+24 °С
Ямғыр
Ҡамыр өсөн кәрәк туңдырылған бер ҡап аҡ майҙы терканың эре яғы аша үткәрәбеҙ, шунда 1 йомортҡа, ярты стакан шәкәр ҡомо, 300 грамм он, бер ҡап разрыхлитель һалып ҡамыр баҫабыҙ ҙа ҡырыйҙарын күтәртеп, майлы табаға һалабыҙ.
Эслеге өсөн: 4 йомортҡаны күпертәбеҙ, шунда 6 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, бер ҡап ванилин, 500 грамм 20 процентлы ҡаймак, 2 эремсекле сырок һалып болғатабыҙ. Массаны ҡамыр өҫтөнә ағыҙабыҙ.
180 градуслы мейестә 40 минут бешерәбеҙ.
Ялдар матур һәм тәмле үтһен!