Бәпәй менән өйҙә ултырған ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй генә һөнәр өйрәнмәй?! Баҡса үҫтерә, бәлеш бешерә, түшәк кәрәк-яраҡтары тегә... Ҡаланың 5-се мәктәбендәге балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Рәмилә Салихованың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Балалары менән өйҙә ултырған сағында еләк һатып, түшәк кәрәк-яраҡтары тегеп аҡса эшләй. Һуңғыһы күңеленә нығыраҡ оҡшай.
Әле лә эштән һуң рәхәтләнеп түшәк комплекттары, юрғандар тегә. Был күңелен күтәргән һөнәр шулай уҡ табыш та килтерә.
Рәмилә Салихова Сыңғыҙ ауылында тыуып үҫә. Бала сағын иҫкә алғанда, уның күҙ алдына һәр саҡ ҡартәсәһе Рауза килеп баҫа. Һис кенә лә эшһеҙ ултырырға яратмаған ҡартәсәһе оло йәштәге инәйҙәр менән бергә һарыҡ йөнөнән юрған тегә, балаҫ, кейеҙ һуға. Яҡындарына ла, ауылдаштарына ла күлдәктәр тегеп бирә.
Рәмилә мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның Сибай институтының “Биология” факультетына уҡырға инә. Диплом алғас, хеҙмәт юлын Сыңғыҙ мәктәбендә башлай. Ошо йылдарҙа тормошон күрше ауыл егете Артур Салихов менән бәйләй. Бәхетле ғаиләлә бер-бер артлы Наилә, Дилә һәм Азалия исемле ҡыҙҙар донъяға килә.
Тырыш, маҡсаттарына ынтылып йәшәүсе ғаилә Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә йорт һалып сыға. Йәштәр баҡсаларын емеш ағастары менән тултыра. Бында улар алма, груша, слива ағастары, ҡурай еләге, жимолость, ежевика, ҡарағат кеүек ҡыуаҡтар ҙа күпләп ултырта. Шулай ҙа иң күп урын еләктәр өсөн бүленә. Әле ғаилә башлығы Артур себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Рәмилә лә буш ултырмай, түшәк кәрәк-яраҡтары тегеп һата.
– Тәүге ҡыҙым менән декрет ялында ултырған саҡта баҡса үҫтереү менән мауыға башланым. Күп итеп еләк ултырттым. Башта үҫентеләрен, унан бешкән еләк менән һатыу иттек. Ә бына Азалия менән өйҙә ултырған саҡта түшәк кәрәк-яраҡтары тегеп һата башланым. Әле лә был мауығыуым миңә яҡшы ғына табыш алып килә. Шуға ла “үҙмәшғүл” булып теркәлеү үттем. Буш ваҡыттарымды заказға түшәк кәрәк-яраҡтары тегеп үткәрәм, – ти Рәмилә йылмайып.
Түшәк кәрәк-яраҡтары тегеү өсөн ул тик сифатлы туҡымаларҙы ғына ҡуллана. Мәҫәлән, перкаль тип аталған туҡыма ныҡ, тиҙ туҙмай, шул уҡ ваҡытта үҙе йомшаҡ та. Дымды яҡшы һеңдерә һәм йылылыҡты һаҡлай. Ептәре тығыҙ үрелгән өсөн унан хатта кәпрән тегергә лә була. Ультрафиолетҡа сыҙамлы, ҡояшта янмай. Тағы бер яҡшы үҙенсәлеге бар: өлбөрләмәй. Поплин да бик яҡшы һыҙаттарға эйә. Ул йомшаҡ, нескә, әммә шул уҡ ваҡытта тығыҙ һәм ныҡ. Унан тегелгән түшәк кәрәк-ярағы йөҙ тапҡыр йыуыуға ла сыҙай, төҫөн дә юғалтмай.
Туҡыма ептәренең төрлө ҡалынлыҡта, арҡыры һырлылығы поплиндың визит карточкаһы булып тора.
Башта түшәк кәрәк-яраҡтарын тышлау өсөн комплект теккән Рәмилә тора-бара юрғандарға ла тотона. Ябыныу өсөн тегелгән юрғанға эслек өсөн ватин ҡуллана. Йәш килендәргә бирнә, буй юрғандар, ултырғыс түшәктәре, шыуып ҡаҡшатмаһын өсөн махсус резинкә менән тегелгән түшәк япмалары – барыһы ла заказ буйынса эшләнә.
Рәмилә хәйриә акцияларында ла йыш ҡатнаша. Махсус хәрби операциялағы егеттәр өсөн ылау йыйыла башлау менән ул юрғандар тегеп алып барып бирә. Шулай уҡ Бөрйән районындағы дауаханаға заказ буйынса күмәртәләп түшәк кәрәк-яраҡтары тегеп бирә. Бынан тыш оҫтабикә балалар баҡсаһындағы үҙе эшләгән төркөмгә фетрҙан үҫтереүсе уйындар һәм уйынсыҡтар тегә.
Рәмиләнең ҡулланыусыларға кәңәштәре лә бар:
Рәмилә Салихова теккән түшәк кәрәк-яраҡтарын һатып алыу өсөн 8 961 368 38 79 телефоны буйынса шылтыратырға була. Ошонда уҡ ВАТСАПта бар. Төҙөлгән махсус төркөмөнә инеү өсөн үҙенә мөрәжәғәт итегеҙ.
Оҫта ҡуллы, һәр эште күңелен һалып башҡарған Рәмиләгә уңыштар теләйек. Күңеленә яҡын булған шөғөлө артабан да табыш алып килһен!
Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА.