Ишей ауылы – Баймаҡ районының бик матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан гүзәл урыны. Бында уңған, шәп, ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй. Уларҙың “Баймаҡтарҙың түше күк була” тигән лаҡапҡа ярашлы, уйынлы-ысынлы шәп видеоклибы тиҙ арала халыҡ араһында таралды. Бында тыуған ергә, телгә һөйөү ҙә, башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы ла күрһәтелгән. Тыуған ауылынан айырылып, икенсе урында йәшәгән ишейҙәр ҙә бер ҡасан да тыуған ауылын онотмай. Ошо видеола өҙҙөрөп гармун уйнап, моңло тауышы менән әсир иткән Заһит Сәфәрғәлин быға үҙе миҫал һәм өлгө. Афарин, ишейҙәр!
Һеҙҙең иғтибарығыҙға ишейҙәр йырлаған Баймаҡ районы гимны “Күк Ирәндек” буйында. Видеоны беҙҙең төркөмгә инеп ҡарағыҙ.
Күк Ирәндек буйында
Күк Ирәндек буйында,
Ҡара ерҙең ҡуйынында
Клит юлдары.
Тәрән шахта эсендә,
Алтын ҡаҙыу эшендә, эшендә,
Урал улдары.
Улар киркә тоталар,
Тау йөрәген йырталар
Алтын аҡтарып.
Һөйәлләнгән ҡулдары,
Батыр хеҙмәт улдары, улдары
Һәр көн таш ярып.
Күк Ирәндек буйында,
Алтын фабрик янында
Сапсал боҙҙары,
Фабриканың эсендә
Алтын йыуы эшендә, эшендә
Урал ҡыҙҙары.
Бегун йүгерә заводта,
Пар йырлаған тауышҡа
Геүләп сайҡалып.
Иҫке тормош күҙ һөртә,
Шыңшый-шыңшый йәш бөркә, йәш бөркә
Ситкә тайпылып
Батыр Вәлид.