Ғаилә йылы
21 Март 2024, 08:19

Юбилейы менән ҡотланы

20 март көнө Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Амур Әминев, ауылдың ағинәйҙәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл ағинәйе, ихтирамлы әсә Ынйыбикә Ирғәле ҡыҙы Күсееваны 90 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотланы.

Юбилейы менән ҡотланыЮбилейы менән ҡотланы
Юбилейы менән ҡотланы

20 март көнө Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Амур Әминев, ауылдың ағинәйҙәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл ағинәйе, ихтирамлы әсә Ынйыбикә Ирғәле ҡыҙы Күсееваны 90 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотланы. Амур Зиннәтулла улы ил инәһен юбилейы менән тәбрикләп, район хакимиәтенең һәм Ниғәмәт ауыл хакимиәтенең Ҡотлау хаттарын һәм бүләген тапшырҙы, иң изге теләктәрен еткерҙе.

Ынйыбикә Ирғәле ҡыҙы 1934 йылдың 20 мартында Баймаҡ районы Сәйетбаттал (Ҡуяндар) ауылында Нафиҡов Ирғәле һәм Ғәшүрә ғаиләһендә тыуа. 

Ынйыбикә һәм Нуретдин Күсеевтар 10 бала тәрбиәләп үҫтерә, бөгөн уларҙың 34 ейән-ейәнсәре, 37 бүлә-бүләре бар.

Уларҙың бала сағы ауыр һуғыш, һуғыштан һуңғы аслыҡ-яланғаслыҡ осорона тура килә. Ынйыбикә Ирғәле ҡыҙының атаһы дин юлындағы мулла була. Ынйыбикә әсәһенән 6 йәштән етем ҡала. Үгәй әсә ҡулында үҫергә тура килә. Ләкин ул үҙенең аҡыллы, әрһеҙ, уңған булғаны өсөн бирешмәй. 1945 йылдың 9 майын - Еңеү көнөн улар баҫыуҙа башаҡ йыйып йөрөп ҡаршы алалар.

1952 йылда күрше Ниғәмәт ауылына Күсеев Нуритдинға кейәүгә сыға. Килен булып төшкәс тә үгәй ҡәйнә менән дә йәшәргә тура килә. Бер нисә йылдан балта оҫтаһы булған Нуретдин менән өй һалып башҡа сығалар. Бер-бер артлы 10 балаға ғүмер бирәләр: 7 малай, 3 ҡыҙ. Ынйыбикә Ирғәле ҡыҙы - Герой әсә. 

Ул 4-се класты ғына уҡып бөткән, артабан уҡырға мөмкинселеге булмай. Бөгөнгө көндә ағинәй китап-журнал, гәзиттәр уҡый, бар нәмә менән ҡыҙыҡһына һәм белергә тырыша. 90 йәшендә хәтере һоҡланырлыҡ.Бөтә уҡыған китаптарының эстәлеген, геройҙары тураһында оҙаҡ итеп, теүәл итеп һөйләп бирә ала. Ул бер минут та тик кенә ултыра алмай - һәр ваҡыт хәрәкәттә. Бәләкәй генә кәүҙәһе менән гел йыбырлап нимәлер эшләп йөрөй. Сәскәләр ярата, шуға ла күңеле матур уның!

Ауылдың Тамаҡ урамында, бер генә урында етмеш йылдан ашыу ғүмере үткән уның. Элекке һәм хәҙерге йәш күрше-күләндәре менән бик тә татыу йәшәй. Балалары бер-бер артлы ҡайтып, килеп, хәлен белеп торалар.

Улар һәр береһе үҙ һөнәрҙәре буйынса алдынғы булып эшләнеләр һәм эшләйҙәр. Һәр береһе бик матур ғаилә ҡорғандар.

Ынйыбикә Ирғәле ҡыҙы шиғырҙар, таҡмаҡтар ҙа уйлап сығарырға бик маһир.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас