Ғаилә йылы
5 Апрель 2024, 12:30

Хоҙай үҙе көс бирәлер уларға

Темәс ауылында йәшәүсе Миләүшә һәм Илнур Биктимеровтарҙың ғаиләһе ана шундайҙарҙың береһе. Ғаилә – дәүләтебеҙҙең нигеҙе. Ә ғаилә нигеҙендә  быуындар бәйләнеше, күсәгилешлелек, бер-береңә хөрмәт, хәстәрлек һәм ышаныс кеүек ҡиммәттәр ята.

Ғаилә – дәүләтебеҙҙең нигеҙе.
Ә ғаилә нигеҙендә быуындар
бәйләнеше, күсәгилешлелек, бер-
береңә хөрмәт, хәстәрлек һәм
ышаныс кеүек ҡиммәттәр ята.
Матур ғаилә – ил күрке, тип бушҡа
әйтмәйҙәрҙер. Тирә-яҡҡа нур сәсеп,
ҡотло донъяларында татыу йәшәгән
ғаиләләргә һоҡланып ҡына ҡал-
майбыҙ, уларҙан өлгө алабыҙ.
Темәс ауылында йәшәүсе Миләүшә
һәм Илнур Биктимеровтарҙың
ғаиләһе ана шундайҙарҙың береһе.
Ғаилә – дәүләтебеҙҙең нигеҙе.
Ә ғаилә нигеҙендә быуындар
бәйләнеше, күсәгилешлелек, бер-
береңә хөрмәт, хәстәрлек һәм
ышаныс кеүек ҡиммәттәр ята.
Матур ғаилә – ил күрке, тип бушҡа
әйтмәйҙәрҙер. Тирә-яҡҡа нур сәсеп,
ҡотло донъяларында татыу йәшәгән
ғаиләләргә һоҡланып ҡына ҡал-
майбыҙ, уларҙан өлгө алабыҙ.
Темәс ауылында йәшәүсе Миләүшә
һәм Илнур Биктимеровтарҙың
ғаиләһе ана шундайҙарҙың береһе.
Яғалса тауы итәгендә балҡып, күҙ-
ҙең яуын алып торған йорттарында
уңған хужалар йәшәгәне әллә ҡайҙан
күренеп тора. Өй эсенә инеп күҙ
һалһаң, бының ысын икәненә тағы
бер инанаһың. Йәшәү өсөн бөтә
уңайлыҡтары менән йыһазландырып
эшләнгән был йортта нур бөркөлөп
тора. Ҡотло өй эсендә йүгерешеп
йөрөгән балалар уға тағы ла йәм
өҫтәй. Бер-береһенә иш булып, татыу,
матур ғаилә ҡорғандарына 22 йыл.
Илнурҙың бала сағы хозур тәбиғәт
ҡуйынына һыйынып, йырҙарҙа йыр-
ланған Һаҡмар йылғаһы буйында урын-
лашҡан Таһир ауылында үтә. Етмәһә,
олатаһы ла, атаһы ла урман хужа-
лығында эшләгәс, бәләкәйҙән улар
менән бергә тәбиғәт ҡосағында йыш
була. Ауыл ерендә кеше күберәк мал
көсөнә йәшәй бит инде, Илнурҙың
ата-әсәһе лә күпләп мал тота. Шуға ла
Илнур һәр эштә ярҙамсыл булып үҫә.
Бер эштән дә сирҡанмай ул, бесәнен дә
ташлай, һыуға ла алып бара малдар-
ҙы, аҫтарын да таҙартып ҡуя. Ә инде
үҫә төшкәс, атаһына тубырсыҡ, ылыҫ
әҙерләүҙә ярҙам итә. Бесән мәлендә
күбә тарттырыу өсөн Илнурға сират
теҙелә туғандары араһында, сөнки тик
уларҙа ғына ат була. Иртә таңдан
атаһының Ураган ҡушаматлы атын һы-
бай менеп, әсәһенең, атаһының күмәк
туғандарына ярҙам итергә ашыға 8-9
йәшлек бала. Кискә табан ҡояшта ҡап-
ҡара булып янып, әлһерәп ҡайтыр булһа
ла, иртә менән тағы юллана урманға.
Унынсыны тамамлағас, туп-тура
ауыл хужалығы институтына юллана.
Мал йәнле кеше булараҡ, ветеринар
һөнәрен һайлай. Ул һөнәре буйынса
райондың Октябрҙең 50 йыллығы исе-
мендәге колхозында күп тә эшләп өл-
гөрмәй – күмәк хужалыҡтар тарҡала
башлай. Күп уйлап тормай егет, шул
уҡ институттың урман хужалығы фа-
культетына ситтән тороп уҡырға инә.
Ана шул йылдарҙа Өфө ҡалаһында
буласаҡ кәләшен – Стәрлебаш һылы-
уы Миләүшәне осрата ла инде. Ин-
ститутта беренсе курсты ғына бөткән
ҡыҙ менән матур йәй айында никах-
лашып, туй үткәрәләр.
Кәләше уҡып бөткәнсе тип Өфө
ҡалаһында эшкә урынлашһа ла, таш
ҡаланы үҙ итмәй, Йылайыр районына
урман хужалығына эшкә китә. Энә
ҡайҙа – еп шунда тигәндәй, кәләше лә
уның артынан ҡалмай. Инде ғаиләләре
ишләнә башлағас, тыуған яғында үҙ
ояһын булдырыу хыялы менән Темәстә
йорт төҙөй башлай. Ана шул ваҡытта
эш хаҡына тип айғырлы була егет. Исе-
мен “Томан” тип ҡуша. Темәстә ул ағас
эше менән шөғөлләнә башлай, төшкән
килеменә ике бейә һатып ала. Икен-
се йылына бейәләр ҡолонлай башлай.
Инде йортон төҙөп, ағас эшен яйға
һалдым тигәндә, Белорет урман хужа-
лығына директор итеп тәғәйенләнә Ил-
нур Искәнйәр улы. Унан һуң Баймаҡ
урман хужалығын етәкләй. Өс баштан
ғына торған аттар үрсеп китеп, атаһы
бер үҙе генә уларҙы ҡарай алмағанға,
иң ауыры бесән мәсьәләһе торғанға,
Илнур Биктимеров үҙенең шәхси эшен
асырға ҡарар итә һәм 2018 йылда
Темәс ауылында төпләнә. Иренең те-
ләгенә ҡатыны ҡаршы булмай, уның
һәр теләген хуплап, ярҙам ҡулы һуҙа.
Ситтән тороп институт тамамлаған
белгес мәктәпкә эшкә урынлаша. Был
ваҡытта ғәиләләре лә ишәйеп, дүрт
бала тәрбиәләй улар.
Биктимеровтар 2018 йылда “Эш
башлаусы фермер” программаһы бу-
йынса дәүләт ярҙамына МТЗ-82.1 трак-
торы, 20 баш герефорд тоҡомло тана
һатып ала. Таһир ауылы эргәһенән 100
гектар ер алып, унда һоло, арпа сәсә
фермер. Шунда уҡ бәләкәй өй, мунса
төҙөп ултырта, улары инде малсылар
өсөн. Тәүге эш башлаған йылдар
еңелдән булмай, эште яйға һалыр өсөн
көн-төн тигәндәй мал янында булырға
тура килә. Атаһы, ҡустыһы Инйәр уға
ныҡ ярҙам итә. Аш-һыу әҙерләшергә
әсәһе ярҙамлаша, сөнки ҡатыны әле
тыуған сабыйынан, йорт хужалығынан
бушай алмай.
Инде йылҡы малы ишәйә башлағас,
уларҙы йәйҙәрен Ирәндек итәгендә
көтә башлайҙар. Фермер үҙе ветврач
булғас, был мәсьәлә киҫкен тормай,
ул эштәрҙе үҙе алып бара. Тәү осорҙа
бейәләрҙе ҡул менән өс тапҡыр һауыр-
ға тура килһә, хәҙер инде был эш
тулыһынса автоматлаштырылған. Ә һа-
уып алған һөттө бешеү эшен ауылда
махсус әҙерләнгән бинала ҡатыны Ми-
ләүшә башҡара. Шулай уҡ әҙер ҡы-
мыҙҙы шешәләргә тултырыу уның һәм
ҡыҙҙары Камиланың иңендә. Эш баш-
лаған осорҙа көнөнә 50 литр баһа-
дирҙар эсемлеге әҙерләнһә, һуңғы йыл-
дарҙа 300 литрҙан ашыу етештерә
уңған ғаилә. Ҡымыҙ бешеү миҙгелле
шөғөл, июнь айында башланһа, сен-
тябрь аҙаҡтарына тамамланып та
ҡуя. Ошо дүрт айҙа ярайһы уҡ табыш
килә, сөнки был эсемлеккә ихтыяж ҙур.
Уларҙың продукцияһы сифатлы булы-
уы менән районда, республика күлә-
мендә билдәлелек алып, “Биктимер ҡы-
мыҙы” маркаһы аҫтында етештерелә.
Продукция Баймаҡ, Сибай, Өфө, Маг-
нитогорск ҡалаларына оҙатыла, шәх-
сән заказдар менән дә һатыла.
Илнур өсөн фермерлыҡ эше ят бул-
май, сөнки уның әсә-атаһы Әлифә һәм
Искәнйәр Биктимеровтар элек-электән
күпләп мал аҫрай. Ә инде Миләүшәгә
килгәндә, уның ата-әсәһе район үҙәге
Стәрлебашта редакция хеҙмәткәрҙә-
ре Мансур һәм Рәйсә Ғиззәтуллиндар
ҡатлы йортта көн күргәс, мал тотмайҙар.
Иркәләп кенә үҫтергән ҡыҙҙарының
башкөллө ире менән бер рәттән фер-
мерлыҡ эшенә сумыуы уларҙы тәүҙә
хафаға һалһа, хәҙер инде ғорурла-
налар. Үҙҙәренә оҡшап, Биктимеров-
тарҙың балалары ла уңған, сәмсел.
Оло улдары Илхан Магнитогорскиҙа
колледжда программист һөнәрен үҙ-
ләштерә, киләсәктә ауылдарҙа ла IT
программаһы кәрәклеген аңлайҙыр,
ә инде каникулдарында атаһының уң
ҡулы ул, бар эштәрҙә лә ярҙамсы.
Ҡыҙҙары Камила Рәми Ғарипов исе-
мендәге гимназияла һигеҙенсе уласта
гел бишле билдәләренә өлгәшә, йәй-
ҙәрен әсәһе менән ҡымыҙ бешә. Бә-
ләкәстәре Тимерхан икенсе класта
уҡый, Йәсминә – балалар баҡсаһында.
Ғаилә “Башҡорт аты” фестивалендә
даими ҡатнаша. Унда улар Маҡтау
грамоталарына, ҡиммәтле бүләктәргә
лайыҡ булды. Эшҡыуар булараҡ,
ауылда, районда үткән барлыҡ са-
раларҙа ҡатнашалар, ауылдаштарына
бағыусы булараҡ ярҙам күрһәтәләр.
Йүнсел эшҡыуарҙар йылдан-йыл
эш офоҡтарын киңәйтеү өҫтөндә эш-
ләй: сәсеү майҙаны арта, малсылыҡ
тармағы ла йылдан-йыл үҫә. Ҡыш-
ҡылыҡҡа инде уларға етерлек кимәлдә
бесән, арпа, арыш әҙерләнә, йылы
һарайҙар ҙа төҙөлгән. Улар күберәк
ит килеш күрше Магнитогорск ҡала-
һына оҙатыла. Йылҡылары ҡышын ти-
бенлектә йөрөй, улар күберәк урман-
тауҙарға өйрәтелгән, етмәһә, уларҙы
көтөүселәр Иштуған Исламов, Рафиҡ
Шаһивәлиев йәй генә түгел, ҡыштарын
да күҙҙән яҙлыҡтырмай. Шуға ла
уларҙың аттары гел ҡараулы була.
Киләсәккә ҙур пландар ҡороп йә-
шәй Биктимеровтар. Йыл башында
Темәс ауылында ит магазины асып
ебәрҙеләр. Бында ит кенә түгел, ит
ярымфабрикаттары ла һатыла. Шул
уҡ ваҡытта хозур Ирәндек буйында
туристик эште лә башлап ебәреү
ниәттәре бар. Ял итеү өсөн бер нисә
ҡунаҡ йорто төҙөп, мунса ла эшләп
ҡуйһалар, ял итеүселәр күңеленә яңы
бешелгән ҡымыҙ, халҡыбыҙҙың милли
аштары бик хуп булыр ине, тип фараз
итә уңған ғаилә. Ошонда уҡ һыбай
килеш Йәнгүҙәй, Күсемташҡа, Ғәҙелша
шарлауығына экскурсиялар ойошто-
ролһа, насар булмаҫ ине!
Ошо көндәрҙә 45 йәшлек ғүмер
миҙгелен билдәләүсе Биктимеров Ил-
нур Искәнйәр улына тик уңыштар
юлдаш булһын. Хоҙай үҙе көс би-
рәлер тырыш, тормошто сикһеҙ һө-
йөүсе был ғаиләгә. Артабан да мал-
дарын ишәйтеп, эштәре уң булһын
өсөн һаулыҡ-сәләмәтлек юлдаш бул-
һын үҙҙәренә. Бала саҡтан хеҙмәт
тәрбиәһе алып, эш менән сынығып
үҫкән балалары ла, ата-әсәләре кеүек,
еребеҙҙе нурлап, данлап йәшәһен-
дәр!
Әминә ЯХИнА.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас