– Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы, һеҙ сығышығыҙ менән Күсей ауылынан шикелле...
– Эйе. 1954 йылдың 1 февралендә Күсей ауылында Гөлнур һәм Әҙеһәм Әхмәтовтарҙың ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгәнмен. 1961-1965 йылдарҙа ауылдағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптең башланғыс класында уҡыным.
– Һеҙ ниндәй уҡыусы булдығыҙ?
– Тырыш. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә торғайным. Тәүге уҡытыусым Салиха Ғәббәс ҡыҙы Сәйғәфәрованан уңдым. Талантлы педагог булды. Беҙгә төплө белем дә, матур тәрбиә лә бирҙе.
– Ауылдан китеп, Баймаҡ мәктәп-интернатына барыу ҡыйын булманымы?
– Ул ваҡытта Баймаҡ мәктәп-интернаты данлы уҡыу йорттарының береһе ине. Районда ғына түгел, хатта республикала ла билдәле булды. Атайым, унда уҡыу яҡшыраҡ, тип үҙе күндерҙе. Ул йылдарҙы әле лә һағынып иҫкә алам. Үҙ эшенә мөкиббән киткән, балаларҙы яратҡан, хөрмәт иткән талантлы уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр менән яҡын туғандай булып киттек. Тап ошонда мин тормош дәресен алдым, үҙаллылыҡҡа өйрәндем, тиһәм дә хата булмаҫ.
– Һуңғы йылдарҙа патриотик, хеҙмәт тәрбиәһен мәктәптәргә ҡайтарыу тураһында йыш ишетелә. Ул ваҡытта нисек ине?
– Беҙ – интернат балалары. Бында хеҙмәттә сынығып үҫтек. Картуф та әрсенек, баҡса ла үҫтерҙек, бүлмәләрҙә иҙәнде лә үҙебеҙ йыуҙыҡ. Патриотик тәрбиә тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. 9-10-сы кластарҙа уҡығанда комсомол комитетында ижтимағи-сәйәси секторҙы етәкләнем. Пионер отрядтарында һәм комсомол төркөмдәрендә аҙна яңылыҡтары буйынса политинформация үткәрә инек, ҡаланың предприятие һәм учреждениеларына экскурсиялар ойошторҙоҡ. Райондың һәм ҡаланың хеҙмәт алдынғылары, юғары уҡыу йорто студенттары менән осрашыуҙар үткәрҙек һәм башҡа бик күп эштәр башҡарҙыҡ.
– Ҡулға аттестат алыу менән үҙегеҙ ҙә юғары уҡыу йортона юлланғанһығыҙҙыр?
– Юҡ. Педагог булыр өсөн урау юлдарҙы үтергә тура килде. Мәктәпте тамамлаған осорҙа атайым мәрхүм булып ҡалды. Ауыр ине. Күп бала менән яңғыҙ ҡалған әсәйем дә йәл. Шуға ла мәктәпте тамамлау менән интернатҡа пионервожатый булып эшкә төштөм. Ситтән тороп булһа ла уҡырға индем. Ваҡытлыса ғына төшкән эшемдә ун дүрт йыл эшләп ташланым. Күңелле осор булды. Рәхәтләнеп, йөҙөп йөрөп эшләнем. Интернаттың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге пионер дружинаһы менән үткәргән саралар әле лә төшкә инә. Төрлө темаларға арналған сборҙар, осрашыуҙар, диспуттар, кисәләр, КВН-дар, викториналар, конкурстар һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар... Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын, ҡаланың балалар баҡсаларын шефлыҡҡа алдыҡ. Пионер тормошо һәр уҡыусыға кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенең ҙур донъяһын асырға, илебеҙҙең буласаҡ хужаларына хеҙмәт, фән, сәнғәт кешеләренең эше һәм пландары менән танышырға ярҙам итте. Беҙҙең эште ВЛКСМ-дың район һәм өлкә комитетында ла күрҙеләр. Миңә хатта “Вожатый-инструктор” тигән исем биреп, ГДР-ға туристик путевка менән бүләкләнеләр. 1978 йылда республиканың һәйбәт эшләгән вожатыйҙарынан төҙөлгән махсус төркөм менән йөрөп ҡайттым.
– Сәйәхәт оҡшанымы?
– Бында мине ҡапма-ҡаршылыҡлы хистәр биләп алды. Беренсенән, икенсе ил, халҡы, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышыу булһа, икенсенән, беҙҙең илебеҙгә ҡаршы һуғыш башлап, күпме халыҡты юҡ иткән Германияның бер өлөшө булған илгә барыу. Ул һуғышта әсәйемдең атаһы Рыҫмөхәмәт Игебаев, уның бер туған ҡустылары Мөхәмәтвәли менән Ғәлимйән 1943 йылда хәбәрһеҙ юғалған. Атайымдың бер туған ағаһы Салауат Әхмәтов 1943 йылда һуғышҡа алынып, Германияға тиклем барып етә. 1945 йылда (Еңеүҙән һуң!) һәләк була. Бәһлеүән кәүҙәле егет үҙенә 1 йәш өҫтәтеп һуғышҡа китә. Ни бары 19 йәшендә генә һәләк була. Уның фоторәсеме лә ҡалмай.
Германияла экскурсияла йөрөгәндә, бигерәк тә Берлинда булғанда аҡ сәсле өлкән йәштәге ирҙәрҙе күрһәк: “Ошо кеше беҙҙең илгә ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан”, – тип ҡарай инек. Ә Бухенвальд концлагеры урынында төҙөлгән музейҙан ауыр тойғолар менән сыҡтыҡ. Был концлагерҙа әсирлеккә эләккән совет һалдаттарын бигерәк ыҙалатҡандар... Ул ваҡытта беҙ совет армияһы фашизмды, нацизмды мәңгелеккә еңде, тип уйлай инек. Юҡ икән шул! Бөгөн беҙҙең һалдаттар тағы ла баш күтәргән нацизмға ҡаршы көрәшә.
– Һеҙ эш башлағанда бала ғына булғанһығыҙ. Йәш, тәжрибәһеҙ ҡыҙ баланы коллектив нисек ҡабул итте?
– Ҡолас йәйеп. Үҙем дә ошонда уҡып сыҡтым бит. Уҡытыусылар менән туған кеүек булып киткәйнек. Интернат ул ҙур бер ғаилә кеүек. 1985 йылда өлкән вожатый һәм тарих уҡытыусыһы булып эшләп йөрөгәндә директорҙың тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары итеп күсерҙеләр.
– Вазифа менән эш тә, яуаплылыҡ та арта. Ауыр булманымы?
– Юҡ. Пионер һәм комсомол тормошо миңә былай ҙа шәп тәжрибә биреп өлгөрҙө. Бында ла шуны ҡулландым. Уҡытыусы, етәксе эшенең бөтә нескәлектәренә өйрәткән, үҙ тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашҡан өлкән коллегаларым Ю.С. Әҙеһәмовҡа, Р.Х. Бикбирҙинаға, А.З. Хөсәйеновҡа, Р.Х. Хөсәйеноваға, Ә.З. Сәйғәфәровҡа, Т.А. Арыҫланғәлинға әле лә рәхмәтлемен.
– Мәғариф бүлегенә эшкә күскән осор тураһында ла һөйләгеҙ әле?
– 1989 йылда район мәғариф бүлегенең методика кабинетына тәрбиәүи эш буйынса методист итеп эшкә саҡырҙылар. Шул уҡ йылдың ноябрендә методика кабинеты мөдире итеп күсерҙеләр. Бында мин 1999 йылға тиклем эшләнем.
– Үҙгәртеп ҡороу осорон нисек ҡабул иттегеҙ?
– Ыңғай. Заман менән беҙ ҙә үҙгәрәбеҙ бит. Уҡыу планын һәм программаһын ҡабатлап ҡарап сыҡтыҡ. Халыҡ педагогикаһын өйрәнергә тура килде. Милли мәктәптәр, кластар, балалар баҡсалары асылды. Республикабыҙ тарихын, мәҙәниәтен, унда йәшәүсе халыҡтарҙың традицияларын һәм йолаларын тергеҙеүгә иғтибар артты. Мәктәптәргә уҡыу пландарын һәм программаларын, уҡытыу-тәрбиә эшенең методик алымдарын һайлау мөмкинлеге бирелде. Уҡытыуҙың яңы формалары һәм технологиялары индерелде. 1996 йылда яҡташ ғалим-методистар Т.Х. Аслаев һәм А.А. Ғәлләмов исемендәге приздарға район конкурстары үткәрелә башланы. “Йыл уҡытыусыһы”, “Йыл мәктәбе” конкурстарын үткәреү хәҙер инде матур йолаға әйләнде. Был эштәрҙе беҙ шул йылдарҙағы мәғариф бүлеге начальниктары Р.В. Ишембәтов, З.А. Аллаяров, Х.Х. Сөләймәнов, коллегаларым В.И. Кушнирук, А.Ә. Салихов, методистар Г.С. Ҡолоева, Ф.Г. Ҡасҡынова, Н.Ф. Бикҡолова, М.А. Зарипова, Я.Б. Мөхәмәтйәнова, М.Ш. Нәбиуллина, З.М. Ҡадаева, Л.П. Степанова, Р.Х. Игебаева, В.Ә. Йортбәкова, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре М.Х. Дәүләтбаева, З.Р. Татлыбаева, Г.Ә. Абдуллина, Ә.З. Юлдашбаева, З.Я. Әминева, П.И. Вакуленко, З.Х. Яманғоловалар менән берлектә ойоштороп, атҡарып сыҡтыҡ. Тап ошо йылдарҙа мине РФ Мәғариф министрлығының “Халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе менән бүләкләнеләр. Был исем менән яуаплылыҡ йәнә лә нығыраҡ артты, бурыстар өҫтәлде. 1999 йылда район мәғариф бүлегенең баш инспекторы итеп күсерҙеләр.
– Мәғариф бүлегендә эшләгән методистарҙың һәр ҡайһыһы ниндәй ҙә булһа төбәктең кураторы була. Һеҙ ниндәй ауылдарға ярҙам иттегеҙ?
– Ирәндек һәм Йылайыр зоналарына ҡараған мәғариф учреждениеларының кураторы булдым. Ошо яҡтың мәктәп директорҙары менән бергә эшләнек. Ярҙам да иттем, талап та ҡуйҙым. Мәғариф бүлеге етәксеһе Р.Ф. Ильясов туплаған көслө командала эшләү үҙе бер мәртәбә ине.
– Хаҡлы ялға сыҡҡас, яңы һулыш асыла, ти ҡайһы берәүҙәр. Был һеҙгә лә ҡағыламы?
– 2010 йылда хаҡлы ялға сыҡтым, 9 йыл ял иттем. Оло йәштәге әсәйемде ҡараным. Шулай ҙа мәғариф бүлегендә үткәрелгән сараларҙан ситтә ҡалмай торғайным. Райондың мәғариф ветерандары советы, район ҡатын-ҡыҙҙар советы президиумы составында булдым.
– Ветерандар советында һеҙ эшләй башлағандан алып ниндәй үҙгәрештәр индерелде?
– Район ветерандар советында рәйес булып 2019 йылдың авгусында эш башланым. Был һынылыш осоро менән тап килде. Пандемия башланып, өйҙә бикле ултырҙыҡ. Шулай ҙа маска кейеп булһа ла ярҙамға мохтаж ололарға йөрөргә тура килде. Ә әүҙем эш, район буйлап йөрөүҙәр туҡтап торҙо. Ветерандар советының төп эше – хаҡлы ялда булған өлкән йәштәге ләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау, РФ һәм БР ветерандар тураһындағы закондарының үтәлеүҙәренә булышлыҡ итеү һ.б. Ғөмүмән, өлкәндәребеҙгә бөтә яҡтан иғтибар булдырыу.
