Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
16 Апрель , 16:35

Нимә булды һиңә бөгөн?

Күңелдәрең ҡайҙа тарта Осар ҡиблаң ҡай тарафта Һине ҡайҙа, кемдәр генә Ҡабул ҡылыр икән? Оса күрмә ташлап китмә Инде мине йәтем итмә Әллә һуң һин үҙәгемдең Өҙөлгән бер ҡылы микән.

НИМӘ БУЛДЫ ҺИҢӘ БӨГӨН?

Нимә булды һиңә бөгөн

Бүлмәмдәге кескәй ҡошом

Был донъянан туйҙыңмы әллә?

Һайрай-һайрай йәйен ҡышын

Эй, ни булды һиңә бөгөн

 

Әллә һинең ауазыңды

Донъя шауы күмә микән?

Моңдарыңдың яҡтылығын

Әллә бер кем күрмәй микән?

Эй, ни булды һиңә бөгөн№

 

Күңелдәрең ҡайҙа тарта

Осар ҡиблаң ҡай тарафта

Һине ҡайҙа, кемдәр генә

Ҡабул ҡылыр икән?

Оса күрмә ташлап китмә

Инде мине йәтем итмә

Әллә һуң һин үҙәгемдең

Өҙөлгән бер ҡылы микән.

 

 Нимә булды һиңә бөгөн

Ситлектәге зарлы йырың

Был бит һинең донъяң түгел

Ерҙә түгел һинең юлың

Эй, ни булды һиңә бөгөн.

 

Хушлашырға иртә әле

Йырлар көндәр алда әле

Һин бит моңдоң йырсы ҡылы

Әйҙә йырың йырла әле

Эй, ни булды һиңә бөгөн.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: