Янғаҙы ауылында йәшәгән Тәнзилә апай менән танышыуым онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы. Уның менән Баймаҡтың бер һуҡмаҡтарынан йөрөүебеҙ, хатта бер мәктәптә уҡыуыбыҙ ҡыҙыҡ булып тойолдо. Әлбиттә, ул бер нисә тиҫтә йыл элек белем алһа ла, 1-се мәктәптең бер үк көслө уҡытыусылары ҡулында тәрбиәләнеүебеҙ асыҡланды.
Тәнзилә апайҙың бар ғаиләһенең яҙмышы ла бормалы-бормалы, китаптар яҙырлыҡ. Уның атаһы Хәсән Ильясов Куйбышевта хәрби заводта эшләй. Ауыр эшкә йәш ҡыҙҙар ҙа йәлеп ителгән була. Ошонда ул Ҡазан ҡыҙы Мөзәкирә менән таныша. 15 йәшлек ҡыҙ йәшен ике йылға арттырып эшкә урынлашҡан була. Йәштәр араһында һөйөү уты тоҡана. 1949 йылда хеҙмәте тулғас егет тыуған яҡтарына юллана. Һөйгәненә мотлаҡ әйләнеп ҡайтасағын белдерә. Ҡайтҡас ул әсәһенә бик яҡшы ҡыҙҙы осратып, ғашиҡ булыуы хаҡында һөйләп бирә. Йәш киленде Фәйзулла ауылына алып ҡайталар. 1953 йылда ғаилә Баймаҡ ҡалаһына күсенә.
Тормош иптәше Усман Ильяс улы Тимербулатов менән танышыуын һағынып, моңһоуланып хәтеренә ала Тәнзилә апай. “Туғыҙынсы класта ғына уҡып йөрөй инем. Ҡоҙам таныштырам тип Усманды алып килгән. Иғтибар ҙа итмәнем уға. Әммә шунан һуң юлымда йыш осрай башланы. Унан мотоциклға атланып килә лә етә, килә лә етә. “Кейәүгә сығырға уйламайым!”-тип ҡыуып тигәндәй ҡайтарып ебәрәм. Барыбер икенсе көнөнә тағы килеп етә. Унан һоратыусы ебәрә башланы. Мин тегенсе һөнәрен үҙләштереп йөрөй инем. Шулай ике йыл артымдан йөрөнө. Унан батырайып алды: “Сыҡмаһаң, урлап алам”,-тип әйтә башланы”,-тигән хәтирәләре менән йылмайып уртаҡлашты ул.
Шулай Янғаҙыға килен булып төшә Тәнзилә апай. Һәм был аҙымы өсөн бер генә лә үкенгәне булмай. “Тормош иптәшем иҫ киткес шәп, һәйбәт кеше булды. Торғаны менән әүлиә ине. Бер ҡасан да тауыш күтәрмәне. Мин ҡысҡырыбыраҡ һөйләшһәм дә: “Сеү, балаларҙы уятырһың”,-тип ипләп кенә өндәшер ине. Эшендә бик маҡтаулы тракторсы булды, ял иткәнендә шәп гармунсы ине”,-тип хәтерләй Тәнзилә апай.
Эйе, улар бик бәхетле йәшәй. Шуға күрәлер инде Тәнзилә апай 18 йыл элек мәрхүм булған тормош иптәшен көн дә һағынып хәтерләй, һөйөү хистәрен йөрәк түрендә йәшәтә. Биш балаға ғүмер бирәләр. Берәүһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм. Гөлдәр, Юлай, Зәлиә, Юнир – һәр береһе тормошта лайыҡлы урынын табып, бик матур итеп йәшәйҙәр. Ике тиҫтә йылдан ашыу ҡәйнәһе менән йәшәгән йылдарын да Тәнзилә апай тик яҡшы яҡтан иҫкә ала.
“Ғүмер тиҙ генә үтә лә китә. Парлылар бер-береһенә йылы мөнәсәбәттә генә булһын. Бер-берегеҙгә матур һүҙҙәрҙе йәлләмәгеҙ. Был тормошоғоҙҙо биҙәп, никахығыҙҙы нығытып ебәрер”,-тигән кәңәштәрен дә еткерҙе Тәнзилә апай.
Сабырлыҡ, эшһөйәрлек, матур күңел өлгөһө булған ханыма артабан да балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең йөрәк йылыһында оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!
Гүзәл Салихова.