Ғаилә йылы
23 Март 2024, 14:15

Мин ҡолон ғына саҡта...

Мин ҡолон ғына саҡта көндәр оҙооон, ә төндәр ҡыҫҡа ғына инеләр. Ә таңдарыы! Алһыуҙарҙан алһыуыраҡ! Ысын. Икмәк өҫтө.  Өләсәйемдең алһыу ғына һырансуз яулығын яҙып элеп ҡуйғандармы ни һауаға-ҡояш ҡалҡыр алдынан күк йөҙө алһыуланып тора, шунан яйлап ҡына ҡояштың алтын төҫтәге һөңгөләре берәм-һәрәм күренә башлай. Ҡояш ҡалҡа. Шунан ул яй ғына Шәкерт тауына үрмәләй, Оло бейеккә менеп етә лә, оҙаҡ итеп шунда эленеп тик тора-ял итә. Үәт ҡыҙҙырырға тотона шунан. Һалҡын ағайҙы саҡырып, тамаҡтарыбыҙ ҡарлығып бөтә. Һалҡын ағай-болоттар, ниһайәт ишетәләр беҙҙең ялбарыуҙы-ергә ҙур күләгә ята! 

Мин ҡолон ғына саҡта...Мин ҡолон ғына саҡта...
Мин ҡолон ғына саҡта...

Сулпан Абдрахимова

Мин ҡолон ғына саҡта... 

 

Мин ҡолон ғына саҡта көндәр оҙооон ,ә төндәр ҡыҫҡа ғына инеләр.Ә таңдарыы!Алһыуҙарҙан алһыуыраҡ!Ысын.Икмәк өҫтө. 

Өләсәйемдең алһыу ғына һырансуз яулығын яҙып элеп ҡуйғандармы ни һауаға-ҡояш ҡалҡыр алдынан күк йөҙө алһыуланып тора,шунан яйлап ҡына ҡояштың алтын төҫтәге һөңгөләре берәм -һәрәм күренә башлай.Ҡояш ҡалҡа.Шунан ул яй ғына Шәкерт тауына үрмәләй,Оло бейеккә менеп етә лә,оҙаҡ итеп шунда эленеп тик тора-ял итә.Үәт ҡыҙҙырырға тотона шунан.Һалҡын ағайҙы саҡырып ,тамаҡтарыбыҙ ҡарлығып бөтә.Һалҡын ағай-болоттар ,ниһайәт ишетәләр беҙҙең ялбарыуҙы-ергә ҙур күләгә ята! 

Шунан тағы тотонабыҙ һамаҡларға: 

-Һалҡын ағай,кит,кит.Ҡояш апай,сыҡ,сыҡ! 

Иң тылсымлы ине беҙ бала саҡта төндәр. 

Ә Айы һуң!!! 

Күсемташтың иң бейегенә менеп,аяҡ бармаҡтарының осона ғына баҫып үрелдениһәң,Ай-ураҡ-һинеке! 

Ә йондоҙҙарҙы һанап бөтөрөрлөк түгел!Ғәйәт күп улар.Уларҙы һанап бөтөрөр өсөн мең дә бер кисең дә етмәҫ! 

Ирәндегебеҙ бейектәрҙән бейек.Болоттарға ашып тора.Болоттар оләсәйемдең 

яңы ғына һауып алған һөтөкәйенең күбеге һымаҡ ап-аҡ булып күперешеп торалар. 

Өләсәйемдең күнәгенән ул болоттар. 

Өләстең һыйыр һауғанын һарайҙың егенән күҙәтеп торабыҙ. 

Гөбөр-гөбөр итеп һауа өләсәй.Күнәгендәге күбеге күбәйә лә күбәйә,әллә нисек күнәгенең ситенән ,,ҡолап" төшмәйҙер ул! 

Шунан өләсәйем күнәген күтәреп һөтлөккә инеп китә.Ул ал яулығын яҙып ябынған,уның көмөш һумлыҡтар тағылған сәс үрмесе оҙон толомоноң осонда атлаған һайын сың!сың! иткән көй сығаралар. 

Ә мин өләсәйемдең киң итәгенән бөрөп тотҡанмын да,яланаяҡ көйө эргәһенән юртып киләм-күбек яларға! 

Өләсәйем ҡылған сәсле матур ғына әбей. 

Өләсәйем һымаҡ әбейҙәр күп беҙҙә.Улар көмөш көмбәҙҙәр тағылған бәрхәт,йә ,,фелүш"камзул кейгәндәр,ситек-кәлүшле,киң итәклеләр.Һәр әбейҙе,минең кеүек күлдәк итәгенә йәбешеп йөрөгән ялбырбаштары ,йә өлтөклө малайҙары бар. 

Әбейҙәрҙең кемеһелер тол,ә ҡайһы берҙәренең бабайҙары бар ине.Улар кейеҙҙән ҡалпаҡ кейеп йөрөйҙәр,ә ҡалпаҡтары аҫтында теүәтәйҙәре бар. 

Улар байрамдарға барһалар,ҡара кәстүм кейәләр,түштәрендә миҙал,ордендары бар:Варшау өсөн,Берлин өсөн,Батырлыҡ өсөн! 

Өләсәйҙәрҙең дә бар миҙалдары. 

Камзул түштәренә ҡаҙап ҡуйғандар. 

Улар ЕР эшен зауҡы итеп,иген иккәндәр,ураҡ урғандар,оло кәбәндәр ҡойғандар,эҫкерттәр һалғандар... 

Ауыр хеҙмәттән уларҙың ҡулдары оҙон,йоҙроҡтары ҙур,устары киң инеләр ҙә,ул устары буй-буй булып ярылышып,ҡарайышып торалар ине.Киң устары менән улар беҙҙең сәсебеҙҙе һыйпап,арҡабыҙҙан һөйә инеләр: 

-Иии,ҡолонсағымды... 

Шул ҡулдарҙан Ер-тупраҡ еҫе аңҡып китә ине. 

Улар ергә эйелә биреп,бөкөрәйеңкерәп атларҙар ине.Бөкөрәйерһең дә!Йөрәктәре бит уларҙың йоҙроҡтары һымаҡ дәүҙер ҙә,йөрәктәренә көстәре етмәй торғандыр. 

Ә ауылыбыҙ бәләкәс кенә ине.Күсей үренән тороп ҡараһаң,минең ҡушустарыма һыйып ҡына тора ул ауыл! Ул ауылда алтын биҙәкле киң һарайҙар ҙа, бейек көмөш ҡапҡалар ҙа юҡ. 

Уйынсыҡ ҡына өйҙәр,зәңгәр төтөн сығып торған аҡ мөрйәләр,ағас ҡапҡалар.Ә ҡапҡаларҙа-ҡыҙыл йондоҙҙар.Шунда йәшәй ине ысын батырҙар.Мин уларҙы үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.Ып-ысын,икмәк өҫтө! Ҡолон ғына сағымда...

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас