Ғаилә йылы
1 Апрель 2024, 07:05

Тәрән аҡыл йәшәгән йорт

Биш тиҫтә йылға яҡын бергә йәшәгән пар хаҡлы рәүештә балалары менән ғорурлана. Ысынлап та. Васил, Варис, Гөлйемеш, Вәсилә, Гөлсәсәк исемле бик шәп, уңған балалар үҫтергәндәр...

Тәрән аҡыл йәшәгән йортТәрән аҡыл йәшәгән йорт
Тәрән аҡыл йәшәгән йорт

Янғаҙыла иҫ киткес уңған һәм ғәжәйеп яҙмышлы кешеләр йәшәй. Зилә һәм Әхмәтсафа Шәйәхмәтовтар ауылдың абруйлы һәм ихтирамлы ғаиләләренең береһе. 1941 йылғы йорт хужаһы үҙенең тыуған ауылына тоғро ҡалыуы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Һәр ысын ир-егет кеүек әрмелә хеҙмәт иткән йылдарын йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. “Тәүҙә Новосибирск, унан Алтай өлкәһенә ебәрелдем. Хәрби сер булып һаналған ракеталарҙы төҙөнөк. Хатта был хаҡта һөйләмәү тураһында ҡултамға ҡуйҙыртып алғайнылар. 60 йыл үтте инде хәҙер”,-тип йылмайып хәтерләй Әхмәтсафа ағай.

Тракторсы-машинист һәнәрен үҙләштереп, 18 йыл ҡорос атта фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Һаулығы арҡаһында яратҡан эшенән китергә мәжбүр була. Артабан малсылыҡта эшләй, склад мөдире, ветсанитар һ.б. эштәрҙе башҡара. Һәр урында үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтеп, маҡтауға ғына лайыҡ була. Йорт хужабикәһе Зилә апай – Хәйбулла районынының Әбделнасир ауылы ҡыҙы. Һатыусы, ашнаҡсы булып эшләй, бәрәс тә ҡарай, унан һөт йыйыу эшенә йәлеп ителә. Почтала эшләп хаҡлы ялға сыға. Биш тиҫтә йылға яҡын бергә йәшәгән пар хаҡлы рәүештә балалары менән ғорурлана. Ысынлап та. Васил, Варис, Гөлйемеш, Вәсилә, Гөлсәсәк исемле бик шәп, уңған балалар үҫтергәндәр. Уларҙың һәр береһе үҙ урынын табып, балалар тәрбиәләп, тыуған яҡтарыбыҙҙың кәрәкле кешеләре булып йәшәй.

Шәйәхмәтовтар Әхмәтсафа ағайҙың апаһы Мәғәмүрә инәйҙе лә үҙҙәренең янына һыйындырған. Ил менән бергә бар ҡыйынлыҡтарҙы күтәргән инәйгә 95 йәш. Юбилейына Рәсәй Президентынан ҡотлау хаты һәм бүләк алып һөйөнгән. “Күрмәгәнде күрҙек инде, баштан үткәндәрҙе уйлаһаң – уйылып китерлек. Етеш тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ”,-тине Мәғәмүрә инәй.

Өс оло быуын вәкиле йәшәгән йорт иҫ киткес йылы һәм тормош хәтирәләренә бай булыуы менән һоҡландыра. Уларға оҙон-оҙаҡ, бәхеттә генә йәшәргә яҙһын!

Тәрән аҡыл йәшәгән йорт
Тәрән аҡыл йәшәгән йорт
Тәрән аҡыл йәшәгән йорт
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас