Мин үлманем әле. Эйй, ошо эскелекте...
Ғимран ағай менән дә булды әле , был ҡыҙыҡ та, ғибәрәтле хәл, әлеге лә-баяғы эскелек арҡаһында инде. Ҡышҡы көндөң ҡыҫҡалығы ,әле генә яҡты кеүек ине, күҙ бәйләнеп та килә.Фәтҡиә малды үҙе ҡарарға булды. Иренә ышаныс юҡ,йыш ҡына иҫерек тә ҡайта,ҡулы бөтә эштәрҙе башҡара белә, әммә йомшаҡ яғы ла бар шул, һемерерга лә ярата. Фәтҡиә һарайҙа саҡта егеуле ат килеп дым иҫерек Ғимранды ҡалдырып китте,ул ауа-түнә атлап өйгә көскә инде, оҙон урындыҡҡа ултырып сисенмәксе ине,ултыра алмай, иҙәнгә ауҙы,бер нисә тапҡыр торорға маташты, йылыға иҙерәпме йоҡлап та китте,шыуышып урындыҡ аҫтына ингәнен дә һиҙмәне үҙе.Фәтҡиә мал тәрбиәләгәнсе, ҡараңғы төшөп тә өлгөрҙө,һаман ҡайтмаған икән,алкаш,тип һөйләнә-һөйләнә, ишекте лә эләктермәй,ситке яҡтың светын да ҡабыҙмай, диванға ауҙы.Балалар телевизорга йомолгандар, ситке булмәне бик үҙһенмәйҙәр, мтелевизор ҙа,өҫтәл дә бында бит, атайҙарының ҡайтканын да аңғарманылар.Фәтҡиә, Ғимран ҡайтҡас сәй эсермен әле, тип ятҡайны, йоҡлап та китте, балаларының йөрөүҙәрен дә,көслө телевизор тауышын да ишетмәне.
Төн урталарында Ғимран уянып китте,тормаҡсы булып күтәрелгәйне, башы нимәгәлер бәрелде, тағы торорға тырышты, юҡ булмай бит. Ғимран ҡулдары менән баш осон һәрмәштерҙе,таҡта бит был, берәү генә түгел, әллә күпме, уның башынан йөҙ төрлө уй үтте. Ләхет таҡтаһы бит был, тимәк мине үлгән тип күмгәндәр, мәрткә киткәнемдер инде, ныҡ эстек шул,үле хәленә еткәнсе эселгәндер инде. Ул үҙен-үҙе йәлләп илап ебәрҙе, йәш бит әле ул, балалары, Фәтҡиәһе етем ҡалдылар инде, бына алйотлоғоң арҡаһында ҡара ҡәберҙә ят инде,тип баш осондағы таҡталарҙы һәрмәштерҙе. Зыярат ауыл осонда, ҡысҡырһам дә ишетмәйәсәктәр, ишетһәләр ҙа мулла рөхсәт бирер микән. Юл әллә ни алыҫ та түгел, үткенселәр ишетмәҫме икән, тын алырлыҡ һауа етерлек, тимәк,яңыраҡ күмгәндәр,бына шулай төрлө уй бырауланы уның мейеһен. Юҡ, бирешмәҫ кәрәк, тырышып ҡарар кәрәк,Ғимран йән көсөнә йоҙороҡлап таҡталарҙы туҡмай башланы.
-Мин үлмәнем,сығарығыҙ мине, мин үлмәнем...,тип тамаҡ төбө менән аҡырҙы Ғимран. Дөбөрләгән тауышҡа, Ғимрандың аҡырыуына Фәтҡиә тертләп уянып,светты ҡабыҙҙы,урындыҡ таҡталары дер һелкенә, өҫтөндәге балаҫ йыйырылып киткән. Тауышҡа балалар ҙа уянып, бер нәмә лә аңлай алмай, урындыҡтың дер һелкенеүенә аптырап, ҡатып ҡалғандар. Ғимран һаман аҡыра:
-Сығарығыҙ, мине, мин үлмәнем, мин үлманем...
Фәтҡиә, сыҡ, алйот, балаларҙы ҡурҡытаһың бит, һаташтыңмы әллә,ирен һөйрәп сығарып маташты, балалар ярҙам иткәс кенә Ғимранды һөйрәп сығарҙылар
Яҡтыға күҙе сағынан Ғимран Фәтҡиә менән балаларҙы күреп, ер тишегенә инерҙәй булды,валлаһи.
Көлкө лә, ҡыҙғаныс та һымаҡ был хәл.Был хәл тураһында хәбәр, барыбер, таралды. Уйлап ҡараһаң эскелек ниҙәр генә эшләтмәй.
Вилә Сарбаева (псевдоним)
Темәс ауылы