Белеүебеҙсә, БР Социаль фонды, район хакимиәте һәм район ветерандар советы ҡатнашлығында ноябрҙә Баймаҡ ҡалаһында оло йәштәге кешеләрҙе ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса берләштергән “Өлкән быуындың аралашыу” үҙәге эшләй башланы. Быны беҙ бик шатланып ҡабул иттек. Ниһайәт, оло йәштәге кешеләр өсөн осрашыу, аралашыу урыны булды. Төрлө түңәрәктәр астыҡ. Шашка, шахмат йүнәлеше эшләй. 5 мартта шашка буйынса беренсе турнир үтәсәк. Дүрт төрлө ҡул эше берекмәһе бар. Драма түңәрәге лә эшләй. Уны Рәмзиә Романова етәкләй. Китап һөйөүселәр клубын мәғариф ветерандары Ғәлиә Фәхретдинова менән Ғәйниямал Ишалина алып бара. Шулай уҡ ололарҙы компьютер менән эшләргә өйрәтәбеҙ. Махсус белгесебеҙ Айрат Самарбаев хатта телефондарын да көйләп бирә. Был эштәрҙең барыһы ла йәмәғәт башланғысында алып барыла. Һәр кесаҙна табиптар, пенсия фонды, һалым инспекцияһы белгестәре, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар үтә.
– “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты тураһында һөйләгеҙ әле. Был программаға эләгеү өсөн нимә эшләргә кәрәк?
– Бының өсөн махсус сайтта теркәлеү үтергә кәрәк. Тағы бер һөйөнөслө яңылыҡ: 2023 йылдан “Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты эшләй башланы. Был проектта ҡатнашыу өсөн дә сайтта теркәлергә кәрәк. Унан турҙың датаһын һайлап, ғариза тултырыу мөһим. Программала ҡатнашыусылар турҙың бер өлөшөн үҙҙәре түләй. 2024 йылда был проектта 1500 кешенең ҡатнашыуы күҙаллана.
– Район ветерандар советында эшләү һеҙгә нимә бирә?
– Мин ваҡытында 14 йыл өлкән пионервожатый булдым, һәр саҡ әүҙем тормош алып барҙым. Эшләгәндә ошолай булмаһаң, эшең алға бармай. Ҡаныма һеңгән (көлә). Эшләгән һәр эшемдән кинәнес алып йәшәйем.
– Теләктәрегеҙ ниндәй булыр?
– Һәйбәт кешеләр күп бит ул. Айырыуса йәштәребеҙ һәйбәт. Ололарҙы балалары матур итеп ҡарай. Ҡарауһыҙ ҡарттар бик аҙ. Ауыл биләмәләре башлыҡтарына, хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлемен. Улар ветерандарҙы бер ваҡытта ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Йыш ҡына бағыусыларға мөрәжәғәт итергә тура килә. Беҙҙең һүҙҙе кире ҡаҡмай, ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Подписка ваҡытында 86 өлкән быуын кешеһенә ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙыралар. Һәр береһе менән шулай килешеп эшләйбеҙ. Тормош иптәшемә рәхмәт. Мине һәр саҡ аңлап, терәк булып тора.
Беҙгә йыш ҡына ололар килеп китә. Уларҙың күбеһенә бер йылы һүҙ, иғтибар етә. Был тормошта кеше үҙенең кәрәк икәнен белеп йәшәргә тейеш. Донъя беҙ уйлағанға ҡарағанда ла мәрхәмәтлерәк бит ул.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Уңыштар һеҙгә!
Эльмира Кейекҡужина әңгәмәләште.