Ғаилә йылы
31 Март 2024, 13:05

Һауытын да ашап ҡуябыҙ

Ҡамырҙан көршәк эшләп уның эсендә бешерелгән итле картуф һәр кемгә оҡшаясаҡ...

Һауытын да ашап ҡуябыҙҺауытын да ашап ҡуябыҙ
Һауытын да ашап ҡуябыҙ

Сөсө ҡамыр баҫабыҙ. Мотлаҡ май ҡушып баҫығыҙ. Һығылмалы ғына ҡамыр килеп сыға. 

Эслек итеп ғәҙәттәгесә ит, картуф, тәмләткестәр алабыҙ. 

Ҡамырҙы йәйеп сөм һауытҡа һалып, жаркое бешергән һауыттарҙы ҡулланырға була, эсенә эслекте һалабыҙ. Һауыттан сығарып ҡамырҙы яҡшылап тотабыҙ. Ҡамырҙан ҡапҡас эшләп ябабыҙ. Ҡыҙған духовкаға ҡуйып 45-55 минут бешерәбеҙ. Бындай тәмле ризыҡ һәр кемгә оҡшар. Тәмле булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас