Ғаилә йылы
20 Март 2024, 10:35

Ғүмер бер генә

Тормоштан беҙ күпте, Бик күпте көтәбеҙ. Ваҡыттыр күптәнән, Ултырып уйларға. Был ғүмер тиҙ үтә, Йомғаҡ ул тәгәрәй Эшлә һин, йәшә һин, Күңелең ҡушҡанса!..

Ғүмер бер генәҒүмер бер генә
Ғүмер бер генә

ҒҮМЕР БЕР ГЕНӘ

Флюра Талипова көйө,

Рафис Салимжанов һүҙҙәре.

Тормоштан беҙ күпте,

Бик күпте көтәбеҙ.

Ваҡыттыр күптәнән,

Ултырып уйларға.

Был ғүмер тиҙ үтә,

Йомғаҡ ул тәгәрәй

Эшлә һин, йәшә һин,

Күңелең ҡушҡанса!

 

Ғүмерҙәр бит беҙгә

Ике бирелмәгән.

Ниңә һуң әле беҙ,

Ҡәҙерен белмәйбеҙ?

Үкенерлек итеп,

Уҙмаһын яҙмыштар!

Сәскәгә күмелһен-

Киләсәк тормоштар!

 

Һындыра алмаҫтар!

Дауылдар, һағыштар,

Бәхетле булырға

Һәр кемдең хаҡы бар!

Ышаныс йәшәһен

Һәр ваҡыт күңелдә!

Рәхмәтле була күр,

Һәр бер тыуған көнгә.

 

Ярат һин тормошто

Йәнең - тәнең менән

Бар йыһанды ҡосаҡлап

Йәшәргә һин өйрән

Бөгөнгө көн инде

Ҡабатланмаҫ башҡа.

Ғүмерҙәр тиҙ уҙа,

Тик уҙмаһын бушҡа!

 

Автор:
Читайте нас