Ғаилә. Ғаилә именлеге. Туғанлыҡ
Faилә именлеге, туғанлыҡ тураһындағы өйрәтеүҙәр ислам тәғлимәтендә үҙәк урынды алып тора. Сөнки бер дәүерҙә лә, бер йәмғиәттә лә кешелек ҡанһыҙ, рәхимһеҙ, ҡаты бәғерле кешеләрҙән бөтөнләй азат булып ҡала алмаған. Үлтерештәр, ҡан ҡойоуҙар, бола һәм бәләләр сығып ҡына торған. Уларҙың дин битлегенә төрөнөп эшләнгәндәре лә аҙ булмаған. Әле лә етерлек. Ә беҙҙең бабаларыбыҙ кеше хаҡына кермәгән, күрше хаҡын - тәңре хаҡына тиңләгән. Күршеләге ауыл-ҡалалар, уларҙа йәшәгән халыҡтар һәр ваҡыт күршелек мөнәсәбәттәрен имандың бер сифаты итеп белгәндәр.
Ислам тарихында шундай дәүерҙәр була: теге йәки был төбәктә йәшәгән игелекле ир-егеттәр айырым-айырым төркөмдәргә ойошоп, күрше-тирә именлеген, кешеләр араһында тәртип һаҡлауҙы, мал-мөлкәтенә күҙ-ҡолаҡ булыуҙы үҙ өҫтөнә ала һәм… шул ерҙәрҙә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа хатта төндөң теләһә ҡайһы ваҡытында бер нимәнән ҡурҡмай урамда йөрөй ала торған була. Ауылдарҙа төнөн шаҡылдаҡ ҡағып йөрөүселәр әле беҙҙең заманда ла була торғайны.
Игелекле ғаиләләр, бер-береһенә тоғролоҡ һаҡлаған күршеләр, ауылдаштар, илдәштәр, диндәштәрҙең дөйөм тырышлығы менән имен йәмғиәт төҙөлә. Шуға ла Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, әйтә:
«Өйләнегеҙ, күбәйегеҙ - Ҡиәмәт көнөндә мин һеҙҙең - өммәтемдең ишле булыуы менән маҡтанырмын», - ти.
Ислам көслө ғаиләне, татыу һәм ишле ғаиләне яҡлай. Fаиләҡорғанда ла иң элек уның никахлы булыуын алға ҡуя. Сөнки бындай ғаиләләр Аллаһы Тәғәлә исеме менән башлана, Уның яҡлауына өмөт итеп йәшәй.
Сәләх Суҡбаев.