Ғаилә йылы
26 Март 2024, 11:11

“Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!

2024 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыуҙы ойошҡанлы атҡарып сығыу маҡсатында сираттағы “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһын иғлан итәбеҙ. Был юлы ла уйынды үткәреү өс этапта үткәрелә. Уның тәүгеһе – 1 апрелдән 22 апрелгә тиклем, икенсе этабы – 25 апрелдән 27 майға тиклем һәм һуңғы этабы 1 июндән 25 июнгә тиклем дауам итә. Район баҫмаһына яҙылыусылар араһында робот саңһурҙырғыс, электр ит турағысы, Төркиәлә етештерелгән күмер самауыры, электр сәйнүге, дрель-шөрөп борғос, төрлө һауыт-һаба, шешлек бешереү өсөн мангал, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, магазиндарға һәм матурлыҡ салондарына сертификаттар һәм башҡа күп бүләктәр уйнатыласаҡ. Ә инде гәзитебеҙҙең һыналған дуҫтары: Гөлнара Байрамғолова етәкләгән КФХ – ҡаҙ бәпкәләре, фермер хужалыҡтары иһә иген культуралары әҙерләне.  

“Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!“Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!
“Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!

2024 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыуҙы ойошҡанлы атҡарып сығыу маҡсатында сираттағы “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһын иғлан итәбеҙ. Был юлы ла уйынды үткәреү өс этапта үткәрелә. Уның тәүгеһе – 1 апрелдән 22 апрелгә тиклем, икенсе этабы – 25 апрелдән 27 майға тиклем һәм һуңғы этабы 1 июндән 25 июнгә тиклем дауам итә.

Район баҫмаһына яҙылыусылар араһында робот саңһурҙырғыс, электр ит турағысы, Төркиәлә етештерелгән күмер самауыры, электр сәйнүге, дрель-шөрөп борғос, төрлө һауыт-һаба, шешлек бешереү өсөн мангал, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, магазиндарға һәм матурлыҡ салондарына сертификаттар һәм башҡа күп бүләктәр уйнатыласаҡ. Ә инде гәзитебеҙҙең һыналған дуҫтары: Гөлнара Байрамғолова етәкләгән КФХ – ҡаҙ бәпкәләре, фермер хужалыҡтары иһә иген культуралары әҙерләне.

Бынан тыш, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ауыл биләмәләре, почта, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары араһында “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” конкурсы иғлан итә. Унда еңеүселәр Ҡоролтайҙың дипломдары, редакцияның приздары менән бүләкләнәсәк.

Һаҡмар” гәзитенә һәм республиканың берәй баҫмаһына яҙылып, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ойошторған уйында ла ҡатнашырға мөмкин. Бындай акцияла ҡатнашып, баймаҡтарҙың йыл да ҡиммәтле приздар отоп тороуын да хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ.

Әлегә хаҡтар артмаған ваҡытта “Һаҡмар”ға яҙылып өлгөрәйек, милләттәштәр, уны таратайыҡ, башҡаларға яҙҙырайыҡ!

Редакция коллективы.

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас