Бер йомортҡаны һауытҡа һытабыҙ, уға 50 г ҡырылған сыр, 1 бүлкәт ҡырғыс аша үткәрелгән һарымһаҡ, 2 аш ҡалағы майонез өҫтәп яҡшылап туҡыйбыҙ. Краб таяҡсаларын ошо соусҡа манып, ике яҡлап ҡыҙҙырабыҙ. Тәмле булһын!