Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
20 Апрель , 20:30

Йыраҡтан эҙләгән яҡыным

– Ғаилә – минең өсөн изге нәмә. Беҙҙең араны бутарға маташыу уйыңда ла булмаһын, смотри, ҡыҙыҡай, – тип бармаҡ та янап ҡуйҙы. Һөйәркәһенең күңеле булһын тип, ҡатыны тураһында бер тапҡыр ҙа насар һүҙ ҙә әйткәне булманы, исмаһам. Силәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй, ҡатыны ла үҙенең һыңары ғына. Ире дәрәжәле эштә эшләп, май эсендәге бөйөр кеүек йәшәһә лә, шәхси тормошон бар ғаләмгә яр һалып, күрһәтеп тә бармай. Сәхифәһендә лә, ана, студент сағындағы фотоһы тора һаман. Яңылары булмағас, Зәлиә башта: “Был баланан һуң һимергән, йәмһеҙләнгәндер”, – тип уйлап күңелен йыуатып маташҡан ине лә, уныһы ла оҙаҡҡа барманы...

Йыраҡтан эҙләгән яҡыным
Йыраҡтан эҙләгән яҡыным

Йыраҡтан эҙләгән яҡыным

Туҡтайһығыҙмы, юҡмы?! Бер нәмәне көнө-төнө лығырлап, нисек ауыҙығыҙ талмай?! – Үҙенең уйҙарын ҡысҡырып әйткәнлеген, атып бәргән ҡалағы иҙәнгә зыңғырлап төшкәндә, саҡ аңлап ҡалды Зәлиә.

Янында төшкө аш ашап ултырған бер нисә ҡатын-ҡыҙ былай ҡапыл ҡыҙып китеүенә аптырап ултыра торғас, берәүһе:

Көҙгө депрессия, яҙғы авитаминоздан башҡа ла кешенең психикаһына хилафлыҡ килә икән дәһә, – тип пырхылдап көлөп ебәрҙе.

Беҙҙең Зәлиә ял итмәй көнө-төнө йөк аты кеүек егелеп эшләй бит. Йыл аҙағына тиклем бүленгән энергияһы етмәне, нервылары шартлап өҙөлдө, – тип икенсеһе элеп алды.

Йә, ҡыҙҙар, етте. Һәр кемдә лә була торған хәл. Ысынлап та, киләһе байрамды нисек үткәреү тураһында һөйләшеүҙән башҡаны белмәйбеҙ бит, – тип, был ҡылығы өсөн нишләргә белмәй, бешкән помидорҙай ҡыҙарған ҡыҙға күҙ һалып эште яйға һалырға тырышты араларынан иң өлкәне Ҡәҙриә апай.

Төшкө аш өнһөҙ-тынһыҙ ғына ашалды. Үҙенән көлгән, йәлләгән күҙ ҡараштарын бар күҙәнәге менән тойған ҡыҙға эш бүлмәһенә инеп бикләнеүҙән башҡа сара ҡалманы. Яңы йыл, Һигеҙенсе Март кеүек ғаилә байрамдарын яратмай ул. Бүтәндәр дәртләнешеп яҡындарына бүләк хәстәрләгәндә, үҙҙәренә тәғәйенен ҡыуана-ҡыуана алғанда, шау-гөр килеп байрам иткәндә, ул төрткө кеүек фатирынан сыҡмайынса яңғыҙы ултыра. Һуңғы йылдарҙа был байрам көндәрен саҡ-саҡ уҙғарып, эш көнөн көтөп ала алмай йонсой. Әле лә хеҙмәттәштәренең кеме өҫтәлгә ниндәй яңы салат, ҡабымлыҡ әҙерләү рецебы менән бүлешкәндә, кемдең ҡайҙа байрам төнөн ҡаршылауы хаҡында һөйләгәндә, сығырынан сыҡты ла ҡуйҙы. Үҙе лә һиҙмәй ҡалды нисек ҡысҡырып ебәргәнен. Әле эш сәғәте уҙһа ла, иң аҙаҡҡы булып ҡайтырға хәл итте. Хәйер, ашығаһы, ҡабаланаһы ере лә, көтөп торған кешеһе лә юҡ инде. Уны яҡындан белмәгән кеше ҡалаҡҡа ғына һалып йоторлоҡ һылыу, тиҫтәгә яҡын тел белгән аҡыллы ҡыҙ яңғыҙлыҡтан ыҙа сигә тип уйлап та бирмәҫ. Хеҙмәттәштәре иһә уның хәлен аңлайҙар ҙа, үҙен шул хәлгә ҡалдырыуына аптырайҙар ҙа. Ул – һөйәркә. Үҙе эшләгән компания директорының эш ваҡытында уйнаған ҡурсағы. Ҡыҫыр бәхеткә ҡоролған мөхәббәт ҡорбаны ул. Зәлиә үҙе лә быны аңлай. Әммә шулай йылдар дауамынды һөйөүенең тотҡоно булыуҙан арыныу, ҡотолоу сараһын ғына тапмай. Хәйер, бәләкәйҙән үҙе лә ошондай тормош хаҡында хыялланды, әҙерләнде инде. Әле йомшаҡ эш креслоһында яйлап ҡына әйләнеп ултырғанда, шулар тураһында иҫенә төшөрҙө.

