Ғаилә йылы
4 Апрель 2024, 08:50

Йәшләй килен булып төшкән йортома ашығам...

Үрнәктә донъяға килеп, унан Һаҡмар ауылында йәшәгән сибәр, уңған Гөлсирә Ғайсина (Тимербулатова) ялан яҡтарына килен булып төшөрмөн тип бер ҙә уйламай. Кескәй сағынан уҡытыусы булырға хыяллана ул. Шуға күрә бик тырышып уҡый. Заманында бергә уҡыған Таңсулпан Ғарипова, Нәғимә Әминева, Рәйсә Иҫәнбаеваларҙы һағынып хәтерләй...

Йәшләй килен булып төшкән йортома ашығам...Йәшләй килен булып төшкән йортома ашығам...
Йәшләй килен булып төшкән йортома ашығам...

Тәҙрә төптәре гөл-сәскәгә күмелгән ҡотло йорттоң хужбикәһенең яҙмыш хәтирәләрен һүтеүен дә йотлоғоп тыңлайһың.

Үрнәктә донъяға килеп, унан Һаҡмар ауылында йәшәгән сибәр, уңған Гөлсирә Ғайсина ялан яҡтарына килен булып төшөрмөн тип бер ҙә уйламай. Кескәй сағынан уҡытыусы булырға хыяллана ул. Шуға күрә бик тырышып уҡый. Заманында бергә уҡыған Таңсулпан Ғарипова, Нәғимә Әминева, Рәйсә Иҫәнбаеваларҙы һағынып хәтерләй. Йәш ҡыҙҙы унынсы кластан һуң уҡытыусы итеп тәүҙә Ғәҙелша, унан Янғаҙы ауылына ебәрәләр. Ситтән тороп Белорет педадогния училищеһына уҡырға ла инә.

Янғаҙы егете Шәһит Тимербулатов йәш уҡытыусыға тәү күреүҙән ғашиҡ була. Мәскәүҙә Кремль полкында хеҙмәт иткән, баҫҡан урынында ут сәсрәткән механик-механизатор Шәһит Шакирйән улы ҡыҙҙы үҙенә ҡарата ала. Йәш ғаилә матур итеп Янғаҙыла донъя ҡора. Ҡәйнәһе ҡаты ауырып киткәс Гөлсирә Әҙеһәм ҡыҙы уҡытыусы эшен ҡалдырырға мәжбүр була. Ул ҡәйнәһен һуңғы көндәренә тиклем ҡәҙерләп ҡарай. Ғаиләлә 3 малай, 1 ҡыҙ донъяға килә. Ҡәйнәһен, унан ҡайныһын ҡарау өсөн уҡытыусылыҡ эшен дә, уҡыған ерен дә 4-се курстан ҡалдырған йәш ҡатын артабан клуб мөдире булып та эшләй, кәрәк саҡта бәрәс ҡарарға ла сыға. Социаль хеҙмәткәр булып эшләп ололарҙың фатихаһын ала. Ҡайҙа эшләһә лә, тырыш хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Үҙен ҡәҙерләп кенә йәшәгән, балаларына яҡшы атай булған тормош иптәше 2015 йылда мәрхүм булып ҡала. “57 йыл йәшәйем Янғаҙыла. Беҙ ғаиләлә 9 бала үҫтек. Барыһы ла теүәл, аралашып йәшәйбеҙ. Балаларым да бер иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Һәр кемеһе ҡәҙер итеп кенә тора, әммә һәр саҡ йәшләй килен булып төшкән йортома ашҡынам”,-ти Гөлсирә апай.

Йорт хужабикәһе ҡотло йортона тағы ла йәм өҫтәп янған “зәңгәр яғыулыҡ” өсөн дә бик рәхмәтле. Балалары, хәҙер инде буй еткереп һөнәр һайлай башлаған ейән-ейәнсәрҙәре менән дә хаҡлы рәүештә ғорурлана Гөлсирә апай. Эйе, һәр саҡ уларҙың игелеген-изгелеген генә күрергә яҙһын.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас