#БалаларТыныслыҡЯҡлы#МыZаМир# ЯҙғыКаникулдар Икмәк - иң оло, хөрмәтле, ҡәҙерле ризыҡтарыбыҙҙың береһе.Икмәктең өҫтәлгә килеп еткәнсе уның нисек бешерелеүе,кеше тормошонда ҙур урынды алып тороуы,ҡамыр аштары, игенде кемдәр үҫтереүе, игенселәрҙең тынғыһыҙ хеҙмәте тураһында балалар менән "Бойҙай - туҡлыҡ, ырыҫ билдәһе" темаһына һөйләшеүҙәр булып үтте. Балалар үҙҙәре икмәкте төрлөләп эшләп, бешерергә өйрәнделәр. Шулай уҡ, боронғо башҡорт халыҡ ризығы - ҡурмас менән таныштылар.Ҡурмас ҡурыу, тирмән тартыу, талҡан эшләү, уларҙың файҙаһы тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланылар һәм тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ иттеләр. Балаларҙы ҡыҙыҡһындырып, уларҙы аш- һыу төрөнә өйрәтеүсе Нәжиә Ишдәүләтова һәм Маһинур Кейекбирҙинаға ҙур рәхмәт! Балалар тәмле икмәктәрҙең өҫтәлгә килеп тороуын, ата- әсәйҙәр, туғандар менән бергә матур, тыныс тормошта йәшәргә теләктәрен белдерҙеләр. Игендәр шаулап уңһын, ризыҡтар мул булһын, донъялар тыныс торһон!
Дилә Кәйекбирҙина.