Тормошома яҡты маяҡ кеүек балҡып килеп ингән кешеләрҙең барыһы менән дә аят табындарында таныштым. Был кеше менән Ҡорбан байрамы мәжлесендә күрештек. Һәр ваҡыттағыса, китаптарымды таратып ултыра инем. Үҙе килеп, берәүһен һорап алды. Һүҙ артынан һүҙ ялғанып, танышып киттек. “Минең дә шулай үҙ тормошом тураһында китап яҙғым килә. Тик эште ниҙән башларға икән?” – тине яңы танышым. Ошо ҡыҫҡа ғына һөйләшеү артабан икебеҙҙең дә тормошон үҙгәртте. Бер туғандарҙай булып киттек. Әйтерһең, мин уның бер туған апаһы, ә ул минең ҡустым.
Ишдәүләт Ғибәҙәтов сығышы менән Түбә ҡасабаһынан. 1954 йылдың 27 мартында мал ҡараусы һәм рудниктың йәшелсә блогы хеҙмәткәре ғаиләһендә донъяға килә. Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ғүмеренең был осорон, баракта үткән көндәрен ишдәүләт яҡшы хәтерләй. “Элек башҡорттар йәшелсә-емеш үҫтермәй торғайны. Әсәйемдең эштән алып ҡайтҡан кишерен, шалҡанын һәм кәбеҫтәһен яратып ашай инек”, – ти ул. Шул осорҙа Түбәлә дөйәгә атланып йөрөгән ҡаҙаҡтар ҙа йәшәгән була. Улар дөйәне ауыҙына тоҡ кейҙереп, һоло ашатҡан булған. Былар барыһы ла әңгәмәсемдең бала саҡ хәтирәләре.
60-сы йылдарҙа Ғибәҙәтовтар ғаиләһе барактан ауыл ситендәге айырым йортҡа күсә. Бәхеттәре оҙаҡҡа һуҙылмай. 1961 йылда күрше өйҙә янғын сыға. Ут ялҡыны быларҙың ихатаһына ла эләгә. Бәйҙә торған эт тә, һарайҙа торған мал да, урам уртаһында ултырған яңы бура ла – барыһы ла көл-күмергә әйләнә. Ярай әле үҙҙәре имен ҡала. “Һәүәнәк” совхозы ярҙамы менән бәләкәй генә йорт һалып сығалар. Тап ошо йылда ишдәүләт мәктәпкә уҡырға бара. Класта ул иң кесеһе була.
Үҙенән бер йәшкә өлкәнерәк малайҙар йыш ҡына уны ҡыйырһытып маташа. Белеме һәм физик әҙерлеге менән барыһын да урынына ултырта шуҡ малай. 10-сы класты тамамлағас, ишдәүләт Сибай ҡалаһындағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. 1972-1974 йылдарҙа хәрби бурысын үтәп ҡайта. Ҡайтыу менән ул техникумда уҡыуын дауам итә.
Агроном һөнәрен алған йәш белгес тыуған яғына юллана. Тик “Һәүәнәк” совхозында уға эш булмай сыға. Атаһының кәңәшен тотоп, йәш агроном юллама буйынса Көйөргәҙе (ул ваҡыттағы Күмертау) районына сығып китә. Ошо райондың “Таймаҫ” совхозында эш башлай.
Йәшлек йылдары үткән был районда Ишдәүләт ғүмерлек тормош юлдашын осрата. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән һылыуҡайҙы күргәс тә ул башын юғалта. Таймаҫ ауылы ҡыҙы Миңлебанат менән 1978 йылда ғаилә ҡоралар. Ғаиләләренә бөтмәҫ шатлыҡтар өҫтәп Урал, Фатима, Хазина донъяға килә. Улар шулай бергә-бергә күптәрҙе көнләштерерлек матур тормош юлы үтәләр.
Совет осоронда белемле, үҙ эшенең оҫтаһы булған кешеләр бер урында оҙаҡ йәшәмәгән. Ишдәүләт Мирза улы ла шулай ауылдан-ауылға, совхоздан-совхозға күсеп йөрөй. насип булғас, 1988 йылда тыуған яғындағы “Һәүәнәк” совхозына ла әйләнеп ҡайта.
Баш агроном булып өс тиҫтә йылдан ашыу эшләй. Әммә үҙгәртеп ҡороу осоро башланыу менән совхоз тарҡала. 2005 йылда тәжрибәле агроном “Тимерлан” ЯСЙ-һын асып ебәрә. Әйткәндәй, быларҙың барыһы тураһында ла ентекләберәк бергә нәшер ителгән китабыбыҙҙа уҡырға була. Көн-төн эш менән мәшғүл булған ғаилә башлығы балаларының үҫкәнен дә күрмәй ҡала. Янында терәк һәм таяныс булған Миңлебанат борсолоу өсөн урын ҡалдырмай. Шул уҡ ваҡытта ул үҙе лә өйҙә бала ҡарап ҡына ултырмай – ҡайҙа йәшәһәләр ҙә бухгалтер булып эшләй. Ата-әсәһенә ҡарап, балалар ҙа эшлекле, тәрбиәле булып үҫә. Урал Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында юрист һөнәрен үҙләштерә. 2015 йылдан Өфөлә судья булып эшләй. Ҡатыны Гөлнара менән дүрт ул үҫтерә. Фатима медицина өлкәһен һайлай – терапевт. Тормош иптәше Таһир менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Хазина иһә ағаһы кеүек юрист һөнәрен үҙләштерә.
Ишдәүләт Мирза улы әле лә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Дин юлында булған ир-уҙаман ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам ҡулы һуҙып, хәйер-саҙаҡаларын өләшеп, аят мәжлестәрен үткәреп, матур итеп донъя көтә. Бөгөн аҡһаҡал 70 йәшлек оло юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан ихлас теләктәремде еткереп, именлектәр теләйем. Күңелеңдә әлегеләй ихласлығыңды һаҡлап ҡалырға яҙһын.
Мәрйәм Ҡужаҡаева,
мәғариф ветераны.