Нимә уйлайһың, шул алдыңа килә, тиеүҙәре, ысынлап та, хаҡтыр. Зәлиә әсәһенең ҡышҡы һалҡында бер-бер артлы быҙаулаған биш һыйырҙы һауып, зәңкеп, ҡып-ҡыҙыл булған ҡулдарын күреп, уны берсә йәлләй, берсә уның кеүек этләнеп йәшәмәҫкә үҙ-үҙенә һүҙ бирә лә, тағы ла нығыраҡ тырышып уҡый ине. Шуға ла ике ҡыҙҙың икеһе ике төрлө булып үҫтеләр. Ике йәшкә генә өлкән Зөлфирә апаһы уҡыуҙан ҡайтыу менән йорт тирәһендә булыша. Унан бушаған сағында ғына дәрес әҙерләргә ултыра. Зәлиә иһә – киреһе. Һәр дәрестә үтелгән теманы кәмендә ике тапҡыр ҡабатламаһа, урынынан да ҡуҙғатып булмай. Һирәк-мирәк кенә һауыт-һаба йыуғанда, саң һөрткәндә лә эстән генә шиғыр ятлап йөрөй. Апаһы мәктәпте тамамлап ситкә сығып киткәс, ҡатын-ҡыҙ иңенә төшкән тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ йорт эштәрен балаларының әсәһенә генә ҡалыуын күреп йөрөгән атаһы:

Ҡыҙым, саҡ ҡына булһа ла әсәйеңә ярҙамлаш. Эшләгәнең беҙҙең өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн бит, – тине.

Уларҙы өйрәнеү миңә кәрәкмәйәсәк. Әҙер аҙыҡты һатып алырға мөмкин. Аҡсаға өйөңдө лә килеп йыйыштыралар, – тип кенә танауын сирҙы кинйә ҡыҙы.

Уның өсөн күп түләнгән эште табырға ла кәрәк бит әле...

Ирем табасаҡ...

Олигархтар һанаулы ғына ул, ҡыҙым. Ундай кеше юлыңда осраған хәлдә лә, ябай ауыл ҡыҙына ҡарауы икеле. Кинола ғына уларҙы ҡулға төшөрөүе рәхәт, – тип мут йылмайҙы атаһы.

Әммә Зәлиәнең әйткәне Аллаһы Тәғәләнең “Амин!” тигән сағына тура килде, ахырыһы. Хәйер, ауыҙын асһа, үпкәһе күренгән, саф мөхәббәте менән йөрәгенән башҡа бирерлек нәмәһе булмаған егеттәрҙе үҙенә яҡын да ебәрмәне. Студент сағында ауылға ҡайтһа ла клуб-фәләнгә сығып йөрөмәне. Уҡыны, эҙләнде, яңы тел өйрәнде. Спорт менән туҡтауһыҙ шөғөлләнеп, кәүҙәһен һәр ваҡыт тәртиптә тотто. Ҡулына диплом алғас, бер нисә ҙур ойошмаға резюме ебәрҙе. Өфөлә бер нисә урынға барып та ҡараны, ләкин йәш кенә, тәжрибәһеҙ ҡыҙҙы күреү менән кире борҙолар. Ҡайҙа барырға белмәй аптырап йөрөгәндә күрше республикала белгес кәрәклеге хаҡында ишетеп ҡалды. Онлайн аша һөйләшкәс, иртәгеһенә үк килеп етергә ҡуштылар.
Роберт Әмирович тәү күргәндә үк ҡыҙҙы комплименттарға күмеп, башын әйләндерҙе. Ир-заттарынан бындай тәмле-татлы һүҙҙәрҙе ишетеп өйрәнмәгән Зәлиә балауыҙҙай ирене. Хеҙмәттәштәренең, бигерәк тә, Ҡәҙриә апайҙың башта: “Зәлиә Мансуровна, үҙеңдең ҡәҙереңде ебәреп йөрөмә. Нимә генә тиһә лә, ғаиләһенән китмәйәсәк. Ҡатыны ла – аҡыллы, һылыу ҡатын. Һине балам кеүек яҡын күргәнгә генә әйтәм”, – тип ҡат-ҡат ҡабатлауына ла ҡолаҡ һалманы. Һөйөүҙән күҙе томаланып, аҡты-ҡараны ла айырырлыҡ хәлдә түгел ине ҡыҙ. Роберт Әмирович та наҙынан да, бүләгенән дә мәхрүм итмәне. Әммә ял көндәрендә, байрамдарҙа үҙенә шылтыратырға, яҙырға ҡәтғи рәүештә тыйҙы. Хатта:

Ғаилә – минең өсөн изге нәмә. Беҙҙең араны бутарға маташыу уйыңда ла булмаһын, смотри, ҡыҙыҡай, – тип бармаҡ та янап ҡуйҙы.
Һөйәркәһенең күңеле булһын тип, ҡатыны тураһында бер тапҡыр ҙа насар һүҙ ҙә әйткәне булманы, исмаһам. Силәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй, ҡатыны ла үҙенең һыңары ғына. Ире дәрәжәле эштә эшләп, май эсендәге бөйөр кеүек йәшәһә лә, шәхси тормошон бар ғаләмгә яр һалып, күрһәтеп тә бармай. Сәхифәһендә лә, ана, студент сағындағы фотоһы тора һаман. Яңылары булмағас, Зәлиә башта: “Был баланан һуң һимергән, йәмһеҙләнгәндер”, – тип уйлап күңелен йыуатып маташҡан ине лә, уныһы ла оҙаҡҡа барманы.

Шул йылда Һигеҙенсе Март байрамына декрет ялындағы, был ойошмала эшләп киткән пенсиялағы гүзәл заттарҙы бергә йыйып байрам ойошторҙолар. Тәненә һылашып торған оҙон ҡара күлдәкле, матур, килешле прическалы йәш кенә ҡатын алдында директорҙарының ни алып, ни бирергә белмәйенсә өйөрөлөп йөрөүенән аңланы уның кем икәнлеген. Нурлы йөҙлө, мөләйем ҡатын сараның аҙағынаса байрамдың бер биҙәге, йәме булды. Икенсе көнөнә беренсе тапҡыр үҙҙәренең бәйләнеше тураһында ауыҙ асып һүҙ әйтергә баҙнат итте Зәлиә.

Журнал тышлығына төшөрөп ҡуйып, һоҡланып ҡына ҡарап ултырырлыҡ ҡатының барҙа, минең һиңә ни кәрәгем бар? – тине ул, иртә менән үҙенең бүлмәһендә ҡыпһыуырҙай һығып ҡосаҡлаған ҡулдарҙы ситкә етеп.

Көн дә бер төрлө аҙыҡ ашаһаң, ялҡытып китә бит, һылыуым. Хи-хи-хи... – тип, тегенеһе мут ҡына йылмайып ҡуйҙы.

Тимәк, мин алмаш тауар, бер тапҡыр ҡулланылған пластик һауыт урынына инде?!

Ҡәҙерлем, мин һине буйҙаҡмын тип алдағаным булманы бит. Баштан уҡ белдең, – тип, минән һиңә нимә кәрәк тигәндәй, аптырап ҡараны.

Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ ине. Зәлиә был ҡапҡанға белә-күрә, үҙ теләге менән барып эләкте. Башта наҙлы ҡосаҡта башын юғалтты. Һуңынан: “Ярай, көн дә ир тәрбиәләп, уның ҡурайына бейеп, хәл бөтөрөргә түгел”, – тип үҙ-үҙен йыуатты. Тик ваҡыт үткән һайын ҡыҫыр бәхете быуар йыланға әйләнеп уның хәлен алды. Бөгөн төрөктәр менән төҙөлгән килешеүҙе тәржемәләп индергән сағында, курьер килеп инде. Алтын һатылған магазиндан интернет аша алынған тауарҙы килтергән икән. Йөрәк формаһындағы ялтлап торған алҡаларҙы күргәс:

Кемгә? – тип һорағанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды.

Миңә бала тапҡан, уларҙы төн йоҡламай ҡараған, миңә түҙгән кешегә, аҡҡошом, – тине тегеһе күҙ ҙә йоммай. Зәлиәнең турһайған ауыҙын күргәс: – Йә-йә, матур иреңдәреңде ослайтма инде, бәпесем. Һиңә мул ғына премия яҙҙым. Үҙеңә кәрәген алырһың. Күрәһең, йыл аҙағы эш күп. Һәр берегеҙгә бүләк һайларға ваҡыт юҡ. Әйткәндәй, иртәгә иртән Яңы йыл байрамын ҡаршыларға ял йортона барабыҙ. Бөгөн төштән һуң эштә булмайым. Кил, берҙе генә ирендәреңдән үбәйем дә, киләһе йылға тиклем хушлашайыҡ, – тине.

Йонсома! – тине лә Зәлиә, тыҡ-тыҡ баҫып сығып китте.

Иртәгә – Яңы йыл. Унан һуң ун көн ял. “Тағы ла, яңғыҙым мең тапҡыр ҡараған фильмдарҙы ҡарап, мандарин ашап үтә инде”, – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә кейенгәндә, телефон шылтыраны. Зөлфирә апаһы икән. Хәл-әхүәл һорашҡас:

Атай ҙа, әсәй ҙә ауырып тора, – тине, борсолоп. – Яңы йылды Өфөлә генә уҙғарырбыҙ, тип уйлай инек, ҡайтырға тура килә инде, – тип өҫтәп тә ҡуйҙы.

Дарыу-фәләнгә аҡса ебәрермен.

Аҡсаң түгел, уларға үҙең кәрәк, туғаным!

Байрам ваҡытында билет хаҡтары ла ҡиммәт. Минең ҡайтыуымдан ни файҙа уларға?! “Яңғыҙың йөрөмә. Кейәүгә сыҡ, бала табырға ваҡыт” тип нотоҡ уҡыуҙарынан да туйҙым.

Дөрөҫө шулай булғас һуң...

Уф, апай, исмаһам, һин башламасы...

Ярай, мин әйттем дә бөттөм. Теләмәгән кешене атай йортона көсләп ҡайтарып булмай инде... – Зөлфирә үпкәләп, телефонын һүндереп ҡуйҙы.

Етмәгән еренә еткереп, былай ҙа юҡ кәйефемде бөтөрөп ҡуйҙың. Рәхмәт, апай! – тип үҙ алдынан һөйләнә-һөйләнә кабинетынан сыҡҡанда, тағы бер һынау көтөп тора ине. Был юлы түҙемлеккә һынау – лифтҡа һыу буйы сират. Ун алты ҡатлы эш офистарынан барыһы ла өйөнә ашыҡҡан ваҡыта сәғәттәр буйы сабырлығыңды һынап тораһың шулай. Зәлиә тунының төймәләрен ысҡындырып, эргәләге стенаға йәтеш кенә итеп һөйәлеп, телефонында соҡсонорға кереште.

Ватсапҡа килгән СМС-тар араһында иң тәүгеләрҙән булып эштекен асты. Роберт Әмирович коллективты ҡотлаған икән. “Иртәгә беребеҙҙең дә телефон ҡосаҡлап ултырырға ваҡыты булмаҫ. Алдан байрам менән ҡотлайым. Барығыҙға ла был Яңы йылды иң ҡәҙерле кешеләрегеҙ янында уҙғарырға яҙһын!” – тигән дә, ниндәйҙер видео ебәргән. “Ҡәҙерле кешем ҡатыны, балалары янында байрам итә шул...” – тип ауыр һулап, видеоны асып ебәрҙе ҡыҙ.

Ир уртаһына еткән өс көслө зат кафела ашап ултыралар.

Быйылғы Яңы йылығыҙҙы ҡайҙа үткәрәһегеҙ? – тип һорай берәүһе табындаштарынан.

Сит илгә ял итергә путевка алдан уҡ хәстәрләнек, – ти икенсеһе эре генә, күкрәген алға кирә биреп.

Мине бер ниндәй дәрәжәһеҙ ҙә, бер тинһеҙ аҡсаһыҙ ҙа яратып, ҡәҙерләп, ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алған ерҙә байрам итергә ашҡынам, – тип яуап бирә өсөнсөһө, тыныс ҡына.

Ниндәй урын һуң ул? – тип теге ике иптәше бер юлы һорап ҡуя.

Тыуған йортом, ата-әсәйем янында”.

Был видеояҙманы күҙенә йәш алып ҡарап бөтөп, ун дүртенсе ҡатҡа шығырым тулы кеше менән туҡталған лифтҡа ҡыҫыла-ҡыҫыла кергәндә, Зәлиә Өфөгә яҡын арала осҡан самолетҡа билет ала ине...
Ашыҡ-бошоҡ йыйылған сумаҙанын һөйрәп Өфөгә килеп еткәндә, төш еткән ине. Апалары күптән ауылға ҡайтып киткән. Күрше ауылға бара торған автобуста шофер менән икеһе генә юлға сыҡтылар. Үҙҙәренең районына кергәндә, автобус һүнеп, ултырып та алдылар.

Еҙнәм килеп аламы? – тип апаһына шылтыратҡан ине, уныһы:

Ул бушамай. Һине ҡаршыларға күрше Данир барасаҡ, – тине лә телефонын һала һалды.

Ҡайт та ҡайт, тип ауыҙ һыуын ҡоротоп һөйләнделәр ҙә, хәҙер ваҡыттары юҡ, имеш... – тип үҙ алдына ауыҙын турһайтып һөйләнгән пассажирынан водитель:

Һылыу, һине ҡаршы алыусы бармы һуң? – тип һораны ҡар һалған юлдан ситкә тайып сығып китмәҫ өсөн руленә йәбешкән килеш.

Бар ҙа ул...

Ярай, әләйгәс яҡшы... – Яңы йыл төнө етеп килгәндә, ҡаршы алыусыһы булмаһа, ауылы ун саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ҡыҙҙы ете юл сатында яңғыҙын ҡалдырып китә алмаясағын уйлап, борсолоп килә ине ул. Ыңғай яуапты ишеткәс, рәхәт булып китте. Былай булғас, автобусын тиҙерәк гаражға бикләп, өйөнә һуңламай ҡайтып етәсәк.

Ялан баш, баҫҡан урынында үрле-ҡырлы һикереп, бер нисә минут машина килгәнен көтөп торҙо Зәлиә автобустан төшкәс. Юлдың теге яҡ ситендә ултырған бейек сит ил машинаһы янына барырға баҙнат итмәне. Уйы менән электән ауыҙынан бер һүҙ тартып алып булмаған, үҙең өндәшһәң, бешкән алмалай ҡыҙарып ыҡ-мыҡ иткән Данирҙың “Жигули”ҙа кәлтер-көлтөр итеп килерен бер нисә тапҡыр күҙ алдына килтереп алды. Тағы ла бер нисә минут үткәс, теге ҡара машина үҙе янына килеп туҡтаны.

Һине автобустан уҡ күтәреп төшөрөргә кәрәк инеме? – тип һөйләнә-һөйләнә мыҡты ғына кәүҙәле бер егет килеп төштө.

Данир?!

Эйе, мин. Ныҡ үҙгәргәнменме? Әллә һин күршеләреңде лә танымаҫлыҡ хәлгә етеп эреләндеңме?

Һине бындай машинала килер тип... – Зәлиә һүҙен әйтеп бөтмәне, телен тешләне.

Әйҙә, ултыр... Ҡупшы өшөмәй, ҡалтырай, тигәндәре дөрөҫ икән. Юлға кеше баш кейемһеҙ сығалыр шул...
Йылы машинаға кереп ултырғас та, Зәлиәнең ҡалтырауы тиҙ генә үтмәне. Етмәһә, әллә өшөүҙән, әллә бергә уйнап үҫкән егеттән ҡапыл ояла башлауҙан, ике бите ут булып яна башланы. Ун биш минутлыҡ юлды шым ғына үттеләр. Ҡапҡа алдына килеп туҡтағас:

Хәҙер, әсәйемдәрҙе алам да керәм, – тип китте Данир.

Ситтән ҡайтып килгән ҡыҙ: “Әсәйем ауырыймы? Әллә атайымдың хәле хөртмө? Байрам көндө күршеләре йыйылырлыҡ булғас...” – тип уйланып-борсолоп өйгә кергәс, шаҡ ҡатты. Оҙон итеп теҙелгән бер нисә өҫтәлгә һый ҡуйылған. Иң түрҙә 35 тигән яҙыу тора. Ата-әсәһенең бергә йәшәй башлауҙарына тап бөгөн – 31 декабрь 35 йыл тулыуҙы онотҡан ине ул. Яҡындары ауырыу хәйләһе менән булһа ла, ҡыҙҙарын байрамдарына ҡайтарырға тырышҡандарын саҡ аңланы. Сәғәт телдәре ун икене һуҡҡас та, йәштәр салют атырға тышҡа сыҡты. Өҫтәл артында янында уны хәстәрләп, бала саҡтарындағы төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп көлдөрөп ултырған Балбайы Зәлиәгә тунын кейҙерергә ярҙамлашҡандан һуң, әсәһенең сөйҙә элеүле торған шәлен башына япҡанда терт итеп ҡалды ҡыҙ. Тәжрибәле, эре ир менән осрашып йөрөгәндә ул бындай иғтибарҙы бер тапҡыр ҙа тойғаны юҡ ине. Ҡиммәтле бүләктәргә лә күмде, икеһе генә бергә саҡта ғүмерҙә лә башҡа берәүҙән дә ишетмәгән тәмле-татлы һүҙҙәр генә һөйләп торҙо. Әммә уның нимә кейгәнен, өшөү-өшөмәүен хәстәрләгәне, хатта иғтибар иткәне лә булманы. Шәлде ипләп үҙе ябынғанда күҙҙәрен тултырып ҡарап торған егеткә һүҙ юҡта һүҙ булһын тигәндәй:

Данир, нишләп һине Балбайы тип йөрөтәләр ул? – тип һораны.

Олатайымдан ҡалған умарталыҡты ҙурайтып ебәрҙем бит. Үҙем генә өлгөрмәй башлағас, бер нисә ауылдашымды ла эшкә алырға тура килде. Беҙҙең халыҡ ҡыҙыҡ бит ул. Шунда уҡ Балбайы тигән ҡушамат та сәпәп ҡуйҙылар. Үҙемә лә ҡайһы саҡта исемем менән өндәшмәгәндәрен күрҙең инде, – тип йылмайҙы.

Ҡыҙ менән егет тышҡа сыҡҡанда салюттан беренсе йондоҙҙар атыла башлаған ине. Уларҙы ҡарар өсөн башын өҫкә күтәреп, бәләкәй балалай шатланып сәпәкәйләп бар донъяһын онотоп торған Зәлиә ҡапыл тайып китте. Башы менән балалар шыуһын өсөн махсус туңдырылған ергә шаҡ итеп барып төштөм тигәндә, көслө ҡулдар тотоп ҡалып үҙенә ҡыҫты. Егеттән бигерәк үҙе лә уға нығыраҡ һыйынырға тырышҡан ҡыҙ:

Әлеү, һөйәктәремде һындыраһың бит! Һин Балбайы ғына түгел, ә Ҡорт айыуы ла, – тип уйынлы-ысынлы әрепләшеп торҙо ла: – Йыраҡтан эҙләгән яҡыным бит һин, – тип өҫтәп, егеттең ирендәренә үрелде.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: