Ғаилә йылы
18 Март 2024, 11:45

Банктарҙың ҡолона әүерелдем

Бурыстарға батҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым...

Банктарҙың ҡолона әүерелдемБанктарҙың ҡолона әүерелдем
Банктарҙың ҡолона әүерелдем

Йөрәк әрнеүе

Бурысҡа батҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Барыһы ла тәүге кредитымды алғандан башланды. Юҡтыр. Дөрөҫөрәге, аҡса етмәһә лә етеш йәшәргә теләү үҙенекен эшләгәндер. Элек бит банктан кредит алыу өсөн блатың булыуы кәрәк ине. Хәҙер ундай нәмә юҡ. Телефоныңдан инеп тә йәһәт алырға була, аҙым һайын микрофинанс кредиттарын биреп ултыралар.

Мин дә шулай кредит алдым. Балаларҙы ҡыуандырып, уларға әйберҙәр алырға, кухняма яңы йыһаз алырға етте. Уныһын бер йыл түләгәс, тағы бер кредит алдым. Ике йылдан һуң тағы... Һәм бына минең аҡсам етмәй башланы. Һуңғыһында кредиттарымдың айлыҡ түләүен түләү өсөн тағы кредит алдым. Бына шулай бурысҡа батҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Эш хаҡым етмәй. Ситкә себергә сығып китергә балаларымды ҡалдырырға кеше юҡ. Банкротлыҡ тигән нәмәне белешеп йөрөйөм дә, уныһы өсөн дә түләргә кәрәк бит. Бына шулай, еңел генә алып булған кредиттарға ышанмағыҙ! Бактарҙың ҡолона әүерелгәнегеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ!

М.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас