Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
17 Апрель , 11:50

Хеҙмәткә бағышланған ғүмер

Хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу: һауынсы булып эшкә алынды һәм хаҡлы ялға сыҡты. Һирәк күренеш, шулай бит? Айырыуса һауынсы хеҙмәтенең ул йылдарҙа ни тиклем ауыр булыуын иҫәпкә алғанда...

Хеҙмәткә бағышланған ғүмер
Хеҙмәткә бағышланған ғүмер

Хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу: һауынсы булып эшкә алынды һәм хаҡлы ялға сыҡты. Һирәк күренеш, шулай бит? Айырыуса һауынсы хеҙмәтенең ул йылдарҙа ни тиклем ауыр булыуын иҫәпкә алғанда.

Ишмөхәмәт ауылында йәшәгән Вазифа Иҙрис ҡыҙы Бейешева 1934 йылда донъяға килгән. “Ҡғарамалы тыуҙым, эшләнем, йәшәнем һәм бер ҡайҙа ла киткем дә килмәне”,-тип йылмайҙы инәй.

Вазифа Иҙрис ҡыҙы 15 йәшендә генә һауынсы булып эш башлай. Тал сыбығындай нәҙекәй ҡыҙға төрлө холоҡло һыйырҙарҙы ҡул менән һауыу ғына түгел, ә малына силос ташыу, фляга-фляга һөттәрҙе күтәреү кеүек бик ауыр эштәрҙе башҡарырға тура килә. “Фермаға электр уты үтмәгән ине. Әсәйем биҙрә эсенә фонарь эшләп ултыртып бирә. Ул барып еткәнсе елдән һүнеп ҡуймаһын өсөн өҫтөн яулыҡ менән яба ине. Шуға ҡарамаҫтан ҡараңғыла йәйәүләп барып еткәнсе һүнә лә ҡуя. Унан шырпыһы булған кеше килгәнсе көтөп торам. Сөнки шырпы дефицит булды, һәр кемдә булманы”,-тип хәтерләй Вазифа инәй.

Таң беленер-беленмәҫтән фермаға йәйәүләп сығып киткән ҡыҙ эшенә сытырман йәбешә. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғас, әсәһе алты бала менән яңғыҙы ҡала. Шуға күрә Вазифа инәй ике класс белем генә алып өлгөрә. Һәр эште урын-еренә еткереп эшләргә өйрәнгән ҡыҙ һыйырҙарын да бик матур итеп ҡарай. Һәр һауын алдынан уларҙы йыуа, тарай, иркәләй. Һыйырҙарына аҙыҡты ла мулыраҡ итеп һалырға тырыша. Ферманы таҙартыу, эзбизләп сығыу ҙа йышыраҡ һауынсылар елкәһенә төшә. Әммә Вазифа инәй бер ҡасан зарланмай, һәр саҡ алдынғылар рәтендә була. Ул бихисап мәртәбә “Социалистик хеҙмәт ударнигы” исеменә лайыҡ була, башҡа наградалары ла бик күп. Артабан эшендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән һауынсы Хеҙмәт Даны орденына лайыҡ була. “Йылдар үтә бара, беҙҙең эш тә еңелләште. Тәүҙә йәйәү йөрөһәк, унан беҙҙе ташырға трактор, артабан автобус бирҙеләр. Фермаға электр уты үтте, һауын аппараты менән эшләй башланыҡ. Күберәк һөт алыу өсөн һыйырҙарға өйрә бешереп ашата инек. Уларҙы өс ҙур күнәк менән ташыйбыҙ. Шулай бер көн өйрә алып китеп барам: икәүһе елкәлә, береһен ҡулға тотоп алғанмын. Баймаҡтан хужалар килеп инде. “Нишләп һауынсылар ташый, малсылар түгел?”-тип һоранылар. Шул көндән малсылар беҙгә ярам итә башланы. Ниндәй генә йөкләмә бирһәләр ҙә, гел арттырып үтәнем, алдынғылыҡта булдым. Иң таҙа һыйырҙар ҙа минеке булды”,-тип хәтерләй Вазифа инәй.

Тормош иптәше Салауат Хөбби улы Ярмуллинды һағынып хәтеренә ала инәй. Ире тәүҙә тракторсы, унан механик, артабан управляющий булып эшләй. “Икебеҙ ҙә партияла торҙоҡ. Шуға күрә намыҫ менән эшләнек һәм йәшәнек”,-ти инәй. Татыу ғаилә биш бала үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өсәүһе мәрхүм инде. Вазифа инәй Миңзәлә исемле ҡыҙы менән йәшәй, ялға килгән ейәндәренә һөйөнөп бөтә алмай, уларҙың үҙ аллы булып йәшәп, эшләп йөрөүҙәренә бик ҡыуана.

Инәй, ауыр эштә эшләгәнһегеҙ, үкенмәйһегеҙме? Хәҙерге ваҡытта һауынсылар етмәй, фермерҙар шуға күрә һөтсөлөк эшен ябырға мәжбүр”, - тип һорайым. “Бер ҙә генә үкенгәнем булманы. 44 йылдан ашыу эшләнем һауынсы булып. 57 йәштә хаҡлы ялға сыҡҡайным, яңынан эшкә саҡырттылар. Тағы ике йыл эшләнем. Йәшерәк булһам, хәҙер ҙә сығып эшләр инем. Хәҙер бит һауынсыларҙың эше күпкә еңел. Эштән кеше үлмәй ул, шуға күрә намыҫсан булырға кәрәк, тырышырға”,-тине Вазифа инәй.

Заманында фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп, тыуған яғыбыҙҙың үҫешенә тос өлөш индергән Вазифа Иҙрис ҡыҙының ғүмер һәм хеҙмәт юлы һоҡланғыс, киләһе быуындарға үрнәк тә. Уға ныҡлы һаулыҡ, гел бәхеттә йәшәүен теләйбеҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: