+24 °С
Ямғыр
Майонез һәм ҡаймаҡты яҡшылап болғатып, уға бер йомортҡа, тоҙ, тәмләткестәр ҡушып болғатабыҙ. Ярты стакан самаһы ҡаймаҡ, майонез да шул сама алына. Картуфты әрсеп, йоҡа итеп турағыҙ. Майлы табаға һалып, өҫтөнә ҡаймаҡлы соустың яртыһын ҡойоғоҙ. Унан тауыҡ ите йәки фарш һалығыҙ һәм ҡалған соусты ҡойоғоҙ. Фольга менән ябып, 40-45 минут духовкала бешерегеҙ. Ошолоай ҙа бик тәмле була. Әгәр тағы ла тәмлерәк итергә уйлаһағыҙ, өҫтөнә помидор турап, ҡырылған сыр һибеп, тағы 10-15 минут бешерегеҙ.
Тәмле булһын!