Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
12 Март 2024, 06:43

Билал ауылының берҙәм, ихлас кешеләре менән ғорурланабыҙ!

Беҙҙә өсөнсө йыл рәттән саңғы ярышы үтте. Өс йылда бөтәһе алты тапҡыр үткәрелде. Йылдан йыл ҡатнашыусылар һаны, ойоштороу кимәле арта. Саңғы ярышына ҡайҙан ғына килмәйҙәр! Иң бәләкәй ҡатнашыусыға 7 йәш булһа, иң олоһона 70 йәш булды.Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Билал ауылының берҙәм, ихлас кешеләре менән ғорурланабыҙ!

Беҙҙә өсөнсө йыл рәттән саңғы ярышы үтте. Өс йылда бөтәһе алты тапҡыр үткәрелде. Йылдан йыл ҡатнашыусылар һаны, ойоштороу кимәле арта. Саңғы ярышына ҡайҙан ғына килмәйҙәр! Иң бәләкәй ҡатнашыусыға 7 йәш булһа, иң олоһона 70 йәш булды. Төп ойоштороусы ауылдашыбыҙ Артур Ғайсинға ҙур рәхмәт! Һәр ваҡыт яңынан яңы идеяларың менән янып, дәртләнеп йәшә!

Саңғы ярышы үткәреүгә ярҙам иткән бағымсылар:
Султанов Рамиль Мутагарович - 10 мең
Айдар Айратович Х. - мең һумлыҡ әйберләтә бирҙе
Рустам Игдисламович А. - үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тапшырҙы
Ильгам Радикович Г. - 1000
Рауф Рауфатович А. - 500
Марат Мухаметович И. - 3000
Венер Абузарович Г. - 500
Рустам Гузаирович И. - 500
Руслан Зайнитдинович Х. - 500
Ильгиз Рахимьянович С. - 500
Мавлид Ишбулдович С. - 500
Васил Рамилович Г. - 500
Ильнур Ансарович К. - 500
Янбулат Муритович Б. - 500
Вилюр Шамилович Х. - 500
Данил Хисматуллович И. - 505
Залия Фануровна А. - 500
Сулейман Ахтямович Я. - 500
Лилия Амировна Я. - 500
Юлдаш Габитович Х. - 500
Ирандек Джамилевич С. - 150
Нуриман Нурисламович А. - 1000
ГазпромБанк - 500
Азамат Нажипович З. - 1000
Гульфия Фаизовна Г. - 5000
Юнир Ишдавлетович Г. - 1000
Ильдус Забирович С. - 300
Вахит Фаритович А. - 500
Загир Ринатович С. - 1000
Артур Ғайсин - баннер эшләтте, грамоталар алып бирҙе
Рәшиҙә Абдуллина - пловҡа тип 500 һум аҡсалата ярҙам итте

Рәхмәт һүҙебеҙ бар!
Саңғы ярышы өсөн трасса һалдылар: Юлай ағай Боҫҡонов, Азамат Кәримов, Темәс ауылынан Ильнур Биктимеров (снегоходы менән), Илдар Күсәрбаевтың эшселәре трасса эшләр өсөн тимер эшләп бирҙе.

Ярыштың башынан аҙағына тиклем йүгереп ярҙам итеп йөрөүсе ауылдаштар: хакимиәт башлығы Данис Рәфҡәт улы, мәктәп директоры Айнур Иршат улы, староста Рәмил Аманов малайҙары Айнур, Айгиз менән, уҡыусы ҡыҙҙар Нәргизә Ғайсина, Сулпан Шаһибалова, китапханасы Райхана Булатова, клуб мөдире Сәғилә Ғайсина.

Уҡ атыу.
Алмас Ишмөхәмәтов (үҙе бағымсы булды) байрамға килеүселәр өсөн уҡтан атыу ойошторҙо. Уға Рәмил Аманов, Ильнар Әхмәҙин, Нургиз Мөхәмәдйәнов ярҙам итте. Афарин!

Тәмле былау (плов), самауыр сәйе менән һыйлаусы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Миңһылыу апай Әхмәҙина, ағзалары Зәһинә апай Ғайсина, Гөлнира апай Аҫылбаева. Тәмле пирогтар, пирожкилар, йылы сәй эсереп тороусы Миңлегөл Аманова, Миләүшә Шаһибаловаларға ҙур рәхмәт! Аш-һыуығыҙ һәр ваҡыт тәмле, аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын!

Ҙур күләмдә ярыш үткәреү бер генә кешенең эше түгел. Ошолай күмәк көс менән башҡарғанға ла эштәребеҙ ыңғай, уңышлы, район, хатта республика кимәлендә килеп сыға. Афарин, ауылдаштар! Һоҡланабыҙ! Ғорурланабыҙ!

Билал ауылының берҙәм, ихлас кешеләре менән ғорурланабыҙ!
Билал ауылының берҙәм, ихлас кешеләре менән ғорурланабыҙ!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас