Үгәй әсә матур, аҡыллы, изге күңелле ҡыҙын юҡ итергә теләгән. Бер мәл ҡыҙыҡай йылғаға һыу инергә киткәс, ул өс тәлмәрйен тотоп алған да үҙенең әмерен биргән:
– Һин, һоро тәлмәрйен, уның башына һикер, әйҙә, аңра булып ҡалһын! – Ә һин битен тырна! Йәмһеҙ, шаҙраға әүерелһен! –
Йәшел тәлмәрйенгә шундай фарман яңғыраған. – Уның йөрәгенә ҡағыл, һинең ағыуың изге күңеллелеген үлтерһен. Әйҙә, яуыз, йәмһеҙ булһын. Бөтә кешеләр уны күрә алмаһын!
Тәлмәрйендәр ҡатын әйткәнсә эшләргә тырышыуы була – барыһы ла матур роза сәскәләренә әүерелә һәм йылға буйлап йөҙөп китә. Ҡыҙ уларға һоҡланыуҙан таң ҡала:
– Ниндәй матур сәскәләр! Моғайын, ҡыҙыл розаны – төн батшалығы, ә ағын – ай нурҙары, ә алһыуын ҡояштың тәүге нурҙары бүләк иткәндер.
Таҙа күңеле менән уҫаллыҡты, яуызлыҡты мөғжизәле сәскәләргә әйләндереүе ҡыҙыҡайҙың башына ла килмәгән.