҙы бирҙек.

  • Розалия, беҙ һине районыбыҙҙың Ишбирҙе ауылы ҡыҙы булараҡ беләбеҙ.

- Эйе, мин хозур тәбиғәтле Ишбирҙе ауылында тыуып үҫтем. Әсәйем - Рәшиҙә Сәфәрғәле ҡыҙы, атайым Ирек Әхмәткәрим улы. Икеһе лә талантлы, матур ғаиләлә тәрбиәләнгән. Беҙ биш бала үҫтек. Апайым менән өс ҡустым бар. Үҙем ҡаланың 3-сө мәктәбен тамамланым.

- Йырсы булырға бала саҡтан хыялландыңмы?

- Юҡ, бәләкәйҙән уҡытыусы булырға теләнем. Бала саҡта уҡытыусы булып уйнарға ярата инем. Туғандарымды теҙеп ултыртып ҡуям да, үҙем “уҡытыусы” була торғайным. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен ныҡ яратып уҡыным. Төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланым. Уҡытыусым Фәнүрә Сирғәлина ла минең педагог булыуымды теләй ине. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға барырға уйланым. Ләкин ата-әсәйемдән алыҫҡа китмәйем тип, БДУ-ның Сибай институтының “Музыка” бүлегенә уҡырға индем. Ҡулыма диплом алғас та мине Нефтекама филармонияһына йүнәлтмә бирҙеләр. Аптырауымдың сиге булманы. Нисек инде ер аяғы, ер башына сығып китмәк кәрәк! Беҙгә йүнәлтмә бүлеп ултырған комиссияға, унда үҙегеҙ барығыҙ, тип ишекте ҡаты ябып сығып киттем.

- Һөҙөмтәлә...

- Һөҙөмтәлә Баймаҡҡа ҡайтып, мәҙәниәт йортона эшкә урынлаштым. Бер үк ваҡытта йырсы ла, методист та, алып барыусы ла булдым.

- Ә тормош иптәшең Азат Ҡарасурин менән ҡайҙа таныштың?

- Ошонда, Баймаҡта. Бер көн әсәйем: “Ҡарасурин да Баймаҡҡа ҡайтҡан икән, бергә эшләйһегеҙ инде”, - тине. Мин Нефтекама дәүләт филармонияһында эшләгән Иршат Ҡарасуринды ғына белгәс, ниңә ҡаланы ташлап, районға ҡайтты икән, тип  аптырауға ҡалдым. Баҡтиһәң, Иршат түгел, ә уның бер туған ҡустыһы Азат булып сыҡты. Ул 2012 йылда Өфө сәнғәт училищеһының “Йыр” бүлеген тамамлап, әрме сафында ла хеҙмәт итеп өлгөргән ине. Ә районға тағы ла бер һөнәр алырға ҡайтҡан булып сыҡты. Ул ярты ставкаға мәҙәниәт йортона йырсы булып эшкә төшөп, бер үк ваҡытта Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында автомеханик һөнәренә лә уҡып сыҡты.

- Һеҙҙе яҙмыш шунда осраштырҙы, таныштырҙы инде?

- Эйе, концерттарҙа бергә ҡатнашып, дуҫлашып йөрөнөк. Һуңынан дуҫлыҡ хистәребеҙ мөхәббәткә әүерелде.

- Йәш белгес булараҡ, Нефтекамаға барыуҙан баш тартһағыҙ ҙа, һеҙҙе яҙмыш барыбер ҙә ошо дәүләт филармонияһына “ташлаған”...

- Эйе, шулай килеп сыҡты. 2013 йылда беҙҙе эшкә саҡырҙылар. “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмөндә Азат – йырсы, ә мин алып барыусы булып эшләй башланыҡ. Быйыл иһә эшләгәнгә ун йыл тулды.

- Ата-әсәйҙәрҙән алыҫҡа китеү ҡурҡытманымы?

- Тәүҙә, әлбиттә, ауыр булды. 750 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан сит-ят ергә барып эшләп китеүе ҡыйын ине. Ул яҡтарҙа бер таныш та, туған да юҡ. Ләкин эргәмдә ышаныслы таянысым, тормош иптәшемдең булыуы миңә көс бирҙе. Бер Башҡортостанда йәшәһәк тә, был яҡтарҙа татар, мари халҡы күберәк. Уларҙың үҙ мәҙәниәте, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре бит инде. Ә башҡорттар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Тырышлығыбыҙ, талантыбыҙ менән барыһын да йырып сыҡтыҡ.

- Уңыштарығыҙ тураһында һөйләп үтһәң ине.

- Улар күп инде. Азат - “Юлдаш-хит” конкурсы еңеүсеһе. Былтыр “Ирәндек моңдары” халыҡ-ара йыр бәйгеһендә өсөнсө урынға лайыҡ булды. Мин үҙем “Гәлсәр һандуғас” телевизион йыр конкурсында еңеү яуланым. Икебеҙҙең дә хеҙмәтебеҙ БР Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән баһаланды.

- Йырҙарығыҙҙың авторы кем?

- Минең ҡәйнәм Рәхимә Ғәйетбаева. Ул шул ҡәҙәр матур, тормошсан яңғыраған шиғырҙар яҙа. Шиғырҙарының һүҙҙәре, мәғәнәһе иҫ киткес матур. Шунлыҡтан уның ижады беҙҙең репертуарҙа айырым урынды биләй. Әйткәндәй, ул Баймаҡ районының данлыҡлы, таланттарға бай Буранбай ауылында йәшәй. Һуңғы ваҡытта Ильяс Кинйәғолов, Рәфис Ишбаевтарҙың да йырҙарын башҡарабыҙ.

- Һеҙҙең репертуарҙа ҡәйнәгеҙ Рәхимә Вәкил ҡыҙының һүҙҙәренә яҙылған тағы ла ниндәй йырҙары бар?

- “Йылмай, йәнем, “Һин”, “Сихри моң”, “Минең бәхетем”, “Ғаиләм-ҡәлғәм”, “Ағай-ҡусты” һәм башҡалар.

- Розалия, Азат менән башҡарған иң беренсе дуэтығыҙ ниндәй?

- “Йылмай, йәнем” йыры ине ул. Күптән түгел “Ҡыҙыма” тигән сираттағы дуэттың премьераһы булды. Был йырҙы ла ҡәйнәм яҙҙы. Уны беҙ Ғаилә йылына һәм ижадыбыҙҙың ун йыллығына арнап “Һөйөү һүнмәҫ” тип аталған беренсе концертыбыҙҙа башҡарҙыҡ. Унда ике йәшлек кенә ҡыҙыбыҙ Заринаны ла алып сығып, тамашасыларыбыҙ менән таныштырҙыҡ. Концерттың иң тетрәндергес мәле лә шул булғандыр, моғайын. “Ҡыҙыма” йыры тиҙҙән интернет селтәрендә сығасаҡ.

- Заринаның быға ҡәҙәр сәхнәгә сыҡҡаны булдымы?

- Эйе, бәләкәй сағынан ул беҙҙең менән бергә сығыш яһай башланы.

- “Һөйөү һүнмәҫ” концерты тураһында бер нисә һүҙ.

- Ул ғөмүмән, филармонияның тарихында беренсе дуэт концерты булды. Уға беҙ бик тулҡынланып әҙерләндек. Үҙебеҙ, ғаиләбеҙ, ижадыбыҙ менән тамашасыларҙы таныштырырға кәрәк, тигән хыял күңелебеҙҙә күптән йәшәй ине. Быйылғы йылдың ғаиләгә арналған булыуын да иғтибар үҙәгенә алып, концертҡа ныҡлап тотондоҡ. Унда БР-ҙың халыҡ артистары Раян Алтыншин менән Иршат Ҡарасурин, “Түңгәүер” бейеү ансамбле, “Авангард” балалар бейеү студияһы, ҡурайсылар Иҙел Исҡужин, Айваз Малыбаевтар ҡатнашты. Концерт шул тиклем матур үтте. Һәр сығышыбыҙ көслө алҡыштарға күмелде. Үҙебеҙ ҙә ундай уңышҡа ирешербеҙ, тип уйламағайныҡ. Тамашасылар араһында илап та, көлөп тә, уйланып та ултырыусылар күп булды.  

- Был концерт менән Баймаҡҡа килергә ниәтегеҙ бармы?

- Әлбиттә. Июнь айында ҡайтасаҡбыҙ, тип планлаштырҙыҡ.

- Ҡарасуриндарҙың быйыл республикала “Йәш ғаилә” булараҡ билдәләнеүен ҡыуанып ҡабул иттек...

- Ғаилә йылына арналған “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсында беҙ Нефтекама ҡалаһы исеменән сығыш яһаныҡ. 56 район һәм ҡаланан килгән ғаиләләр менән көс һынаштыҡ. Иҫ китмәле, шул ҡәҙәр матур байрам сараһы булды ул. Һөҙөмтәлә беҙ “Йәш ғаилә” исеменә лайыҡ булдыҡ.

- Эш – эш менән. Ә ялды нисек үткәрәһегеҙ?

- Нефтекама ҡалаһы эргәһенән аҡҡан Кама йылғаһы буйына сығабыҙ. Шешлек, купаты бешерергә яратабыҙ. Ҡыҙыбыҙҙы уйын майҙансыҡтарына, батутҡа алып йөрөйбөҙ. Ял һайын берәй кафеға барып туҡланып ҡайтабыҙ. Тормош иптәшем, аш-һыу тирәһенән бер аҙ ял итеп ал, тип алып сығып китә.

- Ә ниндәй аш-һыуҙы бешерергә яратаһың?

- Манты. Уны беҙ бергәләп әҙерләйбеҙ. Мин ҡамыр йәйәм, Азат эслеген тултырып, бөкләп тора. Ҡыҙыбыҙ ҙа килеп ярҙамлашып китә.

- Тормош иптәшен һайлағанда Азаттың ниндәй һыҙаттары өсөн өҫтөнлөк бирҙең?

- Мин ни өсөндөр армияла хеҙмәт иткән егеттәрҙе яратам. Уның менән аралаша башлағас та беренсе һорауым шул булды. Хәрби хеҙмәттә булыуын ишетеү беҙҙең аралағы беренсе кәртәне алып ташланы. Өҫтәүенә, ул бик ябай кеше. Әйтәләр бит әле, ҡыҙҙар атаһына оҡшатып үҙҙәренә ир эҙләй, тип. Был тап минең осраҡ. Атайым аҙ һүҙле. Азат та шулай. Һәм ул атлағанда ышаныслы аҙымдар менән баҫып йөрөй. Әсәйем гел генә кешенең кемлеген, эшлеклеме, ялҡаумы икәнен атлағанынан белергә була тип әйтә. Был, ысынлап та, шулай. Аллаға шөкөр, тормош иптәшемдән уңдым. Ул, ғөмүмән, ышаныслы кеше, һөйөклө атай, яратҡан ғаилә башлығы. Шуның менән бәхетлемен.

- Азат та бала саҡтан йырсы булырға хыялланғанмы?

- Юҡ. Ағаһы ла йырсы бит инде. Шунлыҡтан, бер өйҙән ике йырсы булмай инде, тип спортсы булырға теләгән. Ул элек тә, хәҙер ҙә сәләмәт тормош алып бара. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ тенниста бик шәп уйнаған. Район ярыштарында  - беренсе, ә республикала алтынсы урынды яулаған саҡтары булған. Бер генә лә спорт ярышы унһыҙ үтмәгән. Ул тағы ла волейболда уйнарға ярата. Бөгөн дә был спорт төрҙәре менән шөғөлләнә. Гантель күтәрә. Башҡа күнекмәләр яһай. Ҡайһы ваҡыт спорт залдарына ла барып шөғөлләнеп ҡайта.

- Һин дә спортты яратаһыңмы?

- Юҡ, мин улай уҡ түгел. Еңелсә күнекмәләр генә яһайым.

- Йондоҙнамәгә ышанаһығыҙмы?

- Бер аҙ күҙ һалып алам. Ләкин тотошлайы менән ышанам, тип әйтә алмайым. Мин – “Игеҙәктәр”, Азат “Ҡыҙ” йондоҙлоғо аҫтында тыуғанбыҙ. Йондоҙнамәгә ҡарағанда, беҙ бөтөнләй бер-беребеҙгә тап килмәйбеҙ. Ғөмүмән, мин – ут, Азат – һыу. Ныҡ эмоциональ кешемен. Ҡыуанһам да, эсем бошоп китһә лә күҙ йәштәренә ирек бирәм. Ә инде Азат бөтөн нәмәгә тыныс ҡарай.

- Бер ғаиләлә - ике йырсы. Азаттың ҡасандыр әйткән һүҙен кире иҫбатлай алдығыҙмы?

- Эйе, тип уйлайым. Сөнки беҙ бөтөн бер ғаилә. Бер-беребеҙгә терәк булып, кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Аллаға шөкөр, бер ғаиләнән ике йырсы булһаҡ та, йондоҙлоҡ буйынса тап килмәһәк тә, матур итеп йәшәп ятабыҙ.

- Ә һиндә йыр-моңға булған һөйөү ҡайҙан килә?

- Әсәйемдәндер, тип уйлайым. Ул районыбыҙҙың Түбәнге Яйыҡбай ауылы ҡыҙы. Районда киң билдәлелек яулаған, йыр-бейеүгә, халыҡ ижадына, моңона ғашиҡ булған талантлы Хәсәновтар ғаиләһенән.

- Башҡа туғандарың да йырлаймы?

- Улар сәнғәтте түгел, башҡа йүнәлеште һайлаған.

- Һеҙҙең өсөн кем беренсе тәнҡитсе?

- Атайым, әсәйем һәм Раушания апайым. Ниндәй генә йырым сыҡһа ла иң беренсе уларҙың фекерҙәрен һорайым. Ҡайһы ваҡыт кәңәштәрен биреп, дәртләндереп тә ебәрәләр.

- Яратҡан миҙгелең?

- Үҙем июнь айында тыуғанғамы, ҡояшлы, һәр төрлө хуш еҫтәргә күмелгән, ҡоштар тауышы сыңлап торған йәйҙе яратам.

- Ял минуттарында яратып башҡарған ниндәй шөғөлөгөҙ бар?

- Азат балыҡҡа йөрөргә әүәҫ. Ә мин инде бәләкәй саҡтан бәйләргә яраттым. Шәл дә, кофта ла, юбка ла бәйләп һата торғайным. Иҫемдә, беренсе заказыма бер мең һум түләнеләр. Ул минең өсөн ҙур аҡса булып күренгәйне. Был мине дәртләндереп кенә ебәрҙе. Мәктәптә уҡығанда биш йыл “Бәйләү” түңәрәгенә яратып йөрөнөм. Унда ырғаҡ менән дә сигергә өйрәндем. Өҫтәл, диван, кресло ябыуҙары, яҫтыҡ тыштары сигә торғайным. Хәтеремдә, был шөғөлөм тураһында Башҡортостан Юлдаш телевидениеһынан да килеп төшөрөп, тапшырыу әҙерләгәйнеләр.

- Киләсәккә ниндәй уй-ниәттәр ҡораһығыҙ?

- Сәнғәт кешеләренең киләсәккә пландары бер ишерәктер, моғайын. Алда яңы йырҙар өҫтөндә эшләүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ. Өфө ҡалаһында ҙур концерт менән сығыш яһауҙы планлаштырабыҙ.

- Тыуған яҡтар һағындырамы?

- Һағындырмаған ҡайҙа ул?! Ҡайһы ваҡыт Талҡаҫ буйында, Ирәндек буйында йырлап йөрөйөм икән, тип төш күреп уянып китәм. Ул сағында йәһәт кенә йыйынып, тыуған яҡтарға ҡайтып әйләнәбеҙ. Ни тиһәң дә, көс-ҡеүәтте, илһамды Баймағымдан алып йәшәйбеҙ һәм ижад итәбеҙ.

- Розалия, һеҙҙең ғаиләгә тағы ла бейегерәк ижади уңыштар теләйбеҙ. Һеҙҙе Баймаҡ сәхнәһендә көтөп ҡалабыҙ!

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште

“Баймағымдан көс-ҡеүәт алабыҙ”
“Баймағымдан көс-ҡеүәт алабыҙ”
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас