Күп балалы ғаиләләр һәр ауылдың өмөтө һәм ышанысы. Сөнки сабыйҙар ауазы яңғыраған ерҙә йәштәр ситкә сығып китмәй.
“Яңғаҙы ауылында йәшәгән Йосоповтарҙы билдәләп үтер инем. Бик уңан ғаилә”, тине Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ишмөхәмәтов. Юл төшкәс был ғаилә менән дә танышып сығырға ашыҡтым. Ҙур һәм ҡотло йортҡа ҡарап һоҡландым, ағас еҫе аңҡып торған өй үҙенә саҡырып ҡына торғандай. Мине йорт хужабикәһе Нурзилә Азамат ҡыҙы ҡаршы алды. Аш бүлмәһендә мәж килгән Нурзилә тәҙрәгә ҡарап-ҡарап ала. Яҙғы ҡояшҡа әүрәп тышта уйнап тик йөрөгән иң кескәй ҡыҙҙары өсөн борсола икән. Улар тормош иптәше Мәүлетдин Зәки улы менән 4 бала тәрбиәләй. Наҙгөл медсестра һөнәрен үҙләштергән, Рамаҙан Сибай колледжында белем ала, Раян – 7-се, кескәй Мәҙинә 2-се класта уҡый. Нурзилә үҙе бер нисә саҡрымда ғына ятҡан Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылынан килен булып төшкән. Мәүлетдин Зәки улы тыуған ауылында төпләнгән. Йәш ғаилә мал көтә, баҡса үҫтерә һәм гөрләтеп донъя көтә. Мәүлетдин Зәки улы ситтә барып эшләп ҡайтһа ла, тыуған ауылынан айырылырға уйламай. Ауылдаштары уны эшсәнлеге һәм ярҙамсыллығы өсөн ихтирам итә.
Нурзилә 22 йыл ҡәйнәһе менән бергә йәшәүе менән дә бәхетле. “Бергә-бергә донъя көтөүе, ҡәйнәмдән алған аҡыл-кәңәш, уның балаларҙы үҫтерергә ярҙам итеүе өсөн рәхмәтленемен”,-ти ул.
Фәриға инәй Семеновск ҡасабаһында тыуа. Йәшләй генә тормош иптәшенән ҡалған көслө рухлы ҡатын алты балаһын яңғыҙы аяғына баҫтыра. Йосоповтар ғаиләһе йортона газ үтеүенә һөйөнөп бөтә алмай. “Бер нисә көн өй үҙенән-үҙе йылына ла ҡуя. Газ килеп еткәс, йортобоҙҙо ла иркенәйтә һалдыҡ. Быға тиклем дә йортто ҙурайтыу уйы бар ине. Газдың килеп етеүе был эшебеҙҙе тиҙлләтте генә”,-тине улар ҡыуанысы менән уртаҡлашып.
Күп балалы ғаиләнең йорто һәр саҡ шулай ҡотло, сағыу булыуын теләге килә.
Гүзәл Иҫәнгилдина.